Гәрәев Рафаил Закир улы
Гәрәев Рафаил Закир улы (15 сентябрь 1930 йыл, Кесе Шаҙы ауылы, Мишкә районы, Башҡорт АССР-ы — 11 ғинуар 2010 йыл, Өфө, Башҡортостан, Рәсәй) — 21-се төҙөлөш тресының ташсылар бригадиры. Социалистик Хеҙмәт Геройы.
Биографияһы
Хеҙмәт эшмәкәрлеген колхозда башлай.
Фабрика-завод уҡыуын тамамлағандан һуң 1949 йылдан алып № 21 тресында ташсы булып эшләй.
1960 йылдан ПМК-95 ташсылар бригадиры вазифаһында эшләй. Уның әүҙем ҡатнашлығында күп кенә торлаҡ йорттар, шулай уҡ йылылыҡ энергетикаһы һәм нефтехимия, ОАО «Өфөнефтехим», «Өфөоргсинтез», Өфө ТЭЦ-3, Өфө ТЭЦ-4 кеүек мөһим объекттар файҙаланыуға тапшырыла. Благовещен ҡалаһында сөй һәм арматура заводтары, Башбиохимкомбинат төҙөлә. Гәрәев етәкселеге аҫтында Турбаҫлы ҡошсолоҡ фабрикаһы төҙөлә, шулай уҡ күп социаль-мәҙәни һәм ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге объекттар Илеш, Благовещен, Өфө, Асҡын райондарында ҡорола.
Маҡтаулы исемдәре һәм наградалары
- 1971 йылда уға Социалистик Хеҙмәт Геройы исеме бирелә.
- Ленин ордены, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордендары, «Почёт билдәһе», миҙалдар менән наградлана
- Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған төҙөүсеһе, Өфө ҡалаһының Хеҙмәт Даны китабына индерелә.
Сығанаҡтар
- В. С. Смирнов. Гараев, Рафаил Закирович. Сайт «Герои страны».