Әлмән районы
Әлмән районы (рус. Альменевский район) — Ҡурған өлкәһендәге муниципаль берәмек.
Административ үҙәге — Әлмән ауылы.
Географияһы
Район Ҡурған өлкәһенең көньяҡ-көнбайышында урынлашҡан. Силәбе өлкәһе һәм өлкәнең Сафакүл, Щучье, Шумиха, Мишкә, Ҡуртамыш һәм Целинный райондары менән сиктәш.
Тарихы
Революциянан һуң район территорияһы Башҡорт АССР-ының Ялан кантоны составына инә, ә 1923 йылда Урал өлкәһе Силәбе округының яңы ойошторолған Ҡатай районы составына бирелә. 1930 йылда Ҡатай районы бөтөрөлгәс, буласаҡ район биләмәләре Ялан-Ҡатай районына , ә 1934 йылда Ялан-Ҡатай районы Силәбе өлкәһе составына инә. 1940 йылда Ялан-Ҡатай районы Әлмән һәм Сафакүл райондарына бүленә. 1943 йылда был райондар Ҡурған өлкәһе составында була. 1963 йылда Әлмән районы бөтөрөлөп, 1965 йылда яңынан тергеҙелә.
Халҡы
| 2002[5] | 2009[6] | 2010[7] | 2011[8] | 2012[9] | 2013[10] | 2014[11] |
|---|---|---|---|---|---|---|
| 15 240 | ↘12 806 | ↘12 412 | ↘12 365 | ↘11 764 | ↘11 204 | ↘10 784 |
| 2015[2] | ||||||
| ↘10 431 |
- Милли составы
2010 йылғы йән иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ярашлы районда башлыса урыҫтар (40 %), башҡорттар (32,8 %), татарҙар (23,4 %) йәшәй[12].
Район искен татарҙары төркөмөнөң тығыҙ йәшәгән ере. Улар нигеҙлегән ауылдар: Әлмән, Иванков (Аманкүл), Өскүл, Тоҙауыл, Вишняк (Сейәле), Алакүл ауылдарында көн күрә. Башