Байыҡ (исем)

Викидата элементы юҡ

Байыҡ — башҡорт ир-ат исеме. Башҡа төрки халыҡтарҙа ла бар.

Этимологияһы

Байыҡ — башҡорт исеме. Тоғро, ысын, изге мәғәнәләренә эйә.[1][2]

Билдәле кешеләр

Байыҡ Айҙар (1 декабрь 1710 йыл — 10 октябрь 1814 йыл) — сәсән, шағир-импровизатор, башҡорт халҡының азатлығы өсөн көрәшеүсе. Ул Айҙар сәсән, ысын исеме Байыҡ Аблаев, башҡа мәғлүмәттәр буйынса, Баймөхәмәт Байназаров 1734 йылда, башҡа мәғлүмәттәр буйынса, 1710 йылда Себер даруғаһы Мырҙалар улусы Монай ауылында (хәҙерге Башҡортостандың Салауат районы Арҡауыл ауылында), башҡа мәғлүмәттәр буйынса, шул уҡ улустың Мәхмүт ауылында — яҡынса 1815 йылда вафат булған, сәсән. Сәсән исеменең 2‑се өлөшө «айҙар» (хөрмәтле, ихтирамлы) халыҡ тарафынан бирелә.

Ауылдар

Халыҡ ижадында

«Байыҡ» йыры — башҡорт халҡының ауыҙ-тел хазинаһы, был көйгә бейеү ҙә һалынған. Халыҡ йырына әйләнһә лә, уның конкрет авторы ла бар. Ул — Байыҡ Аблаев.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

«Байыҡ» — башҡорт бейеүҙәрен башҡарыусыларҙың республика телевизион конкурсы.

Иҫкәрмәләр

  1. Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
  2. Таңһылыу Күсимова. 2018 йылдың 16 май көнөндә [https://web.archive.org/web/20180516203613/http://bashklip.ru/site/kitap/isembashklip_ru.pdf архивланған. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.

Сығанаҡтар

Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