Вилейка

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Вилейка
бел. Вілейка
Флаг[d]Герб[d]
Flag of Vialejka.pngCoat of Arms of Vilejka, Belarus.png
Бында ерләнгән кешеләр категорияһы Категория:Похороненные в Вилейке[d]
Сәғәт бүлкәте UTC+3
Почта индексы 222412, 222416 и 222417
Административ үҙәге Вилейка өлкәһе[d] и Вилейский район[d]
Рәсми сайт vileyka.minsk-region.by
Беренсе яҙма телгә алыу 16 ноябрь 1460
Рәсми атамаһы бел. Вілейка
Халыҡ һаны
Административ-территориаль берәмек Вилейский район[d]
Майҙаны
  • 12,8 км²
Туғандаш ҡала Переяслав
Урындағы телефон коды 1771
Латинизация белорусского языка (система 2007 года) Vialiejka
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 183 ± 1 метр и 154 метр[2]
Рәсем
Страница на сайте Глобус Беларуси globustut.by/vilejka/ind…
Дәүләт
Номер тамғаһы коды 5
Логотип РУВИКИ.Медиа Медиафайлы на РУВИКИ.Медиа

Вилейка (бел.Вілейка) — Белоруссияның Минск өлкәһендәге ҡала, Вилейка районының административ үҙәге. 1939 йылдың 4 декабренән алып 1944 йылдың 20 сентябренә тиклем — Белоруссия Республикаһы Вилейка өлкәһенең үҙәге.

Ҡалала Рәсәй диңгеҙ-хәрби флотының 43-сө элемтә үҙәге урынлашҡан, ул хәрби-диңгеҙ флотының Баш штабын Атлантик, Һинд һәм Тымыҡ океанда хәрби дежур алып барған атом һыу аҫты кәмәләре менән бик алыҫ тулҡындарҙағы бәйләнешен тәьмин итә.

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Вилейка бынан яҡынса биш быуат элек барлыҡҡа килгән тип иҫәпләнә, әммә археологик табылдыҡтар Вилейкалағы даими ултыраҡтарҙың күпкә иртәрәк барлыҡҡа килеүе тураһында һөйләй. Беренсе кешеләр хәҙерге Вилейка районы биләмәһендә беҙҙең эраға тиклем яҡынса 9 мең йыллыҡта барлыҡҡа килгән. Сосенка һәм Осташково ауылдарынан алыҫ түгел ерҙәрҙә боронғо кешеләрҙең тораҡтары һәм саҡматаштан эшләнгән хеҙмәт ҡоралдары табылған, уларҙың йәше буйынса табылған тораҡтарҙы беҙҙең эраға тиклем 7-5 мең йыллыҡҡа ҡарағанын билдәләйҙәр. Неолит осорона ҡараған һуңғы археологик ҡомартҡылар (б.э. тиклем 4-2 мең йыллыҡ) Камено, Кастыки, Куренец, Нарочь, Рабунь һ.б. ауылдары эргәһендә табылған.

Был ҡомартҡыларҙың иң боронғолары кунд мәҙәниәте ҡәбиләләренә ҡарай, улар б.э. тиклем яҡынса 4 мең йыллыҡта хәҙерге район биләмәләренең төньяҡ өлөшөндә йәшәгәндәр, уларҙан һуң был урындарға нарва мәҙәниәте ҡәбиләләре килә. Әммә беҙҙең эраға тиклем 3 мең йыллыҡта уларҙы һырлы-соҡорло керамика мәҙәниәте ҡәбиләләре алмаштыра. Һуңыраҡ, бронза дәүерендә (б. э.т. 3-2 мең йыллыҡтарҙа — б.э. т. VII быуаттарҙа), беҙҙең ерҙәрҙә сираҡ еп биҙәкле керамика ҡәбиләләре йәшәй, иртә тимер быуатта һыҙыҡса биҙәкле керамика мәҙәниәтенең балт ҡәбиләләре килә. Вилейка районы территорияһында, шул иҫәптән Вилейка ҡалаһының үҙендә лә тимер һәм бронза быуатҡа ҡараған археологик ҡомартҡылар бик күп эшләнгән,

Сама менән беҙҙең эраның 1-се мең йыллығы уртаһында банцер мәҙәниәте ваҡыты башлана. Кривич-дрегович славяндары ваҡытынан күп һанлы ерләү ҡомартҡылары һаҡланған: Вилейка районында б.э. тиклем IX—XII быуаттарҙа 20-нән ашыу ҡурғанлы ҡәберлектәр иҫәпләнә.

