Бикәйев Ноғоман Сабит улы

Бикәйев Ноғоман Сабит улы (рус. Бикеев Нугуман Сабитович) (1903 йыл[1] — 14 февраль 1943 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, ҡыҙылармеец. 112 -се Башҡорт (16-сы гвардия Чернигов) кавалерия дивизияһының 60-сы гвардия кавалерия полкы ҡылыссыһы[2].

Биографияһы

Ноғоман Сабит улы Бикәйев 1903 йылда Ырымбур губернаһы Орск өйәҙе (хәҙер Башҡортостандың Баймаҡ районы) Түбә ауылында[2] тыуған. Һуғыш башланғас, Башҡорт АССР-ының Баймаҡ районы хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армия сафына алына. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһында хеҙмәт итә, 60-сы гвардия кавалерия полкы ҡылыссыһы була. Украина ССР-ы Ворошиловоград өлкәһе Чернухино станцияһы тирәһендәге ҡаты алыштар барышында һәләк була[2] һәм шунда ерләнә.

Хәтер

Бикәйев Ноғоман Сабит улының исеме Баймаҡ районының Хәтер китабына индерелгән[3].

Һылтанмалар