Мазыр
Мазыр (бел. Мазы́р) — Беларусь Республикаһының Гомель өлкәһендәге ҡала. Мазыр районының административ үҙәге. Халыҡ һаны — 104 517 кеше (2025 йылдың 1 ғинуарына ҡарата).
Ҡала Мазыр ҡалҡыулығы биләмәһендә урынлаша. Гомелдән 133 км көнбайышта, Минск ҡалаһынан 285 км көньяҡ-көнсығышта урынлаша. 9 км алыҫлыҡта Калинковичи ҡалаһы урынлаша.
Ҡалала Беларусь Республикаһының иң ҙур Пхов порты Припять йылғаһында урынлаша. Мазыр майҙаны — 4 418 га. Ҡаланың архитектура яғынан планлаштырыу системаһы ҡатмарлы рельеф менән билдәләнә (Припять йылғаһы, күп һанлы йырындар). Ҡаланың мәҙәни, сәйәси һәм тарихи үҙәге — Ленин майҙаны — Припять йылғаһы ярында урынлаша. Йылға буйлап Совет урамы һуҙыла.
Геральдикаһы
Герб һәм флаг Мазыр ҡалаһының рәсми символдары итеп XII ҡала депутаттары советы ултырышы ҡарары менән 2001 йылдың 27 мартында № 58 булып раҫлана. Беларусь Республикаһының Герб матрикулаһында 2001 йылдың 18 майында № 61 булып теркәлә.
Тарихы
Мазыр — Беларусьтың иң боронғо ҡалаларының береһе. Яҙма сығанаҡтарҙа ул тәүге тапҡыр 1155 йылда телгә алына, был ваҡытта Киев кенәзе Юрий Долгорукий уны Новгород-Северск кенәзе Святослав Ольговичҡа бирә. Мазыр Киев (1161 йылға тиклем), Чернигов һәм Туран (1161 йылдан алып) кенәзлектәре составында була.
XIV быуат уртаһынан Мазыр ҡалаһы Бөйөк Литва кенәзлеге составына инә, ә 1569 йылдан — Речь Посполитая биләмәһенә ҡарай. 1566 йылдан ул Киев воеводствоһының Мазыр поветы (өйәҙе) үҙәге булып тора, ә 1569 йылдан Минск воеводствоһына инә. 1577 йылда Мазыр магдебург хоҡуғын ала.
Магдебург хоҡуғы Мазыр ҡалаһының үҫешендә ҙур роль уйнай, ул үҙидара принциптарын нығытып, ҡала иҡтисади һәм сәйәси яҡтан үҫешкән үҙәккә әйләнә.
XVII быуаттың башында сыҡҡан янғын һөҙөмтәһендә Мазыр ҡәлғәһе һәм ҡаланың бер өлөшө янып юҡҡа сыға. Ошоға бәйле рәүештә, 1609—1613 йылдарҙа ҡала халҡына ҡәлғәне һәм ҡала майҙандарын яңынан төҙөргә тигән бойороҡ ҡарарҙары ҡабул ителә.
Мазыр 1756 йылда ҡала статусы ала. Речь Посполитаяның икенсе бүленеше һөҙөмтәһендә (1793 йыл) Мазыр Рәсәй империяһы составына инә һәм Минск губернаһының Мазыр өйәҙе үҙәге була.
1917 йылдың декабрендә Мазыр ҡалаһында Совет власы урынлаштырыла. 1918 йылдың февраленән декабренә тиклем ҡала немец ғәскәрҙәре тарафынан оккупациялана. 1918 йылдың декабренән 1920 йылдың мартына тиклем ул Украин халыҡ республикаһы составында булып, Полесье округының губерна үҙәге булып тора. 1920 йылдың 5 мартынан 29 июнгә тиклем Мазыр ҡыҫҡа ваҡытҡа поляк ғәскәрҙәре тарафынан биләп алына.
1954 йылда Мазыр ҡалаһы һәм Мазыр районы Гомель өлкәһе составына инә.
Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Мазыр ҡалаһы 1941 йылдың 22 авгусынан 1944 йылдың 14 ғинуарына тиклем немец ғәскәрҙәре тарафынан оккупациялана.
2007 йылдың 30 авгусында Мазыр районы менән Мазыр ҡалаһы бер административ-территориаль берәмеккә — административ үҙәге Мазыр ҡалаһы булған Мазыр районына берләштерелә.
2024 йылда Мазыр ҡалаһы үҙенең 869-йыллығын, ә Мазыр районы 100 йыллығын билдәләй.