X—XIII быуаттарҙа хәҙерге Вилейка биләмәһе балт ҡәбиләләре һәм Полоцк кенгәзлеге араһындағы сик биләмә була.

Бөйөк Литва кенәзлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

XIV быуаттан XVII быуатҡа тиклем Бөйөк Литва кензәлеге составында. Был осорҙа ауыл Иҫке Куренец исемен йөрөтә.

Һуңғы тикшеренеүҙәр буйынса, Вилейканы тәүге яҙма телгә алыу 1460 йылда була. Әммә беренсе телгә алыу датаһы һәм, уға ярашлы, ҡалаға нигеҙ һалыныу ваҡыты 1599 йыл тип иҫәпләнә. Ошо сәбәпле, Вилейка барлығы 11 йыл айырма менән үҙенең 400 йыллығын һәм 550 йыллығын билдәләй.

Рәсәй империяһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1793 йылдан, Речь Посполитаяны икенсе тапҡыр бүлгәндән һуң Вилейка Рәсәй империяһы составына инә. XVIII быуаттың Вилейка карталарында ауыл километрҙан ашыу Вилия йылғаһы ярында Вилияға уның ҡушылдығы ҡойған ерҙә урынлашҡан.

1795 йылдың 3 майында (иҫке стиль буйынса) Вилейка өйәҙ ҡалаһына әүерелә— Минск губернаһының, ә һуңғараҡ (1843 йылда) —Вилен губернаһының Вилейка өйәҙе үҙәге була. 1796 йылдың 22 ғинуарында (иҫке стиль буйынса) Вилейканың гербы була, баштағы һүрәтенән. беҙҙең көндәргә тиклем бер аҙ үҙгәртелеп тик аҫҡы өлөшө һаҡланып ҡалған (өҫкө өлөшөндә Минск гербы, ул 1845 йылда Вилен гербы менән алмаштырыла, ә Октябрь революцияһынан һуң Вилен губернаһы бөтөрөлөү менән юҡҡа сыға).

Ҡала халҡы борон игенселек һәм йылға судоходствоһы менән шөғөлләнгән. Вилия , артабан Неман буйлап Европаға ағас һәм игенселек аҙыҡ-түлектәре ташығандар. Йыл һайын ҡалала эре сауҙа йәрминкәләре үткән, сауҙа күләме тик XIX быуат аҙағында ғына кәмей башлай. XVIII быуаттан Ильяла хәҙерге Белоруссия территорияһында ҙур булған быяла мануфактураһы эшләй башлай. XIX быуатта Долгиновонан алыҫ түгел буҫтау фабрикаһы булған. XIX быуат аҙағына Вилейкала 3,5 меңдән ашыу кеше иҫәпләнә (дөрөҫ, уларҙың күп өлөшө белемһеҙ— 59 %), ә губернаның үҙендә — 200 меңдән ашыу

XIX быуат башынан 1810 йылғы ҙур янғындан һуң һәм 1812 йылдағы һуғыш емереклектәренән һуң ҡаланы реконструкциялау башлана.

1845 йылдан Вилейка Вилен губернаһының үҙәге була, уны яңырыуы дауам итә.

1848 йылғы "Рәсәй империяһының хәрби- статистик күҙәтеүе. IX том. 2-се өлөш. Вилен губернаһы" документында Вилейка ҡалаһы тураһында ошолай һөйләнә:

"Вилейка өйәҙ ҡалаһы...Вилия йылғаһы буйында урынлашҡан, 102 дисәтинә ерҙе биләй, таш йорт 1, ағас йорттар 220, шул иҫәптән ҡаҙна йорто 5, йәмәғәт йорто 2, шәхси йорттар 214. Халыҡ һаны 2223 кеше. Ҡалала сәнәғәт, сауҙа юҡ тиерлек, унда тик 3 ваҡ кибет бар. Ҡала дауаханаһы 40 кешегә ойошторолған"'.

