Асуан гидроузелы
Асуан гидроузелы | |
ғәр. سد أسوان | |
Тәбиғи-географик объекты сиктәрендә урынлашҡан | Нил |
---|---|
Выходная мощность | 2100 мегаватт |
Һыу йыйыу бассейны | бассейн Нила[d] |
Вертикаль тәрәнлеге | 180 метр |
Дәүләт | |
Майҙаны |
|
Нигеҙләү датаһы | 1960 |
Һыу ятҡылығы буйында урынлашҡан | Нил |
Дамбовое водохранилище | Насер[d] |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 171 метр |
Күләме | 111 000 м³ |
Файл:Aswan High Dam-1.jpg | |
Административ-территориаль берәмек | Асуан[d] |
Медиафайлы на РУВИКИ.Медиа |
Асуан һыуһаҡлағысы — Мысырҙың Нил йылғаһы буйындағы иң ҙур ҡатмарлы гидравлик ҡоролмалар системаһы, Нилдең беренсе һикәлтәһендәге Асуан ҡалаһы эргәһендә. Проекттың баш инженеры — Малышев Николай. Был урында йылғаны ике дамба быуып тора: яңы «Асуандың Үрге дамбаһы» (Асуандың бейек быуаһы булараҡ билдәле) (ғәрәпсә: اנسد السد العالي, Ас-Сад эль-Аали) һәм иҫке «Асуан быуаһы» йәки «Асуандың түбәнге дамбаһы».
Нил Африканың көньяғында Виктория күле янында башлана. Төньяҡҡа табан Урта диңгеҙгә тиклем аға, йылға материкты көнбайыш һәм көнсығыш өлөштәргә бүлә, үҙенең юлында Уганда, Эфиопия, Суданды киҫеп үтә һәм Мысырҙа тамамлана. Был дәүләттәрҙең һәр береһенең һыу ресурстарын файҙаланыуҙа үҙ мәнфәғәттәре бар. Һыуһаҡлағысһыҙ Нил йыл һайын, Африканың көнсығыш һыуҙары менән йәй буйына тулыланып, ярҙарынан сыға. Был ташҡындар уңдырышлы ләм һәм минералдар килтерә, улар Нил тирәләй ауыл хужалығы өсөн уңдырышлы һәм ҡулай ер барлыҡҡа килтерә. Йылға буйында халыҡ күбәйгәнгә күрә, ауыл хужалығы биләмәләрен һәм ундағы мамыҡ баҫыуҙарын һаҡлау өсөн һыу ағымдары менән идара итеү ихтыяжы килеп тыуа Судан һәм Мысыр тирәһендә Нил йылғаһының уртаса йыллыҡ аҡмаһы 84 миллиард кубометр тип баһалана. Йылғаның уртаса йыллыҡ аҡмаһы һиҙелерлек тирбәлеп тора. Күп һыулы йылдарҙа тотош майҙандар тулыһынса йыуылыуы мөмкин, ә түбән һыулы йылда ҡоролоҡ эҙемтәһендә аслыҡ киң тарала. Был һыу проекттың маҡсаты ташҡынға юл ҡуймау, Мысырҙы электр менән тәьмин итеү һәм ауыл хужалығы өсөн һуғарыу каналдары селтәре булдырыу була.
Конструктив үҙенсәлектәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Һыу ағыҙғыстарҙың түбәнге канал һыуы кимәленә аҡмай. Гидростанцияның үҙенсәлеге — гидроэлектростанция бинаһынан 120—150 метр алыҫлыҡта ағып төшә торған конструкция. 12 һыу ағыҙыу юлынан сыҡҡан һыу ағымы секундына 5000 м³ етә. Ағымдың көсө һыу кимәленән 30 м юғарыраҡ күтәрелеүе һәм аҙаҡтан каналға 20 м яҡын тәрәнлеккә төшөүе иҫәбенә көсһөҙләнә. Бындай тәжрибә донъя практикаһында тәүге тапҡыр Куйбышев ГЭС-ын төҙөгәндә ҡулланыла.
