Гнусин Александр Фёдорович
Александр Фёдорович Гнусин (1919 йылдың 24 декабре, Бәләбәй районы — 2007 йылдың 20 июле, Одесса) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан хәрби хеҙмәткәр, уҡсылар дивизияһы артиллерия полкының разведка начальнигы. Полковник (1975). Советтар Союзы Геройы (1945).
Биографияһы
Гнусин Александр Фёдорович 1919 йылдың 24 декабрендә Өфө губернаһының Бәләбәй өйәҙе[1] Топчий Ключ ҡасабаһында (1960-сы йылдарҙа бөткән) крәҫтиән ғаиләһендә тыуған[2].
Мәктәптең ун синыфын, артабан уҡытыусылар курсын тамамлай, һуңынан Башҡорт АССР-ының Бәләбәй ҡалаһы мәктәбендә уҡытыусы булып эшләй.
1939 йылдың сентябрендә Эшсе-крәҫтиән Ҡыҙыл армияһына хеҙмәткә саҡырыла. 1940 йылда полк мәктәбен, 1941 йылдың декабрендә Рязань хәрби артиллерия училищеһын тамамлай. 1942 йылдың ғинуарынан — Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында. 1944 йылдың декабренә капитан Александр Гнусин 2-се Украина фронты 46-сы армияһы 316-сы уҡсылар дивизияһының 857-артиллерия полкында разведка начальнигы була. Венгрияны азат итеүҙә батырлыҡ күрһәтә[3].
1944 йылдың 4 декабренән 5 декабренә ҡарай төндә Гнусин ике радист менән Будапешттан көньяҡҡа ҡарай Текель ҡалаһы районында Дунайҙы аша сыға. Маскировкаланып, ул дошман позицияларына совет артиллерияһының утына төҙәтмәләр бирә. Шәхсән дошман уты нөктәһен юҡ итә. Гнусин төн дауамында атыуға уңышлы төҙәтмәләр индерә, был уҡсылар частәренә Дунайҙы уңышлы һуғышып аша сығыуға мөмкинлек бирә.
СССР Юғары Советы Президиумының 1945 йылдың 24 мартындағы Указы менән «командованиеның хәрби заданиеларын теүәл үтәгәне һәм немец илбаҫарҙары менән һуғышта ҡаһарманлыҡ һәм батырлыҡ күрһәткәне өсөн» капитан Александр Гнусинға Ленин ордены һәм 4877-се «Алтын Йондоҙ» миҙалы тапшырылып, «Советтар Союзы Геройы» тигән юғары исем бирелә.
Александр Гнусин һуғыш тамамланғандан һуң Совет Армияһында хеҙмәтен дауам итә. 1955 йылда офицер составын камиллаштырыу буйынса Үҙәк артиллерия курсын тамамлай. 1960 йылда полковник дәрәжәһендә запасҡа китә. Одесса хәрби округының штабында эшләй. Одессала йәшәй, 2007 йылдың 20 июлендә вафат була, Одесса ҡалаһында ерләнә[2].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Советтар Союзы Геройы (1945).
- «Алтын Йондоҙ» миҙалы (24.03.1945)[4][5].
- Ленин ордены
- I дәрәжә Ватан һуғышы ордены (06.04.1985)[6].
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (07.06.1944)[7].
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены.
- «Хәрби ҡаҙаныштары өсөн» миҙалы (07.06.1943)[8].
- Миҙалдар.
Хәтер
- Бәләбәй ҡалаһында 1-се урта мәктәп бинаһына (Ҡыҙыл Армия урамы, 77) «Беҙҙең мәктәптә Советтар Союзы Геройы Александр Фёдорович Гнусин уҡыған. Артиллерист» тигән мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.
- 2025 йылдың 20 октябрендә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Ҡарары менән Башҡортостан Республикаһы Бәләбәй районы муниципаль районының Бәләбәй ҡалаһындағы 15-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе дөйөм белем биреү муниципаль бюджет учреждениеһына Советтар Союзы Геройы Александр Фёдорович Гнусин исеме бирелә[9][10].
Иҫкәрмәләр
- ↑ Хәҙер Башҡортостан Республикаһының Бәләбәй районы
- ↑ 1 2 Ғ. Һ. Булатов, Г. Т. Хөсәйенова. Гнусин Александр Фёдорович (башҡ.). «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы (10 октябрь 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 29 октябрь 2025.
- ↑ Гнусин Александр Фёдорович. «Герои страны» сайты.
- ↑ Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 793756, д. 11, л. 60, 61)
- ↑ Указ Президиума Верховного Совета СССР «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 686046, д. 28, л. 3)
- ↑ Карточка награждённого к 40-летию Победы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
- ↑ Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 690306, д. 3604, л. 2, 43, 44)
- ↑ Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 686044, д. 1134, л. 236, 237)
- ↑ Ляйсан Закирова. Школам Башкирии присвоили имена Героев Советского Союза. ИА «Башинформ» (23 октябрь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 29 октябрь 2025.
- ↑ Постановление Правительства Республики Башкортостан от 20 октября 2025 года №487 «О присвоении имен Героев Советского Союза и выдающихся деятелей Республики Башкортостан общеобразовательным организациям Республики Башкортостан». Правительство Республики Башкортостан (20 октябрь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 29 октябрь 2025.
Әҙәбиәт
- Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов. — М.: Воениздат, 1987. — Т. 1 /Абаев — Любичев/. — 911 с. — 100 000 экз. — ISBN отс., Рег. № в РКП 87-95382.
- Подвиги их — бессмертны. — Уфа: Китап, 2000.
- Славные сыны Башкирии. Книга 2. Уфа, 1966.
Һылтанмалар
- «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы. Гнусин Александр Фёдорович (Тикшерелеү көнө: 29 октябрь 2025)