Аягүҙ

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Аягүҙ
Дәүләт
Майҙаны
  • 161 000 000 квадрат метр
Почта индексы 070201
Административ үҙәге Аягузский район[d]
Рәсми сайт ayagos.vko.gov.kz/kz
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 654 метр
Административ-территориаль берәмек Восточно-Казахстанская область[d]
Халыҡ һаны
  • 41 593 чел. (2012)
Файл:Ayagoz coatofarms.jpg
Логотип РУВИКИ.Медиа Медиафайлы на РУВИКИ.Медиа

Аягүҙ[1][2] рус. Аягоз, (ҡаҙ. Аягөз) — Ҡаҙағстандағы Көнсығыш Ҡаҙағстан өлкәһенең район ҡарамағындағы ҡалаһы, Аягүҙ районының административ үҙәге.

Ҡаҙағстандың көнсығышында Аягүҙ йылғаһының ике ярында ята. Стратегик әһәмиәткә эйә, ҡалала бер нисә хәрби гарнизон һәм ПВО ракета ғәскәрҙәре комплексы урынлашҡан. Республиканың эре транспорт үҙәге булып тора.Ҡеүәтле Төркөстан—Себер магистрале киҫелеше, республика әһәмиәтендәге автотрассалар: Алматы — Усть-Каменогорск, Ҡарағанды — Аягүҙ — Боғаҙ юл саты ошонан үтә. Ҡала өҫтөнән бер нисә халыҡ-ара һауа юлы киҫешә.

Халҡы һәм уның составы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

2016 йылдың 1 ғинуарына ҡарата Аягүҙ ҡалаһында 38 126 кеше йәшәгән (18 554 ир-ат һәм 19572 ҡатын-ҡыҙ)[3].

Милли состав (2012 йылдың 1 ноябренә)[4].[5]:

2004 йылдың 28 майында Аягүҙҙә Ҡаҙағстандың 15-миллионынсы кешеһе донъяға килгән[6].

Йыл 1969 1989 1999 2004 2010 2012
Халҡы 37 800 41 400 41 500 34 400 38 155 43 155

Этимологияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡаланың хәҙерге атамаһы уның аша аҡҡан Аягүҙ йылғаһы исеменән алынған. Йылға исеме, ғалимдар фекеренсә, килеп сыҡҡан төрки «әй» ырыуы атамаһынан һәм боронғо төрки «үгүҙ» «йылға» тигән һүҙҙәрҙән яһалған, йәғни «әй ырыуы йылғаһы» тигәнде аңлата. [7]; халыҡта иһә этимологияны ҡупшылап ебәрәләр: төрки ая — «матур» һәм гөз/күз — «күҙ» тигәндән килеп сыҡҡан, йәнәһе.

Семипалатинск өлкә администрацияһы башлығы ҡарары менән 1994 йылдың 1 сентябренән урыҫса Аягуз транскрипцияһы Аягоз тип үҙгәртелгән[8][9].

Тарихынан[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Тәүге телгә алыуҙар XVI—XVII быуаттарға ҡарай — был төбәктә «ҡаҙаҡ Ромео һәм Джульеттаһы» — «Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу» йәшәгән тип иҫәпләнә. Әйткәндәй, улар төрки халыҡтарҙың киң билдәле персонаждары.

Ҡалаға нигеҙҙе 1831 йылда Себер кадет корпусының Омск хәрби училищеһын тамамлаған Сергей Лукин һалған.

1831—1860 округ ҡалаһы булған һәм Аягуз исемендәге йылға буйынса аталып йөрөгән. 1860 йылдан һуң ауыл тораҡ пункт булған һәм Сергиополь атамаһы менән йөрөтөлгән. Башта Рәсәй империяһының Семипалатинск өлкәһенә ҡараған, һуңғараҡ Етеһыу (рус. Семиреченская область) өлкәһенә индерелгән.

Ҡаҙағстандың бойондороҡһоҙлоҡ осоронда Мамырһыу тип үҙгәртелә. Хәҙерге замандағы ҡала ошо ауыл янында станция яны ҡасабаһы булараҡ 1931 йылда барлыҡҡа килә, ул Төркөстан — Себер тимер юлы төҙөлөү менән бәйле үҫешә башлай, 1939 йылда ҡала статусы ала һәм Аягуз исеме менән йөрөтөлә, ул Советтар Союзы тарҡалғанға тиклем һаҡлана. Шунан инде бойондороҡһоҙ Ҡаҙағстанда рәсми рәүештә Аягоз тип атала башлай (Ҡаҙаҡса «Аягөз» атамаһынан транслитерация).

Климаты[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Климаты ҡырҡа континенталь, диңгеҙ һәм океандарҙан алыҫ ятыуы климаттың көндәлек температураның ҡырҡа үҙгәреүенә килтерә.

