Зарипов Хөсәйен Ғабдрахман улы

Зарипов Хөсәйен Ғабдрахман улы (31 март 1916 йыл17 август 1956 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, уҡсылар полкы сапёры, рядовой. Дан орденының тулы кавалеры.

Биографияһы

Хөсәйен Ғабдрахман улы Зарипов 1916 йылдың 31 мартында Ырымбур губернаһы Силәбе өйәҙе Ҡатай улусы (хәҙерге Ҡурған өлкәһе Әлмән районы) Асҡар ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Милләте башҡорт[1].

2 класс тамамлай, колхозда көтөүсе булып эшләй. 1939 йылдың 29 сентябрендә Силәбе өлкәһе Ялан-Ҡатай район хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армия сафына алына. 1941 йылда демобилизациялана.

Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, йәнә армияға алына. 1943 йылдың сентябренән Бөйөк Ватан һуғышы фронтарында хеҙмәт итә. 52-се армия 373-сө Миргород Ҡыҙыл Байраҡ уҡсылар дивизияһы 439-сы айырым саперҙар батальоны рядовой сапёры булып, Дала, 2-се Украина һәм 2-се Белоруссия фронттарында һуғыша.

1944 йылдың ғинуарынан ВКП(б) ағзаһы.

1945 йылдың июлендә демобилизациялана. Туған яғына ҡайта, Әлмән районы Юламан ауылында йәшәй. Һуңыраҡ Силәбе өлкәһе Коркино ҡалаһына күсә, «Коркиноуголь» тресында шартлатыусы булып эшләй. Һаулыҡ хәле буйынса эшенән сығарыла, туған яҡтарына ҡайта. Ғаиләһе менән Әлмән районы Озерное ауылында йәшәй.

1956 йылдың 17 авгусында үҙ үҙенә ҡул һала. Мосолман йолаһы буйынса Юламан ауылы зыяратының тышында ерләнә. 1980 йылда ҡәбере ҡоймалана һәм унда мәрмәр һәйкәл ҡуйыла.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • 1-се дәрәжә Дан ордены (24 март 1945 йыл)[2]
  • II дәрәжә Дан ордены (29 июль 1944 йыл)[3]
  • III дәрәжә Дан ордены (25 май 1944 йыл)[4]
  • «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (30 ғинуар 1944 йыл)[5]
  • «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (24 февраль 1944 йыл)[6]
  • «Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн 1941—1945 йй.» миҙалы.

Иҫкәрмәләр

  1. Кавалеры ордена Славы трёх степеней: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии Д. С. Сухоруков. — М.: Воениздат, 2000. — 703 с. — ISBN 5-203-01883-9.
  2. Архивный реквизит на сайте «Подвиг народа» № 46802407.
  3. Архивный реквизит на сайте «Подвиг народа» № 33010162.
  4. Архивный реквизит на сайте «Подвиг народа» № 40520605.
  5. Архивный реквизит на сайте «Подвиг народа» № 30857405.
  6. Архивный реквизит на сайте «Подвиг народа» № 30721236.

Әҙәбиәт

  • Золотое созвездие Зауралья. Кн. 3. — Курган: ПарусМ, 2003.
  • Ушаков А. П. Во имя Родины. — Челябинск: Юж. Урал. кн. изд-во, 2004.

Һылтанмалар