Добруш

Добруш (бел. Добруш) — Беларусь Республикаһының Гомель өлкәһендә, Ипуть йылғаһы буйында урынлашҡан ҡала (1927 йылдан алып). Добруш районының административ үҙәге. 2025 йылдың 1 ғинуарына ҡарата халыҡ һаны — 17 901 кеше.

Гомелдән алыҫлығы — 25 км. Гомель — Унеча тимер юл линияһында тимер юл станцияһы булып тора.

1899 йылда ҡалала, Ипуть йылғаһында урынлашҡан Добруш ҡағыҙ фабрикаһы янында, хәҙерге Беларусь биләмәһендә тәүге гидроэлектростанция төҙөлә.

Добрушты «Күперҙәр ҡалаһы» һәм «Беларусь Венецияһы» тип атайҙар.

Атамаһы

Добруш атамаһы «добр» («яҡшы, изге») тамырынан килеп сыға. Ундай атамалар славян телдәрендә киң тарала һәм ер-һыу атамаларына ыңғай баһалау бирә, йыш осраҡта ер милкен («добро») аңлата.

Тарихи сығанаҡтарҙа тәүге тапҡыр 1560 йылдағы «Гомель волосының ревизия реестры»нда Добруша ауылы булараҡ телгә алына. Ул шул ваҡытта Бөйөк Литва кенәзлеге составында Речица өйәҙенең Гомель староствосына ҡарай.

Атаманың килеп сығышы VII—VIII быуаттарҙа көньяҡ-көнбайыштан славян төркөмдәренең миграцияһына бәйле булыуы ихтимал. «-уша» формалы топонимдар көньяҡ славян ерҙәрендә, Украинаның уң ярында осрай һәм славян топонимияһының һирәк архаик төрөнә ҡарай. «Добруша» исеме Днестр бассейнындағы йылғаларҙың береһенә, шулай уҡ серб-хорват топонимияһындағы объекттарға бирелгән. Атаманы «благословенная земля» («изге ер») йә «благословенное место» («изге урын») тип аңлатырға мөмкин.

Геральдикаһы

Элек-электән Добруш һөнәрселек үҙәге була, боронғо замандарҙа бында елкән һәм арҡан етештерелә. Был факт ҡаланың гербында сағылыш таба: йәшел төҫтәге «испан» ҡалҡанының ҡырында ҡара ситле көмөш төҫөндәге өс арҡан тулғауы өҫкә ҡарап торған өсмөйөш рәүешендә урынлаша.

Гербты һәм флагты раҫлау тураһында ҡарар 2001 йылдың 29 мартында Добруш район башҡарма комитеты (№ 214) һәм 30 мартында Добруш район Советы депутаттары (№ 47) тарафынан ҡабул ителә. Улар 2001 йылдың 6 апрелендә Беларусь Республикаһының Герб матрикулында (№ 54) теркәлә.

Географик мәғлүмәт

Добруш Гомель Полесьеһында урынлаша. Добруш районы ер өҫтө түбәнлекле рельефҡа эйә. Добруштағы диңгеҙ кимәленән иң түбән бейеклек — 120 метр, ул Ипуть йылғаһының яр һыҙығына тура килә.

Расстояние от Добруша до крупнейших городов (по автодорогам)
Белоруссия Бобруйск ~ 190 км
Белоруссия Минск ~ 340 км
Белоруссия Могилёв ~ 200 км
Белоруссия Витебск ~ 360 км
Рәсәй флагы Москва ~ 640 км
Белоруссия Гомель ~ 30 км
Белоруссия Мазыр ~ 160 км
Роза ветров
Рәсәй флагы Воронеж ~ 700 км
Рәсәй флагы Саратов ~ 1200 км
Украина Львов ~ 690 км Украина Киев ~ 270 км Украина Харьков ~ 550 км

Климаты

Добрушта климаты уртаса-континенталь, йәйе йылы, ҡышы йомшаҡ. Һауа температураһының иң юғары күрһәткесе — +38 °C, иң түбәне — −35 °C. Йыллыҡ уртаса яуым-төшөм күләме 500–640 мм самаһы. Һалҡындар ғәҙәттә октябрҙең икенсе яртыһында башлана һәм май башында тамамлана. Һалҡындар булмаған осор 150–160 көн дауам итә. Даими ҡар ҡатламы яҡынса 85–110 көн ята.

Ҡала климаты
Күрһәткес Ғин Фев Мар Апр Май Июн Июл Авг Сен Окт Ноя Дек Йыл
Уртаса максимум, °C −3,9 −2,4 2,8 12,1 19,9 22,9 23,9 23,1 17,9 10,9 3,5 −0,9 10,8
Уртаса температура, °C −7,1 −5,7 −0,8 7,7 14,5 17,6 18,7 17,7 12,9 7,0 1,1 −3,5 6,7
Уртаса минимум, °C −10,3 −9 −4,3 3,3 9,1 12,3 13,6 12,4 8,0 3,1 −1,2 −6,1 2,6
Яуым-төшөм нормаһы, мм 39 29 30 40 46 78 81 60 50 44 47 46 590
Сығанаҡ: Климат Добруша

Тарихы

Добруш биләмәһендә тәүге кешеләр яҡынса 100–35 мең йыл элек киләләр.

