Бикташева Тәлиғә Миңлевәли ҡыҙы

Бикташева Тәлиғә Миңлевәли ҡыҙы (рус. Бикташева Талига Миннивалеевна; 1911 йылдың 28 июле, Өфө өйәҙе, Өфө губернаһы, Арыҫлан1995 йылдың 14 октябре, Мәскәү) — совет башҡорт актрисаһы. Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1955). Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1938). КПСС ағзаһы (1942 йылдан).

Биографияһы

1911 йылдың 28 июлендә Өфө губернаһы Өфө өйәҙе Ҡараяҡуп улусы Арыҫлан ауылында (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Шишмә районы) тыуған.

1932 йылда Башҡорт сәнғәт техникумын В. Ғ. Мортазин-Иманский һәм М. Ә. Мәһәҙиев курсы буйынса тамамлаған[1]. Студент сағында уҡ М. Фәйзиҙең «Ғәлиәбаныу» мелодрамаһында баш ролде Башҡорт драма театры сәхнәһендә башҡарған[2].

1930 йылдан 1971 йылға тиклем — Башҡорт академия драма театры (БАДТ) актрисаһы[3].

Сәхнә карьераһы тамамланғандан һуң 1991 йылға тиклем сәхнә ветерандары советының рәйесе булып эшләгән, театр сәнғәте ветерандарына ярҙам күрһәткән[2].

1995 йылдың 14 октябрендә Мәскәүҙә вафат булған.

Ролдәре

Театрҙа 40 йыл эшләү дәүерендә 100-ҙән ашыу сәхнә образы тыуҙырған. Төп ролдәре: Ҡарлуғас (Б. Бикбайҙың шул уҡ исемле драмаһы), Айхылу («Хакмар» — «Дуҫлыҡ һәм мөхәббәт», С. Мифтахов), Ғәйнәүәл («Ағымдар», Т. Ғиззәт), Ксения («Борис Годунов», А. Пушкин), Көнбикә («Бисәкәй», А. Мөбәрәков), Ульяна Громова һәм Елена Кошевая («Йәш гвардия», А. Фадеев — В. Ғәлимов), Мәрзиә һәм Илбикә («Ул ҡайтты», «Әсә хөкөмө», Ә. Атнабаев), Мәстүрә («Йырланмаған йыр», М. Кәрим)[1][2].

Иң яҡшы роле — М. Ғафуриҙың «Ҡара йөҙҙәр» повесы буйынса Ғ. Әмири һәм В. Ғ. Ғәлимовтың шул уҡ исемле әҫәрендә Ғәлимә роле. Был роль 1955 йылда Мәскәүҙә үткән Башҡорт әҙәбиәте һәм сәнғәте декадаһында юғары баһаланған[1][2].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа наградалары

Хәтер

Өфө ҡалаһында Карл Маркс урамындағы 32-се йортҡа, актриса күп йылдар йәшәгән йортҡа, мемориаль таҡтаташ ҡуйылған[2].

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 3 4 Саитов С. С. Бикташева Талига Миннивалеевна. Башкирская энциклопедия (10 октябрь 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 июль 2026.
  2. 1 2 3 4 5 Романов В. Она была истинной звездой башкирской театральной сцены (К 105-летию со дня рождения актрисы Талиги Бикташевой). Башинформ (28 июль 2016). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 июль 2026.
  3. Бикташева Талига Миннивалеевна (1911—1995). Башкирский академический театр драмы имени Мажита Гафури. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 июль 2026.

Һылтанмалар