Һыу үткәргестең ҡапҡаһындағы участкала тоннелдәр ике ярусҡа тармаҡлана. Әлеге ваҡытта бетон тығыны менән ябылған түбәнге ярусы һыуҙы төҙөлөш осоронда үткәреү өсөн файҙаланыла. Өҫкө ярусы буйлап һыу турбиналарға һәм һыу ағыҙғыстарға ебәрелә. Туннелдәргә ингән ерҙә икешәр тәгәрмәсле япҡыс урынлашҡан. Турбиналарҙың минималь һаны эш тәгәрмәсе диаметры менән билдәләнә, уны Нил буйлап ғәмәлдәге шлюздар аша йөрөтөәләр. Ошонан сығып, диаметры 15 метрлыҡ алты тоннель төҙөлә — ике турбинаға берешәр.
Асуандың бейек дамбаһы 3 участканан тора. Быуаның 30 м бейеклектәге уң һәм һул яры участкалары нигеҙе ҡаялы, йырҙаһы 550 м оҙонлоҡта, бейеклеге 111 м. Ҡомло нигеҙҙә урынлашҡан. Нигеҙендә ҡом ҡалынлығы — 130 метр. Быуа 35 метр тәрәнлектәге һыуһаҡлағыста тоташтырғыстар ҡуйылмайынса һәм төбө киптерелмәгән килеш төҙөлә. Плотина тигеҙҙә урынлашҡан һәм урындағы материалдарҙан төҙөлә. Плотинаның йәҙрәһе һәм понуры Асуан балсыҡтарынан эшләнә.
Төҙөү тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Нилдең аҡмаһы менән идара итеү өсөн Асуандан түбәнерәк быуа төҙөүҙең тәүге проекты тәү тапҡыр XI быуатта Ибн әл-Хайсам тарафынан төҙөлә. Әммә ул ваҡыттағы техник саралар ярҙамында проектты тормошҡа ашырыу мөмкин булмай.
1950-се йылдарға Нил буйында түбән баҫымлы бер нисә быуа төҙөлә. Уларҙың иң бейеге — Нилдың беренсе тупһаһы районында британлылар тарафынан төҙөлгән Асуан быуаһы. Уның һыу һыйҙырышлығы 5 миллиард кубометр, бейеклеге — 53 м. Тәүге дамба 1899 йылда төҙөлә башлай, 1902 йылда тамамлана. Проект сэр Уильям Уиллкокс тарафынан эшләнә. Ул бер нисә күренекле инженерҙы, шул иҫәптән сэр Бенджамин Бейкрҙы һәм сэр Джон Эрдты йәлеп итә, Джон Эрд һәм Компания фирмаһы уларҙың төп подрядсыһы була. Төҙөлгән дамбаның бейеклеге 1907—1912 һәм 1929—1933 йылдарҙа арта, әммә ул ағымдың бер өлөшөн генә миҙгелле көйләүҙе тәьмин итә.
1952 йылғы революциянан һуң ағымды көйләү өсөн яңы плотинаның өс варианты эшләнә. Беренсеһе — ғәмәлдәге Асуан быуаһын күтәртеү. Ул кире ҡағыла, сөнки йылға ярҙарының топографияһы быуа төҙөүҙе тормошҡа ашырырға мөмкинлек бирмәй. Икенсе һәм өсөнсө варианттар яңы быуаның һыу үткәргесен ғәмәлдәгенән 6,5 һәм 40 саҡрымға юғарыраҡ урынлаштырырға тәҡдим итә, ул, рельеф шарттарына ярашлы, оҙайлы көйләү һыуһаҡлағысы төҙөү талаптарына яуап бирә. Геологик шарттарға һәм транспорт бәйләнешенә ярашлы ҡапҡаны Асуан быуаһынан 6,5 саҡрым өҫтәрәк урынлаштырыу варианты һайлана. Әммә ул ғәмәлдәге һыуһаҡлағыс зонаһына эләгә, былар быуа конструкцияһын һәм уны төҙөү технологияһын ҡатмарлаштыра.
