Заман (исем)

Викидата элементы юҡ

Заман — башҡорт ир-ат исеме. Башҡа төрки халыҡтарҙа ла ҡулланыла.

Этимологияһы

Заман исеме ғәрәп теленән үҙләштерелгән — заман, дәүер, осор; замана кешеһе тигәнде аңлата[1].

Билдәле кешеләр

Мөхәммәт Заман — 1649—1701 йылдарҙа ижад иткән фарсы рәссамы.

Фамилияла

Заманов Мәсғүт Фәйзрахман улы (14 ғинуар 1914 йыл — 16 февраль 1988 йыл) — сиҙәм ерҙәрҙе үҙләштереү алдынғыһы. Совет-фин һуғышында ҡатнашыусы. СССР-ҙың 5-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1957).

Заманова Маргарита Кәрим ҡыҙы (21 октябрь 1983 йыл) — Томск политехник университетының Тәбиғәт ресурстары институтының органик матдәләр һәм полимер материалдар технологияһы кафедраһының инженер һәм кесе ғилми хеҙмәткәре.

Сәнғәт

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Заман-Башҡортостан (гәзит) («Zaman—Башҡортостан») — халыҡ‑ара ижтимағи‑сәйәси гәзит. Ойоштороусыһы — "Феза АЙ (Төркиә). 1993 йылдың майынан 2003 йылдың февраленә тиклем Өфөлә аҙнаһына 1 тапҡыр урыҫ, башҡорт, татар һәм төрөк (2001 йылдың ноябренә тиклем) телдәрендә сыға. Гәзит биттәрендә төрки халыҡтарҙың тормошо, ислам нигеҙҙәре һәм әхлаҡи ҡиммәттәре яҡтыртыла, хеҙмәттәшлек, үҙ‑ара ярҙам, толерантлыҡ идеялары пропагандалана.

Заман — ваҡыт, геологик тарихи дәүер, осор, миҙгел, грамматик ваҡыт.

Сығанаҡтар

Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