Яңы Кәшер
Яңы Кәшер — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһы Әлмәт районы ауылы. Яңы Кәшер ауыл биләмәһе составына керә һәм уның үҙәге булып тора.
География
Тарих
Яңы Кәшер — юрмый ырыуы башҡорттарының ауылы. 12-се башҡорт кантоны, Ырымбур губернаһы Бөгөлмә өйәҙенә ҡарай. 1850 йылда Бөгөлмә өйәҙе Һамар губернаһына инә. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл Урсала улусы составына керә.
1764 йылда 3 тирмән, 1795 йылда — 1 мәсет, 1859 йылда — 2 мәсет теркәлгән. ХХ быуат башында бында 3 мәсет, 3 мәктәп, 4 һыу тирмәне, 2 тимерлек, 5 бакалея кибете иҫәпләнгән. Яҡынса 1920 йылдарҙа 4-се мәсет асыла[1].
1920 йылда ауыл яңы ойошторолған Татар АССР-ының Бөгөлмә кантоны составына керә. 1930 йылда Әлмәт районына составына инә[1].
Халыҡ һаны
Инраструктура
Ауылда урта мәктәп, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар. Игенселек, малсылыҡ үҫешкән; икмәк заводы, ауыл хужалығы техникаһы предприятиеһы эшләй[1].