1952 йылға Англияның «Александр Джиб» проект-тикшеренеү фирмаһы ("Alexander Gibb (англ.)) тарафынан Асуандың бейек быуаһы проекты эшләнә. Нил ағымын күп йылдар дауамында көйләү мөмкинлеген күҙ уңында тотҡан һыу һаҡлағыстың өҫкө бьефы билдәләнә. Уның һыйҙырышлығы 157 миллиард кубометр итеп билдәләнә, шуның яҡынса 30 миллиард кубометры ләм менән тулыуға, 10 миллиард кубометры быуға әйләнеүгә һәм фильтрлауға. Был проект дөйөм оҙонлоғо 17 километрлыҡ һыу ағыҙғыс туннелдәр һәм транспорт туннелдәре төҙөүҙе күҙ уңында тота. Һыу ағыҙғыс туннелдәрҙең диаметры — 14,6 метр һәм оҙонлоғо 2,1 саҡрым булырға тейеш. Был туннелдәрҙе тимер-бетон менән йөҙләргә, ә гидроэлектростанция бинаһы ер аҫты тибындағы булырға тейеш була.
1954 йылдың 4 декабрендә халыҡ-ара комитет Мысыр хөкүмәтенә проектты тормошҡа ашырыу мөмкинлеген раҫлаусы иҫәп-хисап тәҡдим итә. Төҙөлөштөң хаҡы 415 миллион мысыр фунты тип баһалана, шуның 35 проценты төҙөлөш һәм технологик ҡорамалдар һатып алыу өсөн сит ил валютаһына тура килә. Шунан һуң Мысыр хөкүмәте төҙөлөшкә кисекмәҫтән тотонорға ҡарар итә. Төҙөлөштө Халыҡ-ара реконструкция һәм үҫеш банкы кредиты ярҙамында финанслау күҙ уңында тотола. 1956 йылдың 17 июлендә Американың дәүләт департаменты Мысырға кредит биреү тураһындағы килешеүҙең раҫланыуы хаҡында иғлан итә. 200 миллион долларлыҡ кредиттың суммаһы Америка Ҡушма Штаттары (70 процент) менән Бөйөк Британия (30 процент) араһында бүленә. Кредитты Халыҡ-ара банк займ рәүешендә бирергә тейеш була. Әммә ике көндән һуң, 19 июлдә, банк ҡарарын кире ала.
1955 йылдың мартында СССР менән Мысыр араһында беренсе сауҙа килешеүе төҙөлә. Ҡаһирәлә дипломатик миссия илселек тип үҙгәртелә, ә 21 майҙа Мәскәүҙә совет ҡоралы менән тәьмин итеү буйынса һөйләшеүҙәр башлана һәм килешеүгә ҡул ҡуйыу тамамлана. 1956 йылдың 26 июлендә президент Абдель Насер Суэц каналын дәүләтләштереү тураһында иғлан итә. Файҙаланыуҙан йыл һайын алынған 100 миллион доллар күләмендә табыш Асуандың бейек быуаһын төҙөүгә йүнәлтелә. Англия, Франция һәм Израиль Суэц кризисы осоронда каналды ғәскәрҙәр менән баҫып алып, хәрби низағ ҡуҙғатыуға сәбәпсе була. Уға яуап итеп Советтар Союзы Урта диңгеҙгә хәрби караптар индерә. 1956 йылдың 6 ноябрендә Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы, АҠШ һәм СССР баҫымы аҫтында агрессияны туҡтатыу һәм каналды Мысыр ҡарамағында ҡалдырыу тураһында ҡарар ҡабул ителә. 1958 йылдың 27 декабрендә СССР һәм Мысыр араһында Советтар Союзының Асуандың бейек быуаһын төҙөүҙә ҡатнашыуы һәм был төҙөлөш өсөн кредит биреү тураһында килешеү төҙөлә. Был килешеүгә ярашлы Советтар Союзы 12 йылға ҡорамалдар менән тәьмин итеүгә һәм төҙөлөштөң беренсе сираты эштәре өсөн техник ярҙам күрһәтеүгә йылына 2,5 % норма менән кредит бирә, ә 1960 йылдың 27 июлендә гидроузел буйынса бөтә эштәрҙе тамамлау өсөн шул уҡ шарттарҙа 78,4 миллион Мысыр фунты күләмендә өҫтәмә килешеү төҙөлә. Генераль проектлаусы — «Гидропроект» институты, баш инженер Н. А. Малышев, баш совет эксперты — И. В. Комзин, баш эксперт урынбаҫары — Георгий Александрович Радченко, тәьмин итеү буйынса баш эксперт урынбаҫары — Г. И. Сухарев, кадрҙар буйынса баш эксперт урынбаҫары — Виталий Георгиевич Морозов, административ төркөм етәксеһе итеп Виктор Иванович Кулыгин тәғәйенләнә.
