Байрамғолова Нилә Ильяс ҡыҙы
Нилә Ильяс ҡыҙы Байрамғолова (рус. Ниля Ильясовна Байрамгулова; 1948 йылдың 21 феврале, Яңы Байрамғол ауылы, Башҡорт АССР-ы — 2025 йылдың 27 сентябре, Өфө) — совет һәм Рәсәййырсыһы, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1997)[1].
Биографияһы
1948 йылдың 21 февралендә Башҡорт АССР-ының Учалы районы Яңы Байрамғол ауылында тыуған. 1-се мәктәп-интернатты (хәҙерге Рәми Ғарипов исемендәге Башҡорт республика гимназия-интернаты) тамамлағандан һуң Өфө сәнғәт училищеһында уҡый[2].
1976 йылда Өфө дәүләт сәнғәт институтын Р. Д. Земчурина класы буйынса тамамлай[1].
1969–2003 йылдарҙа Башҡортостандың Хор капеллаһы артисы була[3]. 2003 йылдан Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы администраторы булып эшләй[1].
2025 йылдың 28 сентябрендә уның оҙайлы ауырыуҙан һуң Өфө ҡалаһында 78-се йәшендә вафат булыуы тураһында хәбәр ителә. Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында хушлашыу сараһы 29 сентябргә тәғәйенләнә[2].
Ижады
Репертуарында Камил Рәхимовтың Мәҡсүд Сөндөклө һүҙҙәренә яҙылған «Дим буйында» һәм Абрар Ғабдрахмановтың Әсхәл Әхмәт-Хужа һүҙҙәренә яҙылған «Башҡортостан» әҫәрҙәрендәге яңғыҙ башҡарылған партиялар, шулай уҡ башҡорт халыҡ йырҙары «Томан», «Элмәлек» һәм башҡалар була[1].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа наградалары
- Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1975)[1].
- Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1997)[1].
Ғаиләһе
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 4 5 6 Г. Н. Ахмадеева. Байрамгулова Ниля Ильясовна. Башкирская энциклопедия.
- ↑ 1 2 3 Лейла Аралбаева. В Уфе ушла из жизни народная артистка Башкирии Ниля Байрамгулова. Башинформ (28 сентябрь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 октябрь 2026.
- ↑ Рашит Аюпов. 21 февраля. Вечерняя Уфа (21 февраль 2013). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 октябрь 2026.