Быуат дауамында тулыһынса иҫке төҙөлөштәре алмаштырыла. Бөгөнгө Вилейканың күп биналары XIX быуат аҙағы — XX быуат башында һалынған. Йылға буйлап йөк ташыу транспорты XX быуатта тимер юлдар менән алмаштырыла, ул Вилейка станцияһы аша башҡарыла (1904 йылдан).

1897 йылда ҡала халҡы 3560 кеше тәшкил итә, туған тел тип белорус телен — 1871 кеше, йәһүд телен — 1326, урыҫ телен — 217, поляк теле тип 109 кеше күрһәтә[4].

XX быуат[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1915 йылдың сентябрендә Вилейканы Германия ғәскәрҙәре оккупациялай, әммә тиҙҙән ҡаты алыштар барышында рус армияһы тарафынан азат ителә. Ҡаланы азат итеү хөрмәтенә 1917 йылда яңы рус армияһы полкы 748-се Вилейка пехота полкы тип атала, ә 2015 йылда сиркәү рәүешендә һәйкәл асыла, уның диуарҙарында һәләк булған һалдат һәм офицерҙарҙың исеме яҙыла.

Вилейка 1917 йылдың 8 ноябрендә совет власы урынлаштырыла. Ул бер йылдан саҡ ҡына артыҡ тора— 1918 йылдың декабрендә Вилейканы герман, 1919 йылда — поляк ғәскәрҙәре оккупациялай, 1921 йылдан Польша составында була һәм 1939 йылға тиклем уның провинциаль ауылы булып ҡала. Көнбайыш Белоруссияның СССР составына инеүенән һуң Вилейка Вилей өлкәһенең үҙәге статусын ала һәм икенсе донъя һуғышының аҙағына тиклем статусты һаҡлап ҡала.

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында район оккупация аҫтында була. (1941 йылдың 25.06 алып 1944 йылдың 2.07 тиклем). Немец-фашист илбаҫарҙары һуғыш йылдарында райондың 15 меңдән ашыу кешеһен юҡ итә, шул иҫәптән,5 ауылды тотош халҡы менән бергә яндыра) Ике ауыл (Борки һәм Любча) һуғыштан һуң тергеҙелмәй.

1944 йылдың сентябрь айында, районды немец-фашист илбаҫарҙарынан азат иткәндән һуң ике ай үткәс, Вилейка Молодечно өлкәһенең район үҙәге була, ул бөтөрөлгәндән һуң, ул 1960 йылда — Минск өлекәһенең район үҙәге булып ҡала..

Халҡы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Халҡы һаны[5][6][7]:

Мәҙәниәте, туризмы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Вилейка яҡты өйрәнеү музейы.
  • Күргәҙмә залы исеме Силиванович Никодим.
  • Халыҡ театры.
  • Гитарасыларҙың халыҡ ансамбле «Аделит»[8].
  • Вилейка дәүләт колледжы[9].

Мәҙәни башланғыстары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • 2004 һәм 2012 йылдарҙа Вилейка «Адна зямля» фестивален үткәреү урыны була[10][11].
  • 2015 йылдың 4 — 5 июнендә Вилейкала «Гонару Продкаў 2015» («Чести Предков 2015») рыцарь фестивале үтә[12].
  • 2015 йылдың 13 ноябрендә «Дожинки-2015» өлкә фестивале үтә[13].

Тирә-яҡ буйлап туристик маршруттар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Вилейканың тирә-яғы буйлап бер нисә туристик маршруттар эшләнгән[14] Йыл һайын, 2007 йылдан башлап, Вилейка районынан старт алып «Шляхам Тышкевіча» Вилейка аша һыу экспедицияһы үтә. Беренсе экспедиция 2007 йылда үткән. Ул Вилия буйлап сәйәхәт итекән тыуған яҡты өйрәнеүсе граф Константин Тышкевичтың 150 йыллығына арналған. Сәйәхәтселәр граф Тышкевич экспедицияһы эҙҙәре буйлап Вилия сығанағынан алып уның Неманға ҡушылған урынына тиклем уҙалар[15] Беренсе һыу экспедицияһының ойоштороусылары һәм ҡатнашыусылары булып литва һәм белорус ғалимдары, тыуған яҡты өйрәнеүселәр һәм туристар тора. Бөгөн ул Беларусь территорияһында киң танылыу һәм туристик характер ала[16].

