Биғлов Мөхәмәтәкрәм Мөхәмәтйән улы
Мөхәмәтәкрәм Мөхәмәтйән улы Биғлов (рус. Мухаммедакрам Мухамметжанович Биглов; 1871 йылдың, Шишмә[d] — 1919 йылдың 30 марты, Шишмә[d]) — дворян, йәмәғәтсе, земство начальнигы. Өфө губернаһынан Рәсәй империяһының II саҡырылыш Дәүләт думаһы (1907—1910) депутаты.
Биографияһы
Өфө губернаһы дворяны. Ырымбур кадет корпусын[1], башҡа мәғлүмәттәр буйынса Павловск хәрби училищеһын тамамлай[2]. Земство начальнигы булып хеҙмәт итә. Думаға һайланғанға тиклем Бәләбәй өйәҙ земство (рус.)баш. управаһы рәйесе була, был вазифала 1907—1909 йылдарҙа эшләй. 850 дисәтинә ергә эйә була[3].
1907 йылдың 6 февралендә Өфө губернаһынан II саҡырылыш Дәүләт думаһына һайлана[4]. Мосолман фракцияһы (рус.)баш. составына инә, уның бюро рәйесе итеп һайлана[5]. Думаның бюджет комиссияһы ағзаһы була. Хәҙерге тарихсылар М. М. Биғловтың сәйәси позицияһын ошолай билдәләй: «Сәйәси ҡарашы буйынса Конституцион-демократик партияға яҡын, әммә ҡайһы бер мәсьәләләр буйынса конституцион демократтарҙан һулыраҡ позиция биләй»[1], әммә мосолман фракцияһы каде ттар менән бергә тауыш биргәнлектән, М. Биғловты был фракцияға индерергә мөмкинлек бирә[2].
III саҡырылыш Дәүләт Думаһына һайлау кампанияһы барышында Бәләбәй ҡалаһынан һайлана, агитация тауыш биреү көнөндә лә алып барылғанлыҡтан, губерна комиссияһы һөҙөмтәләрҙе юҡҡа сығара. Етәкселек итеүсе Сенат Биғловтың шикәйәтен ҡәнәғәтләндермәй. 1910 йылдың 18 июнендә экстрен өйәҙ йыйылышында Биғлов өйәҙ земство управаһы рәйесе һәм Алабуға ҡалаһы башлығы итеп һайлана, әммә Алабуға земство ҡарарын Вятка вице-губернаторы кире ҡаға.
1915 йылдан — Рәсәй империяһы армияһында. 1917 йылғы Октябрь революцияһынан һуң аҡтар хәрәкәтенә ҡушыла: 1917—1918 йылдарҙа Ҡазанда 95-се мосолман пехота полкы менән командалыҡ итә. Капитан (башҡа мәғлүмәттәр буйынса, полковник)[3].
«Болаҡ аръяғы республикаһы» тип аталған ойошманы ойоштороусыларҙың береһе, уның ҡораллы көстәренең штабы начальнигы була. «Болаҡ аръяғы республикаһы» большевиктар тарафынан баҫтырылғас, ҡасып ҡотола һәм ҡалған ғәскәр менән адмирал А. В. Колчак армияһына ҡушыла. 1918 йылдың сентябренән 1919 йылдың 16 февраленә тиклем тик мосолмандарҙан торған 16-сы татар уҡсылар полкы менән командалыҡ итә[3].
Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, һуғышта һәләк була[1], икенселәренә ярашлы, хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Шишмә тимер юл станцияһы ҡасабаһында вафат була[3].
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 Б. Ю. Иванов, А. А. Комзолова, И. С. Ряховская // Усманова Д. М. Государственная дума Российской империи: 1906—1917. // Биглов Мухаммедакрам Мухамметжанович. — Москва: РОССПЭН, 2008. — С. 54. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 19 февраль 2026)
- ↑ 1 2 Боиович М. М. Члены Государственной думы (Портреты и биографии). Второй созыв.. — Москва: Товарищество И. Д. Сытина, 1907. — 364 с. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 19 февраль 2026)
- ↑ 1 2 3 4 Л. А. Ямаева. Биғлов Мөхәмәтәкрәм Мөхәмәтйән улы (башҡ.). «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы (18 октябрь 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 февраль 2026. (баш.)
- ↑ Ямаева Лариса Асхатовна. Выборы в Государственную Думу (1906 - 1917) среди мусульманского населения Уфимской и Оренбургской губерний. — Уфа: Восточный университет, 2008. — С. 15—21. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 19 февраль 2026)
- ↑ Хабутдинов А. Ю., Мухетдинов Д. В. Всероссийские мусульманские съезды 1905—1906 гг. Сайт Издательский дом «Медина» (27 декабрь 2011). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 февраль 2026. (рус.)
Әҙәбиәт
- Боиович М. М. Члены Государственной думы (Портреты и биографии). Второй созыв. М.: Тип. Товарищества И. Д. Сытина. 1907. С. 364.
- Б. Ю. Иванов, А. А. Комзолова, И. С. Ряховская. // Усманова Д. М. Государственная дума Российской империи: 1906—1917. // Биглов Мухаммедакрам Мухамметжанович. Москва. РОССПЭН. 2008. C. 54.
- Мусульманские депутаты Государственной думы России, 1906—1917 гг.: Сборник документов и материалов. Уфа, 1998. С. 284;
- Усманова Д. М. Мусульманские представители в Российском парламенте, 1906—1917. Казань, 2005.
Һылтанмалар
- «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы. Биғлов Мөхәмәтәкрәм Мөхәмәтйән улы (баш.) (Тикшерелеү көнө: 19 февраль 2026)
Архивтар
- Российский государственный исторический архив]. Фонд 1278. Опись. 1 (2-й созыв). Дело 37; Дело 555. Лист 5.