Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы
- "ООН" бите бында йүнәтелә.
- "UN" бите бында йүнәтелә.
Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы, БМО (ингл. United Nations, рус. Организация Объединённых Наций) — донъяла тыныслыҡ һәм именлекте һаҡлауҙы, дәүләттәр араһында күп яҡлы бәйләнештәрҙе үҫтереүҙе үҙ эшмәкәрлегенең маҡсаты итеп ҡуйған халыҡ-ара ойошма. БМО ҡарарҙары Ойошма системаһына ҡараған махсус маҡсатлы агентлыҡтар, бәйле ойошмалар, шуралар һәм ағза илдәрҙең структуралары арҡылы тормошҡа ашырыла.
Тарих
Ойошма эшмәкәрлеге һәм структураһы Икенсе донъя һуғышы ваҡытында Гитлерға ҡаршы коалиция булдырған илдәр тарафынан төҙөлгән. «Берләшкән Милләттәр» исеме беренсе тапҡыр 1942 йылдың 1 ғинуарында ҡул ҡуйылған «Берләшкән Милләттәр Декларацияһы»нда телгә алына.
БМО уставы 1945 йылда Сан-Франциско конференцияһында раҫлана, шул уҡ йылдың 26 июнендә 51 дәүләт вәкиле тарафынан ҡул ҡуйыла. Уставтың үҙ көсөнә инеү датаһы — 24 октябрь Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы көнө тип билгеләнә.
Структура
- Генераль Ассамблея
- Генераль секретарь
- БMO-ның Именлек Советы
- Секретариат
- БМО-ның Халыҡ-ара суды
- Махсус ойошмалар
БМО-ның Генераль Ассамблеяһы
БМО-ның Генераль Ассамблеяһы йәки Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының Генераль Ассамблеяһы, (инглизсә United Nations General Assembly, fr. L’Assemblée générale des Nations unies) — 1945 йылда БМО резолюцияһы буйынса ойошҡан БMO-ның вәкилдәр, директив, кәңәшсе баш органы.
БMO-ның Именлек Советының ҡарарҙарынан айырмалы булараҡ, БМО-ның Генераль Ассамблеяһы ҡарарҙары мәжбүри көскә эйә түгел.
Ассамблея 193 БМО ағзаһынан тора. БМО Уставында[5] тасуирланған халыҡ-ара мәсьәләләргә ҡағылышлы фекер алышыу майҙаны булып тора.
Ассамблея сессияларына йыл һайын сентябрь—декабрь айҙары араһында йыйыла, улар араһында зарурлыҡ тыуғанда йыйылыуы мөмкин.
Генераль секретарь
БМО-ның Генераль секретары ойошманың Именлек Советы тәҡдиме буйынса Генераль Ассамблея тарафынан яңынан һайланыу мөмкинлеге менән 5 йылға тәғәйенләнә.
| № | Исем | Фото | Ил | Вазифаны үтәй башлау ваҡыты | Тамамлау ваҡыты |
|---|---|---|---|---|---|
| – | Глэдвин Джебб |
(Көнбайыш Европа) |
24 октябрь 1945 йыл | 1 февраль 1946 йыл | |
| 1 | Трюгве Хальвдан Ли |
(Көнбайыш Европа) |
2 февраль 1946 йыл | 10 ноябрь 1952 йыл | |
| 2 | Даг Хаммаршельд |
(Көнбайыш Европа) |
10 апрель 1953 йыл | 18 сентябрь 1961 йыл | |
| 3 | У Тан |
(Азия) |
30 ноябрь 1961 йыл | 1 ғинуар 1972 йыл | |
| 4 | Курт Вальдхайм |
(Көнбайыш Европа) |
1 ғинуар 1972 йыл | 1 ғинуар 1982 йыл | |
| 5 | Хавьер Перес де Куэльяр |
(Көньяҡ Америка) |
1 ғинуар 1982 йыл | 1 ғинуар 1992 йыл | |
| 6 | Бутрос Бутрос-Гали |
(Африка) |
1 ғинуар 1992 йыл | 1 ғинуар 1997 йыл | |
| 7 | Кофи Аннан |
(Африка) |
1 ғинуар 1997 йыл | 1 ғинуар 2007 йыл | |
| 8 | Пан Ги Мун |
(Азия) |
1 ғинуар 2007 йыл | 1 ғинуар 2017 йыл Беренсе срогы бөтөр алдынан | |
| 9 | Антониу Гутерреш |
(Көнбайыш Европа) |
1 ғинуар 2017 йыл | Вазифаһын башҡара |
Именлек советы
БMO-ның Именлек Советы халыҡ-ара тыныслыҡ һәм именлек өсөн яуаплы, уның ҡарарҙарына БМО-ның барлыҡ ағзалары буйһонорға бурыслы. БМО-ның именлек Советындағы биш даими ағза (Рәсәй Федерацияһы, АҠШ, Бөйөк Британия, Франция, Ҡытай) вето хоҡуғына эйә.
Именлек Советы биш ағзанан тора: биш ағза — даими (Рәсәй, АҠШ, Бөйөк Британия, Франция һәм Ҡытай), ҡалған ун ағза (Устав терминологияһы буйынса — «даими булмаған аҡзалар») Уставтың 23 статьяһы 2-се пунктына ярашлы һайлана.
Ағза дәүләттәр
2011 йылдың 14 июленә БМО-ға 193 дәүләт керә[6].
Телдәр
БМО-ла эште ойоштороу өсөн рәсми һәм эш телдәре раҫланған. Ойошманың һәр органы өсөн ошо телдәрҙе ҡулланыу тәртибе эшләнгән.
Ойошманың барлыҡ документтары БМО-ның рәсми телдәрендә төҙөлә.
Халыҡ-ара ойошманың рәсми телдәре булған түбәндәге алты телдең махсус көнө билдәләнә:
- Инглиз теле — 23 апрель
- Урыҫ теле — 6 июнь
- Испан теле — 12 октябрь
- Ҡытай теле — 20 апрель
- Ғәрәп теле — 18 декабрь
- Француз теле — 20 март
Галерея
Шулай уҡ ҡарағыҙ
Иҫкәрмәләр
- ↑ Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының Веналағы офисы
- ↑ United Nations Office at Geneva
- ↑ United Nations Office Nairobi
- ↑ https://encyklopedia.pwn.pl/haslo/Organizacja-Narodow-Zjednoczonych;3951685.html
- ↑ Устав Организации Объединенных Наций 2009 йылдың 17 апрель көнөндә архивланған.
- ↑ Государства — члены ООН (рус.)
Һылтамалар
- Рәсми сайт (инг.) (исп.) (рус.) (ҡыт.) (ғәр.) (фр.)
- Дөйөм мәғлүмәт (инг.)