Вилейканан алыҫ түгел Забродье усадьбаһы урынлашҡан, унда Белоруссияла берҙән-бер Беренсе донъя һуғышы музейы урынлашҡан, уны тыуған яҡты өйрәнеүсе Борис Борисович Цитович һәм уның ғаиләһе ойошторған, был музей Белоруссияла ретро-техниканың һәм йөҙ йыллыҡ ваҡыт арауығындағы ауыл көнкүрешенең иң ҙур музейы.

Киң мәғлүмәт саралары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • «Рэгіянальная гаэета» аҙналыҡ гәзите
  • «Шлях перамогі» район гәзите
  • Мәғлүмәт- яңылыҡтар порталы Kraj.by

Туғандаш ҡалалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Азербайжан Астара, Әзербайжан
  2. Польша Ближин, Польша
  3. Рәсәй флагы Валдай, Рәсәй
  4. Рәсәй флагы Можайск, Рәсәй
  5. Германия флагы Оберхаузен, Германия
  6. Украина Переяслав, Украина
  7. АҠШ флагы Уилмар, Миннесота штаты, АҠШ
  8. Германия флагы Унна, Германия
  9. Польша Уязд, Польша

Иҫтәлекле урындары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Изге Тәре Тергеҙелеүе костёлы
  • Преподобная Мария Египетская сиркәүе
  • Вилейка һыуһаҡлағысы ( илдең иң ҙур яһалма һыу ятҡылығы)
  • Рәсәй диңгеҙ-хәрби флотының 43-сө элемтә үҙәге «Вилейка» — урмандар араһында ғәйәт ҙур антенналар урынлашҡан [17]
Һәйкәлдәр, мемориалдар
  • Азатлыҡ майҙанында Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яҡташтар һәйкәле
  • Ҡала янындағы зыяратҡа инеү урынында сиркәү — 1915 йылдың сентябрендә Вилейканы азат итеү ваҡытында һәләк булған Рус Император армияһы һалдаттары һәм офицерҙарына һәйкәл
  • Ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Ази Аслановҡа һәйкәл, Совет урамы
  • Үҙәк майҙанда Владимир Ленин һәйкәле
  • «Памяцi былых вёсак» мемориалы (Европала берҙән-бер), «Вилейка-Ушачи» автомобиль юлы Р29, Снежково һәм Куренец ауылдары араһында, Вилейка районы[18].
  • Лапицкий Ростиславтың атып үлтерелгән урынында мемориаль тәреләр — советтарға ҡаршы подполье ағзаһы, Вилейка эргәһендәге Ҡыҙыл Яр урыны[19].

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Вилейка гетто
  • Белоруссия Ҡалалары

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Численность населения на 1 января 2023 г. и среднегодовая численность населения за 2022 год по Республике Беларусь в разрезе областей, районов, городов, поселков городского типа (урыҫ)Национальный статистический комитет Республики Беларусь, 2023.
  2. GeoNames (ингл.) — 2005.
  3. GEOnet Names Server — 2018.
  4. Беларуская Энцыклапедыя Савецкая: 12 т / гала. рэд. Броўка Ул. П. — 12 том: БССР. — Мн.: Беларуская Энцыклапедыя Савецкая, 1975. — 697. с.
  5. Минская область в цифрах. — Мн.: Национальный статистический комитет Республики Беларусь, 2018. — С. 45–48.
  6. Минская область в цифрах. — Мн.: Национальный статистический комитет Республики Беларусь, 2013. — С. 44–48.
  7. «Зямля Адна» збірае сяброў  (белор.) //«Гәзите Рэгіянальная», 2004 й. 23 июль, № 30 (481)
  8. Что можно было увидеть на «Дожинках» в Вилейке. Областные «Дожинки» в Вилейке – 2015 - Новости нашего края: Kraj.BY. kraj.by. Дата обращения: 28 октябрь 2016.
  9. Памяці зніклых весак 2016 йылдың 21 сентябрь көнөндә архивланған. (белор.) //«Гәзите Рэгіянальная»

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]