Бишмунса
Ауыл | |
Бишмунса | |
---|---|
татар. Бишмунча | |
54°51′18″ с. ш. 52°35′28″ в. д.HGЯO | |
Ил |
![]() |
Федерация субъекты | Татарстан |
Муниципаль район | Әлмәт |
Ауыл биләмәһе | Бишмунса |
Тарихы һәм географияһы | |
Нигеҙләнгән | XVIII быуат |
Сәғәт бүлкәте | UTC+4:00 |
Халҡы | |
Халҡы | 740 кеше (2000) |
Милли составы | татарҙар |
Конфессиялар | мосолмандар |
Һанлы идентификаторҙар | |
Телефон коды | +7 +7 |
Почта индексы | 423443 |
Код ОКАТО | 92 208 809 001 |
Код ОКТМО | 92 608 409 101 |
Номер в ГКГН | 0159028 |
|
Бишмунса — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһы Әлмәт районы ауылы. Бишмунса ауыл биләмәһе составына керә һәм уның үҙәге булып тора.
География
Ауыл Урсала йылғаһының һул ҡушылдығы — Кама буйында, Әлмәт ҡалаһынан көньяҡ-көнсығыштараҡ 22 км алыҫлыҡта урынлашҡан[1].
Тарих
Бишмунса — Юрмый улустары башҡорттарының һәм типтәрҙәрҙең ауылы. 1730 йылдарҙа нигеҙләнгән[1]. 12-се башҡорт кантоны, Ырымбур губернаһы Бөгөлмә өйәҙенә ҡарай. 1850 йылда Бөгөлмә өйәҙе Һамар губернаһына инә. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл Микул улусы составына керә.
Ауыл мәсете тураһында тәүге тапҡыр 1762 йылда телгә алына, 1866 йылда икенсе мәсет, ә 1908 йылда өсөнсө мәсет төҙөлә. Мәсеттәр эргәһендә мәктәптәр булған. ХХ быуат башында ауылда 3 һыу тирмәне, земство станцияһы теркәлгән[1].
1920 йылда ауыл яңы ойошторолған Татар АССР-ының Бөгөлмә кантоны составына керә. 1930 йылда Әлмәт районына составына инә[1].
1920 йылдарҙа Бишмунсанан сыҡҡан кешеләр Аҡшишмә һәм Камайылға ауылдарына нигеҙ һала[1].
Халыҡ һаны
1795 йылда — ир енесле 232 йән типтәр, 41 йән башҡорт һәм 24 йән яһаҡлы татар; 1859 йылда ир енесле 219 йән типтәр[2] йәшәгән. Керҙәш башҡорттар сығышы менән Байлар улусының Муртыштамаҡ ауылынан[3].
1795 | 1859 | 1883 | 1889 | 1897 | 1910 | 1920 | 1926 | 1938 | 1949 | 1958 | 1970 | 1979 | 1989 | 2000 |
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
324 | 1062 | 1336 | 1598 | 2038 | 2887 | 2377 | 2177 | 2801 | 1208 | 1099 | 1061 | 930 | 700 | 740 |
Инраструктура
Ауылда урта мәктәп, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.