Глазовская Мария Альфредовна

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Ғилми дәрәжә география фәндәре докторы[d][1]
Гражданлығы
Аспиранттар йәки докторанттар Снытко, Валериан Афанасьевич[d], Солнцева, Нина Петровна[d] и Бондарева, Валентина Яковлевна[d]
Балалары Глазовский, Никита Фёдорович[d] и Andrey F Glazovsky[d]
Уҡыусылар Снытко, Валериан Афанасьевич[d], Игорь Васильевич Иванов[d] и Пенин, Румен[d]
Заты ҡатын-ҡыҙ
Уҡыу йорто
Вафат булған урыны
Ғилми етәксе Полынов, Борис Борисович[d]
Һөнәр төрө географ, геохимик, pedologist
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Эшмәкәрлек төрө Геохимия[d], Ландшафты өйрәнеү ғилеме[d], география почв[d] и тупраҡты өйрәнеү[d][3]
Тыуған көнө 26 ғинуар 1912({{padleft:1912|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:26|2|0}})[1]
Туған тел урыҫ теле
Ойошма ағзаһы Русское географическое общество[d]
Эш урыны
Вафат булған көнө 20 ноябрь 2016({{padleft:2016|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:20|2|0}})[2] (104 йәш)
Тыуған урыны

Глазовская Мария Альфредовна (13 (26) ғинуар 1912 — 20 ноябрь 2016 йыл) — тупраҡ белгесе, геохимик-ландшафт белгесе. Мәскәү дәүләт университетының атҡаҙанған профессоры, Рус географик йәмғиәте һәм Докучаев тупраҡ белгестәре йәмғиәтенең почётлы ағзаһы, Варшава университетының почётлы профессоры һәм София университетының почётлы докторы. Бөтә Союз тупраҡ белгестәре йәмғиәтенең вице-президенты вазифаһын биләй, ерҙе ҡулланыу буйынса Халыҡ-ара комиссияның ағза-корреспонденты, ФАО-ЮНЕСКО консультация комитеты ағзаһы.

Мария Альфредовна Глазовская 1912 йылдың 13 (26) ғинуарында Санкт-Петербургта табип ғаиләһендә тыуған.

1929 йылда Ленинград янындағы Колпино ҡалаһында урта мәктәпте тамамлай.

1929 йылда Ленинград ауыл хужалығы институтына уҡырға инә, унан бер йылдан һуң Ленинград дәүләт университетының геология-тупраҡ-география факультетына күсә. 1934 йылда университетты «Тупраҡ фәне» һөнәре буйынса тамамлай һәм Ленинград дәүлә университеты янындағы География-иҡтисади фәнни-тикшеренеү институтында аспирантурала ҡалырыла.

География фәндәре кандидаты ғилми дәрәжәһенә дәғүә итеү өсөн 1937 йылда диссертация яҡлай.

Ленинград дәүләт университетының география факультетында тупраҡ географияһы кафедраһы ассистенты булып эшләй һәм СССР Фәндәр академияһының В. В. Докучаев исемендәге Тупраҡ институты экспедицияларында әүҙем ҡатнаша.

1939—1952 йылдарҙа Алматы ҡалаһында йәшәй, Ҡаҙаҡ ССР-ы фәндәр академияһы Тупраҡ институтының тупраҡ генезисы секторы мөдире була, Ҡаҙаҡ педагогия институтында тупраҡ фәнен һәм тупраҡ географияһын уҡыта.

1952 йылда Мәскәү ҡалаһына күсеп килә, 1956 йылға тиклем СССР Фәндәр академияһының География институтында эшләй.

1953 йылда география фәндәре докторы ғилми дәрәжәһенә дәғүә итеп, «Внутренний Тянь-Шань как горная страна Центральной Азии» темаһына диссертация яҡлай[4].

1952 йылдан — доцент, 1954 йылдан — Мәскәү дәүләт университетының география факультеты профессоры. «Основы почвоведения и география почв», «Почвы мира», «Геохимия ландшафтов СССР», «Геохимические функции микроорганизмов», «Геохимия природных и техногенных ландшафтов СССР» курстарын уҡый.

1968 йылда М. А. Глазовская Австралияла үткән IX Халыҡ-ара тупраҡ конгресында ҡатнаша. Тупраҡ экскурсияларында ҡатнашыуы Австралия континенты тупрағын тикшереүҙәрен уға үҙенең тәбиғи күҙәтеүҙәре менән тулыландырырға мөмкинлек бирә, уларға артабан сит ил тупраҡ географияһы буйынса лекциялар өсөн нигеҙ булып тора[5].

Мәскәү дәүләт университетының география факультетында кафедра мөдире:

  • 1954—1959 йй. — СССР-ҙың физик география кафедраһы
  • 1959—1987 йй. — ландшафт геохимияһы һәм тупраҡ географияһы кафедраһы.

1987—2016 йылдарҙа — профессор-консультант.

  • Ире Виталий Гордиенко, һуғышта һәләк була[6].

Улдары:

  • Глазовский Никита Федорович (1946—2005) — РФА ағза-корреспонденты эколог
  • Глазовский Андрей Федорович (1954) — гляциолог[7].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
  • 1945 — «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында маҡтаулы хеҙмәте өсөн» миҙалы
  • 1961 — «Почёт Билдәһе» ордены
  • 1967 — МДУ-ның М. В. Ломоносов исемендәге премия лауреаты,
  • 1971 — Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены
  • 1978 — РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре
  • 1983 — МДУ-ның Д. Н. Анучкин исемендәге премия лауреаты
  • 1984 — «Хеҙмәт ветераны» миҙалы
  • 1987 — СССР дәүләт премияһы лауреаты
  • 1990 — В. В. Докучаев исемендәге алтын миҙал, тупраҡ генезисы, тупраҡ географияһы һәм ландшафт геохимияһы буйнса хеҙмәттәр өсөн
  • 1994 — Мәскәү университетының атҡаҙанған профессоры (1994).[8]
  • 2014 — «Рус география йәмғиәте легендаһы», география фәндәре өлкәһендәге ҙур ҡаҙаныштары, йәштәргә белем биреү һәм тәрбиәләү өсөн[9].

Ойошмаларҙа ағзалығы

[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
  • Рус география йәмғиәтенең почётлы ағзаһы
  • Докучаев тупраҡ фәне йәмғиәтенең почётлы ағзаһы