Вафа (исем)
Викидата элементы юҡ |
Вафа — башҡорт ир-ат исеме.
Этимология
Вафа исеме башҡорт теленә ғәрәп теленән ингән. Намыҫлы, ғәҙел, тура һүҙле, дөрөҫлөктө яратыусы, тоғро, тотанаҡлы, ышаныслы тигәнде аңлата[1].
Билдәле кешеләр
Әхмәҙиев Вафа Исхаҡ улы (5 август 1937 йыл — 20 октябрь 1983 йыл) — башҡорт шағиры, әҙәбиәт белгесе. Филология фәндәре кандидаты (1970). СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы (1976).
Әхмәҙуллин Вафа Мостафа улы (22 февраль 1922 йыл — 16 ноябрь 1998 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында һәм партизан хәрәкәтендә ҡатнашыусы, Чехословакияның почётлы гражданы (1945), БАССР мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1989).
Саҙрыев Вафа Мөхәмәтғәли улы (рус. САДРИЕВ Вафа Мухаметалиевич 1906 йыл — декабрь 1942 йыл) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия ҡыҙылармеецы, рядовой. 1942 йылда яуҙа хәбәрһеҙ юғала.
Фамилияла
Вафа Камран (1960 йыл) — америка физик-теоретигы, сығышы менән Ирандан.
Вафа Шахенда (1998 йыл) — Мысыр шахматсыһы, ҡатын-ҡыҙҙар араһында гроссмейстер.
Вафа Шрук (1997 йыл) — Мысыр шахматсыһы, ҡатын-ҡыҙҙар араһында гроссмейстер.
Мехтикули-хан Вафа (Мехтикули-хан Хасай хан улы Уцмиев; 1855 йыл — 1900 йыл) — әзербайжан шағиры һәм Рәсәй армияһы подполковнигы.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
Абу-ль-Вафа — Айҙың кире яғындағы экваториаль өлкәләге кратер.
Иҫкәрмәләр
- ↑ Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. 2021 йылдың 5 октябрь көнөндә архивланған. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
Сығанаҡтар
- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ
![]() |
Күп мәғәнәле һүҙҙәрҙең исемлеге. Бында яңылыш башҡа биттән күсһәгеҙ, һылтанманы аныҡлағыҙ . Был биттә күп мәғәнәле һүҙҙәр исемлеге: |
![]() |
Аҙаш исемдәр исемлеге. |
![]() |
Башҡа мәғәнәләр. |
![]() |
Шулай уҡ: «Вафа» һүҙенән башланған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағаҙ. |