Бәҙретдинов Ратмир Сәрүәр улы
Ратмир Сәрүәр улы Бәҙретдинов (рус. Ратмир Сарварович Бадретдинов; 1931 йылдың 15 ноябре, Ҡотош, Мәсетле районы, Башҡорт АССР-ы, СССР — 2020 йылдың 30 октябре, Өфө, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй) — совет бейеүсе8е, Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1977). Бәҙретдинов Йәғәфәр Зәйнәғетдин улының туғаны.
Биографияһы
1931 йылдың 15 ноябрендә Башҡорт АССР-ының Дыуан-Мәсетле районы (хәҙерге Мәсетле районы) Ҡотош ауылында тыуған. Бәләкәйҙән хисле, халыҡ йырҙарына һәм бейеүҙәренә ғашиҡ була. Үҫмер йылдарында уҡ башҡорт бейеүҙәрен оҫта башҡарыусы булып таныла.
1952 йылда Башҡорт театр-сәнғәт училищеһын тамамлағандан һуң, хеҙмәт юлын Башҡорт дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамблендә солист булып башлай. 1973 йылда ансамблдең директоры итеп тәғәйенләнә. 1980 йылда Өфө дәүләт сәнғәт институтының проректоры булып эшләй. 1986—2001 йылдарҙа — Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының директор урынбаҫары һәм төп администраторы[1].
Ратмир Сәрүәр улы Бәҙретдинов 2020 йылдың 30 октябрендә Өфө ҡалаһында вафат булды, ул пневмония менән сирләп дауаханала ятҡан[2]
Ижады
Хисбулла Зөбәйҙуллин, Мөхәмәт Иҙрисов, Әнүәр Фәхретдинов, Закир Исмәғилев һәм башҡа арҙаҡлы бейеүселәр менән эшләү уға оло мәктәп була. 1955 йылда Варшавала үткән V Бөтә донъя йәштәр һәм студенттарҙың фестивалендә Ратмир Бәҙретдинов сәхнәләш партнерҙары Зилара Әйүпова һәм Фәрит Кәримов менән берлектә тамашасыны һәләте менән таң ҡалдыра. Ф. Ғәскәров исемендәге ансамбль составында ул Польшала, Вьетнамда, Монголияла, Һиндостанда, Францияла, Испанияла — барлығы 40-тан ашыу илдә уңышлы сығыш яһай.
Ратмир Бәҙретдинов башҡарған «Еңел баҫ!», «Йәш йөрәктәр», «Тау бөркөтө», «Өс туған», «Әпипә», «таулы марийҙар бейеүе» юғары башҡарыу оҫталығы өлгөһө булып тора[1].
2007 йылдан «Байыҡ» телепроектының алыштырғыһыҙ жюри рәйесе булды[2][3].
Ғаиләһе
- Йәмәғәте — Асия Нафиҡова (1932—1995), театр актёры, Башҡортостандың халыҡ артисы.
- Улдары — Рәшит менән Ирек[1].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа наградалары
- Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1977);
- Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1963);
- «Хеҙмәт отличиеһы өсөн» миҙалы;
- «Хеҙмәт ветераны» миҙалы;
- «1941-1945 йылдарҙа Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә 50 йыл» миҙалдары һәм башҡа наградалар менән бүләкләнгән[4].
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 https://veteranrb.ru Выдающийся танцовщик республики отмечает 85-летний юбилей
- ↑ 1 2 Өфөлә Башҡортостандың халыҡ артисы Ратмир Бәҙретдинов арабыҙҙан китте (Тикшерелеү көнө: 30 октябрь 2020)
- ↑ Бадретдинов Ратмир Сарварович 2016 йылдың 29 ғинуар көнөндә архивланған.
- ↑ Мастера искусств Башкортостана: Ратмир Бадретдинов (К 85-летию выдающегося танцовщика)
Һылтанмалар
- Бәҙретдинов Ратмир Сәрүәр улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.