Бритов Иван Григорьевич
Бритов Иван Григорьевич (30 ғинуар 1905 йыл — 15 ноябрь 1990 йыл) — сәнәғәт өлкәһе, профсоюз, партия, урындағы башҡарма һәм дәүләт органдары хеҙмәткәре, йәмәғәтсе. 1953 йылдан Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумы Рәйесе урынбаҫары, 1956—1962 йылдарҙа хеҙмәтсәндәр депутаттарының Белорет ҡала советы рәйесе. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры.
Биографияһы
Иван Григорьевич Бритов 1905 йылдың 30 ғинуарында Рәсәй империяһының Ырымбур губернаһы Тамьян-Ҡатай өйәҙенең[1] Тирлән ауылында тыуған[2].
1918—1927 һәм 1929—1940 йылдарҙа Тирлән тимер табаҡтары прокатлау заводында мастер, директор ярҙамсыһы, әҙерләү бүлеге мөдире, кадрҙар бүлеге начальнигы, заводтың профсоюз комитеты рәйесе, партком секретары, цех начальнигы булып эшләй[3].
1940 йылдан — хеҙмәтсәндәр депутаттарының Белорет ҡала советы рәйесе[3].
1943 йылдан Белорет тимер табаҡтарын прокатлау һәм металлургия заводтарының партбюро секретары[3].
1951 йылдан хеҙмәтсәндәр депутаттарының Белорет ҡала советы башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары[3].
1953 йылдан Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумы Рәйесе урынбаҫары[3], 1956—1962 йылдарҙа хеҙмәтсәндәр депутаттарының Белорет ҡала советы рәйесе[4].
1990 йылдың 15 ноябрендә Белорет ҡалаһында вафат була[3].
Йәмәғәт эшмәкәрлеге
• 82-се Воскресенск һайлау округы буйынса Башҡорт АССР-ының 4-се саҡырылыш (1955—1959) Юғары Советы депутаты[5]
• 39-сы Тирлән һайлау округы буйынса Башҡорт АССР-ының 5-се саҡырылыш (1959—1963) Юғары Советы депутаты[6]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Иҫкәрмәләр
- ↑ Хәҙер Башҡортостан Республикаһының Белорет районы.
- ↑ 1 2 3 Администрация муниципального района Белорецкий район. Официальный сайт. Почетные граждане: Бритов Иван Григорьевич (рус.) (Тикшерелеү көнө: 5 ғинуар 2025)
- ↑ 1 2 3 4 5 6 Белорецкая энциклопедия. — Белорецк: (ИП Абдуллин Р. К.), 2007. 260 с., илл. ISBN 978-5-8258-0248-0. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 5 ғинуар 2025)
- ↑ Знаменитые люди города Белорецка и Белорецкого района. Белорецкий историко-краеведческий музей. Официальный сайт (рус.) (Тикшерелеү көнө: 5 ғинуар 2025)
- ↑ БАССР-ҙың 4-се саҡырылыш Юғары Советы депутаттары исемлеге (Тикшерелеү көнө: 5 ғинуар 2025)
- ↑ БАССР-ҙың 5-се саҡырылыш Юғары Советы депутаттары исемлеге (Тикшерелеү көнө: 5 ғинуар 2025)
- ↑ POISK.RE — электронный банк документов периода Великой Отечественной войны. Награда Ивана Бритова. Чем награждён: Медаль «За победу над Германией в Великой Отечественной войне 1941–1945 гг.» (рус.) (Тикшерелеү көнө: 5 ғинуар 2025)
Һылтанмалар
• Белорецкая энциклопедия. — Белорецк: (ИП Абдуллин Р. К.), 2007. 260 с., илл. ISBN 978-5-8258-0248-0. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 4 ғинуар 2025)
• Администрация муниципального района Белорецкий район. Официальный сайт. Почетные граждане: Бритов Иван Григорьевич (рус.) (Тикшерелеү көнө: 4 ғинуар 2025)
• Знаменитые люди города Белорецка и Белорецкого района. Белорецкий историко-краеведческий музей. Официальный сайт
• Знаменитые люди г.Белорецка и Белорецкого района. Журнал «Ватандаш»