Безценный Виктор Николаевич

Биографияһы

Безценный Виктор Николаевич 1924 йылдың 20 июлендә Дмитриевск ҡалаһында (хәҙер Донецк Халыҡ Республикаһының Макеевка ҡалаһы) тыуған[1].

Тулы булмаған урта белемле. 1941 йылдың февраленән Башҡорт АССР-ы, хәҙер Башҡортостан Республикаһы, Иглин районының Иглин ауылында йәшәгән, бында уҡыуын дауам иткән, колхозда эшләгән[1].

1942 йылдан Ҡыҙыл Армия сафында хеҙмәт итә. 1943 йылда Өфө хәрби пехота училищеһын тамамлай[2].

1943 йылдың майынан Үҙәк, Белоруссия һәм 1-се Белоруссия фронттарында һуғыша. 65-се армия 193-сө уҡсылар дивизияһы 865-се уҡсылар полкының взвод командиры лейтенант Виктор Николаевич Безце́нный «Советтар Союзы Геройы» исеменә 1943 йылдың 15 октябрендә Днепр йылғаһын аша сыҡҡанда күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. Уның взводы Белорус ССР-ының ҡала тибындағы Лоев ҡасабаһы эргәһендә Днепрҙың уң яҡ ярында плацдармды һаҡлап ҡала[2].

1945 йылда демобилизацияланғандан һуң — Макеевка һәм Мукачево ҡалаларында прокурор ярҙамсыһы, Луганск ҡалаһында адвокат булып эшләй. 1950 йылдан КПСС ағзаһы.

1976 йылдың 2 декабрендә вафат була. Макеевка ҡалаһы зыяратында ерләнә[1].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • Советтар Союзы Геройы (1943)
  • «Алтын Йондоҙ» миҙалы (№ 1520)(30.10.1943)[3]
  • Ленин ордены (1943)[3]

Хәтер

  • Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең 2020 йылдың 2 октябрендәге 585-се Ҡарары менән Виктор Николаевич Безценныйҙың исеме Башҡортостан Республикаһы Иглин районы муниципаль (рус.)баш. районының Иглин ауылы 1-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе муниципаль дөйөм белем биреү бюджет учреждениеһына бирелә[4];
  • Иглин ҡасабаһында Геройҙың бюстары ҡуйылған: 2002 йылда Е. Иглина исемендәге паркта, 2005 йылда — ул уҡыған 1-се урта мәктәп бинаһы эргәһендә[1];
  • Безценный Виктор Николаевич исемен Макеевка ҡалаһы урамы йөрөтә[1].

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 3 4 5 И. Ғ. Кәримова. Безценный Виктор Николаевич (башҡ.). «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы (10 октябрь 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 февраль 2026. (баш.)
  2. 1 2 Н. В. Уфаркин. Безценный Виктор Николаевич. Международный патриотический интернет проект «Герои страны». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 февраль 2026. (рус.)
  3. 1 2 Безценный Виктор Николаевич. Проект Министерства обороны Российской Федерации «Память народа». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 февраль 2026.
  4. Постановление Правительства Республики Башкортостан от 2 октября 2020 года № 585 «О присвоении общеобразовательным организациям Республики Башкортостан имен Героев Советского Союза, Героев Российской Федерации и выдающихся деятелей Республики Башкортостан». Правительство Республики Башкортостан (2 октябрь 2020). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 февраль 2026. (рус.)

Әҙәбиәт

  • Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов. — М.: Воениздат, 1987. — Т. 1 /Абаев — Любичев/. — 911 с. — 100 000 экз. — ISBN отс., Рег. № в РКП 87-95382.
  • Кизин Ю. Порыв //Славные сыны Башкирии. Кн.3. Уфа, 1968.