Климат
Мазырҙа иң һыуыҡ осор яҡынса 19-24 ғинуарҙа күҙәтелә, иң йылыһы – 3-8 августа.
| Ҡала климаты | |||||||||||||
|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
| Күрһәткес | Ғин | Фев | Мар | Апр | Май | Июн | Июл | Авг | Сен | Окт | Ноя | Дек | Йыл |
| Уртаса максимум, °C | −1,7 | −0,7 | +4,7 | 14,0 | 20,6 | 23,0 | 25,0 | 24,1 | 18,3 | 11,5 | +3,7 | −0,8 | 11,8 |
| Уртаса температура, °C | −4,3 | −3,9 | 0,8 | 8,2 | 14,4 | 17,3 | 19,3 | 18,1 | 12,9 | 7,1 | 1,0 | −3,2 | 7,3 |
| Уртаса минимум, °C | −6,8 | −7 | −2,8 | 2,8 | 8,3 | 11,9 | 13,8 | 12,6 | 8,1 | 3,4 | −1,4 | −5,5 | 3,1 |
| Яуым-төшөм нормаһы, мм | 41 | 38 | 42 | 43 | 59 | 87 | 102 | 64 | 60 | 52 | 49 | 47 | 684 |
| Сығанаҡ: Погода и климат | |||||||||||||
| Ҡала климаты | |||||||||||||
|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
| Күрһәткес | Ғин | Фев | Мар | Апр | Май | Июн | Июл | Авг | Сен | Окт | Ноя | Дек | Йыл |
| Уртаса температура, °C | −4,2 | −2,4 | 2,5 | 9,3 | 15,4 | 19,6 | 20,8 | 19,8 | 14,5 | 8,2 | 3,0 | −1,2 | 9,0 |
| Яуым-төшөм нормаһы, мм | 56 | 41 | 45 | 33 | 73 | 62 | 92 | 66 | 35 | 55 | 42 | 58 | 650 |
| Сығанаҡ: Погода и климат | |||||||||||||
Халыҡ һаны
| 1897 йылдан алып халыҡ һаны[2][3][4][5][6][7][8][9][10][11] | ||||||||
| 1897 | 1939 | 1959 | 1970 | 1979 | 1989 | 2006 | 2019 | 2020 | 2021 | 2022 | 2023 |
|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
| 8100 | ▲ 17 477 | ▲ 26 426 | ▲ 48 803 | ▲ 73 463 | ▲ 100 254 | ▲ 108 678 | ▼ 105 615 | ▲ 105 690 | ▼ 105 439 | ▼ 104 967 | ▲ 105 321 |
| 2009 йылғы халыҡ иҫәбен алыу буйынса халыҡтың милли составы[12][13] | ||||||||||
|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
| Бөтәһе (2009) | Белорустар | Урыҫтар | Украиндар | Йәһүдтәр | Поляктар | |||||
| 108 792 | 97 395 | 89,52 % | 7197 | 6,62 % | 2147 | 1,97 % | 167 | 0,15 % | 156 | 0,14 % |
| Сиғандар | Татарҙар | Молдавандар | Әрмәндәр | Әзербайжандар | ||||||
| 93 | 0,09 % | 61 | 0,06 % | 50 | 0,05 % | 42 | 0,04 % | 38 | 0,03 % | |
| Литвалар | немецтар | грузиндар | Төркмәндәр | ҡаҙаҡтар | ||||||
| 28 | 0,03 % | 27 | 0,02 % | 20 | 0,02 % | 19 | 0,02 % | 18 | 0,02 % | |
- ↑ Решение Гомельского областного Совета депутатов от 27 сентября 2011 г. № 137 Об установлении границ города Мозырь Гомельской области. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 29 июнь 2016. Архивировано 6 август 2016 года.
- ↑ Беларуская Савецкая Энцыклапедыя: у 12 т. / гал. рэд. П. У. Броўка. — Т. 12: БССР. — Мн.: Беларуская Савецкая Энцыклапедыя, 1975. — С. 697.
- ↑ Всесоюзная перепись населения 1939 г. Численность городского населения СССР по городским поселениям и внутригородским районам. Демоскоп Weekly. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 февраль 2019. Архивировано 24 декабрь 2013 года.
- ↑ Всесоюзная перепись населения 1959 г. Численность городского населения союзных республик (кроме РСФСР), их территориальных единиц, городских поселений и городских районов по полу. Демоскоп Weekly. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 февраль 2019. Архивировано 27 июль 2011 года.
- ↑ Всесоюзная перепись населения 1970 г. Численность городского населения союзных республик (кроме РСФСР), их территориальных единиц, городских поселений и городских районов по полу. Демоскоп Weekly. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 февраль 2019. Архивировано 9 март 2011 года.
- ↑ Всесоюзная перепись населения 1979 г. Численность городского населения союзных республик (кроме РСФСР), их территориальных единиц, городских поселений и городских районов по полу. Демоскоп Weekly. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 февраль 2019. Архивировано 21 май 2012 года.
- ↑ Всесоюзная перепись населения 1989 г. Численность городского населения союзных республик, их территориальных единиц, городских поселений и городских районов по полу. Демоскоп Weekly. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 февраль 2019. Архивировано 21 октябрь 2006 года.
- ↑ Статистический ежегодник Гомельской области. — Гомель, 2014. — С. 44-46.
- ↑ Статистический ежегодник Гомельской области. — Мн.: Национальный статистический комитет Республики Беларусь, 2018. — С. 45-47.
- ↑ Регионы Республики Беларусь. — Т. 1. — Мн.: Национальный статистический комитет Республики Беларусь, 2012. — С. 60.
- ↑ 1584531a2b89fa1a0945f6dc809ff268.pdf
- ↑ Перепись населения 2009. Национальный состав Республики Беларусь. Том 3. Архивировано 18 февраль 2019 года.. — Мн., 2011 — С. 116—117.
- ↑ Национальный состав Гомельской области. Архивировано из оригинала 3 ноябрь 2011 года.. С. 18.