Уртаса йыллыҡ температура 3,5 °C тәшкил итә. Аягүҙ ярайһы ел-дауыллы ҡала. Был ҡышҡы һыуыҡтың нығыраҡ тәьҫир итеүенә килтерә. Абсолют минимум −51°С, абсолют максимум — +42°С.

Ҡала климаты
Күрһәткес Ғин Фев Мар Апр Май Июн Июл Авг Сен Окт Ноя Дек Йыл
Абсолют максимум, °C 5 7 24 33 38 40 42 42 39 30 22 8 42
Уртаса максимум, °C −11 −10 −2 12 22 27 29 27 20 11 −1 −9 10
Уртаса температура, °C −15 −15 −7 6 14 20 22 19 12 4 −5 −12 4
Уртаса минимум, °C −21 −21 −14 −1 7 12 15 12 6 −1 −10 −18 −3
Абсолют минимум, °C −51 −45 −39 −26 −10 −1 4 −1 −8 −21 −49 −46 −51
Яуым-төшөм нормаһы, мм 16 16 17 18 27 28 37 28 19 27 26 20 279
Сығанаҡ: Погода и климат


Транспорт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Аягүҙ — Ҡаҙағстандың мөһим автомобиль, тимер юл һәм һауа юлы үҙәге.

Аягүҙ йылғаһы аша 3 күпер: 1 тимер юл, 2 автомобиль юлы күпере үтә.

Ҡала транспорты автобустарҙан тора, ҡалала барлығы 14 маршрут автобусы йөрөй.

Аягүҙҙән эре ҡалаларға тиклем ара (автомобиль юлдарынан)[10]
Ҡаҙағстан Семей ~ 360 км
Ҡаҙағстан Павлодар ~ 670 км
Рәсәй флагыОмск ~ 1085 км
Ҡаҙағстан Усть-Каменогорск ~ 310 км
Ҡаҙағстан Астана ~ 920 км
Ҡаҙағстан Тимертау ~ 750 км
Ҡаҙағстан Ҡарағанды ~ 698 км
Роза ветров
Ҡаҙағстан Зайсан ~ 490 км
Ҡытай Халыҡ Республикаһы Урумчи ~ 789 км
Ҡаҙағстан Талдыҡорған ~ 530 км
Ҡаҙағстан Алматы ~ 744 км
Ҡырғыҙстан флагы Бишкәк ~ 960 км

Тимер юл[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡалала ҡеүәтле магистарль тимер юл станцияһы бар. 2 эре локомотив депоһы, тимер юл предприятиелары эшләй. Семей—Ҡыҙылурҙа, Алматы—Защита, Алматы—Усть-Каменогорск, Семей—Ҡарағанды, Алматы—Павлодар, Новосибирск—Алматы, Новокузнецк—Бишкәк, ТашкентНовосибирск йүнәлештәренә поезд йөрөй.

Һауа транспорты[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Аэропорт ҡала ситендә урынлашҡан: Аягүҙ аэродромы 2 класлы, Ту-134, Ту-154, Ан-12, Як-42 һәмә еңелерәк самолеттарҙы һәм бөтә төр вертолеттарҙы ҡабул итә ала

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Карта Ҡаҙағстана, масштаб 1:3 000 000, Роскартография, 2011 год.
  2. С 1994 года согласно официальным русскоязычным изданиям Казахстана, см
  3. Численность населения Республики Казахстан по полу в разрезе областей, городов, районов, районных центров и поселков на 1 января 2016 года. Комитет по статистике Министерства национальной экономики Республики Казахстан. Дата обращения: 27 июль 2016. 2016 йылдың 3 март көнөндә архивланған.
  4. Агентство Республики Казахстан по статистике. Численность населения Республики Казахстан по областям, городам и районам, полу и отдельным возрастным группам, отдельным этносам на начало 2010 года Архивировано 17 января 2013 года
  5. http://pop-stat.mashke.org/kazakhstan-ethnic2010.htm/ 2019 йылдың 2 октябрь көнөндә архивланған. Национальный состав населения Казахстана по переписи 2009
  6. Пятнадцать миллионов — не предел(недоступная ссылка)
  7. Географические названия мира: Топонимический словарь. /Е. М. Поспелов; отв.ред. Р. А. Агеева. — 2-е изд., стереотип. — М.:Русские словари, 2002 ISBN 5-17-001389-2 ISBN 5-271-00446-5 ISBN 5-93259-014-9
  8. Государственный архив Восточно-Казахстанской области(недоступная ссылка)
  9. Справочник по истории административно-территориального деления Семипалатинской области 1939—1997 гг. www.cdni-arhiv.vko.gov.kz/ru/files/directory_03.doc
  10. Расчёт расстояний между городами. Транспортная компания «КСВ 911». Дата обращения: 13 август 2009. Архивировано 12 август 2011 года.