Гидроузелдың совет проекты раҫланған проекттан ныҡ айырылып тора. Ҡапҡа майҙаны һаҡланып ҡала, әммә быуа 400 метрға юғарыраҡ урынлаштырыла, деривация ҡатнаш хәлдә ҡабул ителә. Уның төп өлөшөн алып килеүсе һәм ситкә ебәреүсе каналдар тәшкил итә, 315 метрлыҡ участка ғына 15-шәр метр диаметрлы алты туннель рәүешендә башҡарыла. Деривация булдырыу өсөн тәрәнлеге 70 метрға тиклем һәм күләме яҡынса 10 миллион кубометр тәшкил иткән асыҡ ҡая уйымы эшләнә. Был уйымдан алынған ташты быуаға түгеү һәм төҙөлөш майҙансығын планлаштырыу өсөн файҙаланалар. Төҙөлөш осоронда йылға үҙәнен япҡандан һуң 315 метр булған тоннелдәр һыуҙы гидроэлектростанцияның төҙөлөп бөтмәгән бинаһына йүнәлтә, ә файҙаланыу барышында улар аша һыу ГЭС бинаһында урынлашҡан турбиналарға һәм һыу ағыҙғыстарға оҙатыла.
Төҙөлөш менән идара итеү системаһы 1952 йылда формалаша башлай. Башта бер нисә махсус комитет булдырыла. 1955 йылдың 19 октябрендә Министрҙар Советы ҡарамағында премьер-министр етәкселегендә Асуандың бейек быуаһы идаралығы, 1958 йылда Асуандың бейек быуаһының Юғары комитеты, 1961 йылдың 16 авгусында республика указы менән Асуандың бейек быуаһы министрлығы, ошо уҡ указ менән Төҙөлөш идаралығы ойошторола. Министр итеп Мусса Арафа тәғәйенләнә. 1962 йылда ошо вазифаны Азиз Мөхәммәт Сидки биләй.
Бөтә төп төҙөлөш-монтажлау һөнәрҙәре буйынса уҡыу үҙәге ойошторола, унда Советтар Союзы программалары буйынса уҡытыу үткәрелә. Йыл дауамында уҡыу үҙәгендә 5 мең кеше, ә төҙөлөш осоронда барлығы 100 мең тирәһе кеше әҙерлек үтә.