Якынса 1335 йылда Добруш биләмәһе Бөйөк Литва кенәзлеге (БЛК) составына инә. 1500 йылда Рус-Литва һуғышы (1500—1503) барышында Добруш Рус дәүләтенә күсә. Ләкин 1537 йылда Рус дәүләте менән БЛК араһында төҙөлгән тыныслыҡ килешеүенә ярашлы, Рус-Литва һуғышы (1534—1537) тамамланғандан һуң, Добруш Гомель волосы менән бергә йәнә Бөйөк Литва кенәзлеге составына ҡайтарыла.

1772 йылда Речь Посполитаяның тәүге бүленеше һөҙөмтәһендә, Добруш хәҙерге Беларусь биләмәһенең көнсығыш өлөшө менән бергә Рәсәй империяһы составына индерелә.

1848 йылда Добруша биләмәһендә холера эпидемияһы тарала.

1872 йылда Добруш ҡағыҙ фабрикаһы тәүге продукцияһын сығара.

1886 йылда Добрушта 1000-дән ашыу кеше, 185 йорт иҫәпләнә.

1896 йылда Добруш ҡағыҙ фабрикаһында Беларусьта тәүге булып сәнәғәт өсөн 875 ат көслө электр станцияһы эшләй башлай. 1898 йылда Гомель менән Добруш араһында телефон бәйләнеше эшләй башлай. 1899 йылда Ипуть йылғаһында, Добруш ҡағыҙ фабрикаһы янында гидроэлектростанция төҙөлә, ул хәҙерге Беларусь биләмәһендә тәүге гидроэлектростанция була.

1919 йылда Добруш Гомель губернаһына ингән.

1941 йылдың авгусында Добруш биләмәһе немец-фашист илбаҫарҙары тарафынан баҫып алына. 1943 йылдың 10 октябрендә Добруш азат ителә.

1953 йылда ҡағыҙ фабрикаһында һуғышҡа тиклемге ҡағыҙ етештереү кимәлен тергеҙә. 1978 йылдың 25 декабрендә фарфор заводы тәүге продукцияһын сығара. 1989 йылда «Мелиоратор» ҡала мәҙәниәт йорто төҙөлә. 1993 йылда Добруш гимназияһы асыла.

1997 йылдың 22 авгусында Добруш район һәм Добруш ҡалаһы, дөйөм административ үҙәккә эйә булыу сәбәпле, берҙәм административ берәмеккә — Добруш районына берләштерелә, уның административ үҙәге итеп Добруш ҡалаһы билдәләнә.

2004 йылда Добруш үҙәгендә ҡағыҙ фабрикаһының нигеҙләүсеһе Ф. И. Паскевичҡа һәйкәл ҡуйыла, уның хөрмәтенә ҡаланың үҙәк урамы үҙгәртеп атала. 2006 йылда Добрушта күсерелгән ауылдарға арналған һәйкәл асыла.

Халыҡ һаны

Ҡала халҡы 18 137 кеше (2023 йылдың 1 ғинуарындағы мәғлүмәттәр буйынса).[3].

Халыҡ һаны[4][5][6][7][8][9]:
Халытың йылдарға ҡарата һаны (1939—2018 йылдар).
Йыл 1939 1959 1970 1979 1989 2006 2011 2014 2016 2018 2022 2023
Ҡала халҡы кеше. 13 815 14 270 16 809 19 175 20 750 18 699 18 244 18 095 18 380 18 388 18 208 18 137
  1. Өҙөмтә хатаһы: <ref> билдәһе дөрөҫ түгел; бэ төшөрмәләре өсөн текст юҡ
  2. GeoNames (ингл.) — 2005.
  3. Өҙөмтә хатаһы: <ref> билдәһе дөрөҫ түгел; :2 төшөрмәләре өсөн текст юҡ
  4. Всесоюзная перепись населения 1939 г. Численность городского населения СССР по городским поселениям и внутригородским районам. Демоскоп Weekly. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 февраль 2019. Архивировано 24 декабрь 2013 года.
  5. Всесоюзная перепись населения 1959 г. Численность городского населения союзных республик (кроме РСФСР), их территориальных единиц, городских поселений и городских районов по полу. Демоскоп Weekly. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 февраль 2019. Архивировано 27 июль 2011 года.
  6. Всесоюзная перепись населения 1970 г. Численность городского населения союзных республик (кроме РСФСР), их территориальных единиц, городских поселений и городских районов по полу. Демоскоп Weekly. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 февраль 2019. Архивировано 9 март 2011 года.
  7. Всесоюзная перепись населения 1979 г. Численность городского населения союзных республик (кроме РСФСР), их территориальных единиц, городских поселений и городских районов по полу. Демоскоп Weekly. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 февраль 2019. Архивировано 21 май 2012 года.
  8. Всесоюзная перепись населения 1989 г. Численность городского населения союзных республик, их территориальных единиц, городских поселений и городских районов по полу. Демоскоп Weekly. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 февраль 2019. Архивировано 21 октябрь 2006 года.
  9. Статистический ежегодник Гомельской области. — Гомель, 2014. — С. 44-46.