Байназар (исем)

Викидата элементы юҡ

Байназар — башҡорт ир-ат исеме, башҡа төрки халыҡтарҙа ла ҡулланыла

Этимологияһы

Байназар башҡорт теленә ғәрәп теленән үҙләштерелгән — бай + назар (уй, иғтибар; ярҙам); иғтибарлы, ярҙамсыл бай (хужа), изге назар тигәнде аңлата[1]

Билдәле шәхестәр

Байназар (тархан) — Златоуст өйәҙе Мырҙалар волосы (хәҙерге Салауат районы Арҡауыл ауыл советы биләмәһе) тарханы, Айҙар Байыҡ сәсәндең атаһы.

Фамилияла

Байназаров Ғәлиулла Хәйрулла улы (1919 — 20. 08. 1943), 112-се кавалерия дивизияһы яугиры, рядовой.

Байназаров Булат Байназар улы (1902 йыл (башҡа сығанаҡтар буйынса 1923 йыл — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, ҡыҙылармеец (башҡа сығанаҡтар буйынса сержант).

Байназаров Баязит Рәмзи улы — 1980 йылдың 17 ғинуарында Башҡортостан Республикаһы Бөрйән районының Яумбай ауылында тыуған. 1997 йылда Өфө сәнғәт училищеһының Сибай филиалына вокал сәнғәте класына уҡырға инә. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы Камил Абдрахман улы Вәлиевта уҡый. Беренсе курсты тамамлағандан һуң, 1998 йылда Сибай дәүләт филармонияһына артист-вокалсы булып урынлаша. 2001 йылда училищены тамамлай. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2009г.)

Ауылдар

Сығанаҡтар

Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