Еңеүҙең 50 йыллығы скверы (Өфө)

Еңеүҙең 50 йыллығы скверы (рус. Сквер 50 лет Победы ; элек халыҡ телендә — «Юбилей» паркы; «Эттәр паркы») — Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 50 йыллығы хөрмәтенә асылған мемориаль сквер. Ябылған һәм бөтөрөлгән Новоивановский зыяраты урынында[1][2], Өфө ҡалаһының Октябрҙең 50 йыллығы, Володарский һәм Минһажев урамдары менән уратылған кварталда урынлашҡан.

Бөйөк Ватан һуғышына, шулай уҡ Башҡорт АССР-ындағы репрессиялар ҡорбандарына арналған ҡалалағы ике ҙур мемориаль комплекстың береһе. Новоивановский зыяраты репрессиялар осоронда Сергиевский зыяраты кеүек үк атып үлтереү һәм ерләү урыны булараҡ файҙаланылған. Скверҙа элек юҡ ителгән Скорбященский сиркәүе урынында «Всех скорбящих Радость» Божья Матерь иконаһы сиркәүе урынлашҡан.

Тасуирламаһы

Скверҙа ҡуйылған мемориалдар: Октябрь революцияһында һәм граждандар һуғышында ҡатнашыусыларға һәйкәл (1986; архитекторы П. П. Петров, конструкторы И. А. Крещенов, рәссамы С. Г. Рябухо)[1][3][4], Сәйәси репрессиялар ҡорбандарына һәйкәл (2000; скульпторы Ю. Солдатов, архитекторы Л. Ш. Дубинский), Рәсәйҙең репрессияланған немецтарына һәйкәл[1], Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған һәм яраларҙан үлгән яугирҙар хөрмәтенә стела (2005; архитекторҙары «Уфагорпроект» А. Курочкин, А. Курочкин), Чернобыль һәләкәтен һәм башҡа радиация аварияларын бөтөрөүҙә ҡатнашҡан геройҙарға һәйкәл (2019; скульпторы Х. М. Хәбибрахманов)[5], блокадалағы Ленинградта йәшәгәндәр хөрмәтенә мемориаль таш (2021).

Скверҙың көнбайыш һәм төньяҡ өлөшөнән С. И. Зорин исемендәге 1-се депоға трамвай юлдары үтә.

Тарихы

XIX быуат аҙағында Көнсығыш биҫтәнән көньяҡтараҡ, Иҫке Себер тракты башланған ерҙә (хәҙер Октябрь проспекты) Новоивановский зыяраты өсөн урын бирелә, ул 1960 йылдар аҙағында ябыла.

1980 йылдар башында «Юбилейный» мәҙәниәт һарайы (хәҙер «Йәштәр» һарайы) артындағы территория өлөшләтә тәртипкә килтерелә һәм унда сквер булдырыла, уны «Юбилей» скверы тип атай башлайҙар.

1986 йылда «Юбилейный» мәҙәниәт һарайы артында большевиктар, Октябрь революцияһы һәм Граждандар һуғышында ҡатнашыусылар иҫтәлегенә обелиск асыла. 1995 йылда Совет районы Һуғыш, хеҙмәт һәм Ҡораллы Көстәр ветерандары советы үтенесе буйынса скверға Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 50 йыллығы хөрмәтенә атап исем бирелә. 1995 йылдың 9 майында, яңы скверҙы асыу тантанаһы көнөндә, унда 50 шыршы ултыртыла һәм буласаҡ һәйкәл урынына нигеҙ ташы ҡуйыла.

2000 йылда скверҙың көнбайыш өлөшөндә сәйәси репрессиялар ҡорбандарына һәйкәл асыла. Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған һәм яраларҙан вафат булған яугирҙарҙың иҫтәлеген мәңгеләштереү маҡсатында нигеҙ ташы урынына һәйкәл-стела ҡуйыла.

20152016 йылдарҙа сквер реконструкциялана һәм төҙөкләндерелә: велосипед юлы, балалар майҙансығы, воркаут өсөн майҙансыҡ, скейт-парк һәм хоккей коробкаһы булдырыла[6][7][8].

2017 йылда «Дан аллеяһы» акцияһы буйынса 350 саған, 150 артыш һәм 100 туя үҫентеһе ултыртыла[9][10][11].

2019 йылдың 14 авгусында Чернобыль АЭС-ындағы һәм башҡа радиация аварияларын бөтөрөүҙә ҡатнашыусыларға һәйкәл асыла[12].

2021 йылдың 9 сентябрендә Ленинград блокадаһы башланыуға 80 йыл тулыу айҡанлы һәм блокадалағы Ленинградта йәшәгәндәр хөрмәтенә мемориаль таш ҡуйыла[13].

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 3 Региональный интерактивный энциклопедический портал «Башкортостан». СКВЕР им. 50-летия ПОБЕДЫ.  (рус.)  (Тикшерелеү көнө: 16 июнь 2025)
  2. С. Валиева. Тайны старых кладбищ, хранящих память о многих жертвах репрессий // Ленинец : газета. — 1989. — 12 август. — С. 6.
  3. А. Любин. Обелиск борцам революции // Вечерняя Уфа : газета. — 1986. — 7 ноябрь.
  4. Узиков Ю. А. Исторические памятники Уфы. — Уфа: Китап, 1999. — С. 277–278.
  5. В Уфе открыли памятник «Героям-ликвидаторам Чернобыльской катастрофы и других радиационных аварий». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 май 2023. Архивировано 9 май 2023 года.
  6. В сквере им. 50-летия Победы ведутся работы по благоустройству. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 май 2023. Архивировано 9 май 2023 года.
  7. В открытом после реконструкции сквере 50-летия Победы проходит праздничная программа. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 май 2023. Архивировано 9 май 2023 года.
  8. В Уфе открыт сквер 50-летия Победы. www.bashinform.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 май 2023. Архивировано 9 май 2023 года.
  9. Аллее Славы быть и цвесть! Фоторепортаж с акции. bash.news. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 май 2023. Архивировано 9 май 2023 года.
  10. Уфа утратила позицию лидера в голосовании всероссийской акции «Аллея Славы» (ингл.). UTV. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 май 2023. Архивировано 9 май 2023 года.
  11. Приходите сажать деревья в сквер 50-летия Победы. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 май 2023. Архивировано 9 май 2023 года.
  12. Өфөлә Еңеүҙең 50 йыллығы скверында Чернобыль һәләкәтен бөтөрөүҙә ҡатнашҡандарға һәйкәл ҡуйылды. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 14 август 2019 йыл (Тикшерелеү көнө: 16 июнь 2025)
  13. В Уфе заложили мемориальный камень в честь жителей блокадного Ленинграда. AiF (9 сентябрь 2021). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 май 2023. Архивировано 9 май 2023 года.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Әҙәбиәт

С. Г. Синенко. Сквер им. 50-летия Победы // Уфа старая и новая : популярная иллюстрированная энциклопедия. — Уфа : Государственное республиканское издательство «Башкортостан», 2007. — 272 с. — 3000 экз. — ISBN 978-5-8258-0236-7.

Категориялар