Төҙөлөштө рәсми асыу көнө — 1960 йылдың 9 ғинуары. Был көндө Мысыр Президенты, шартлатыу ҡоролмаһы пультының ҡыҙыл төймәһенә баҫып, буласаҡ ҡоролмалар соҡорондағы ҡаяны шартлата. 1964 йылдың 15 майында Нил быуыла. Был көндө төҙөлөш майҙанына Хрущев Никита Сергеевич, Алжир президенты Ферхат Аббас һәм Ираҡ президенты Абдул Салам Ареф килә. Үрге плотина 1970 йылдың 21 июлендә төҙөлөп бөтә, әммә һыуһаҡлағыс 1964 йылда, быуаның беренсе этабы тамамланғас, тултырыла башлай. Һыу һаҡлағыс күп кенә археология ҡомартҡыларына юғалыу хәүефе аҫтына ҡуя, шуға күрә ЮНЕСКО эгидаһы аҫтында ҡотҡарыу операцияһы үткәрелә, уның һөҙөмтәһендә 24 төп һәйкәл хәүефһеҙерәк урындарға күсерелә йәки эштәре менән ярҙам иткән илдәргә тапшырыла. Шуныһы ҡыҙыҡ: шартлау алдынан президент Гамал Әбдел Насер нигеҙгә ағас йәшник урынлаштыра. Унда шул уҡ көндә сығарылған ғәрәп гәзиттәре, Изге Көрьән, плотиналар төҙөү идаралығы ҡағиҙәләре һәм Әбдел Насир кеҫәһендәге 39 фунтлыҡ мысыр тәңкәләре, шулай уҡ Марокко һәм Сүриә тәңкәһе һалына[1].
Гидроэнергетика комплексын асыу һәм сафҡа индереү тантанаһы 1971 йылдың 15 ғинуарында Берләшкән Ғәрәп Республикаһы Президенты Әнүәр Саҙат һәм СССР Юғары советы Президиумы рәйесе Н. В. Подгорный ҡатнашлығында үтә.
2014 йылдың май уртаһында Мысырҙа Нилдең быуылыуының 50 йыллығы билдәләнә, был Асуандың бейек плотинаһы төҙөлөшөндә төп ваҡиға була. Байрамда Рәсәй йәмәғәтселегенең вәкәләтле делегацияһы ҡатнаша. Ҡаһирә опера театрындағы тантаналы осрашыуҙа премьер-министр Ибраһим Махлаб сығыш яһай, ә Рәсәй илсеһе Сергей Кирпиченко Рәсәй Президенты В. В. Путиндың Мысырҙың ваҡытлыса президенты Адли Мансурға сәләмләү телеграммаһын уҡып ишеттерә[2].
Иҡтисади әһәмиәте[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Экологик проблемалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Насер (һыуһаҡлағыс)
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ Al-Ahram: что Гамаль Абдель Насер заложил в фундамент Асуанской плотины? The Arabinform Journal. Дата обращения: 3 март 2022. Архивировано 3 март 2022 года.
- ↑ Беляков В. Египтяне ждут Путина . // Интернет-журнал «Новое Восточное Обозрение». Дата обращения: 3 апрель 2015. Архивировано 5 июль 2015 года.
Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Малышев Н. А. Высотная Асуанская плотина. // Труды Гидропроекта. — 1969. — С. 6—17.
- Сухарев Г. И. Записки строителя. — М.: «Молодая гвардия», 1983.
- Кулёв И. А. Записки экономиста. — М.: «Энергоатомиздат», 1996.
- Данилов-Данильян В. И. Реки и озёра мира. Энциклопедия.. — М.: «Энциклопедия».
- Строители XX века. — М.: Мастер, 2013.
- Беляков В. В. Укрощение строптивого // Азия и Африка. — 2014. — № 9.
- Шайтанов В. Я. Организация проектирования и строительства Высотной Асуанской плотины на р. Нил в Республике Египет // Гидротехническое строительство. — 2014. — № 9. — С. 8—23.
- Шайтанов В. Я., Годунов Б. И., Радченко В.Г. Реализация проекта Высотной Асуанской плотины на р. Нил в Республике Египет // Гидротехническое строительство. — 2014. — № 12. — С. 6—17.
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Юго-восточная Средиземноморская восстановленная экосистема(недоступная ссылка)
- Вид на Асуан со спутника
- Информация об Асуанской дамбе(недоступная ссылка)
- Асуанский гидроузел // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.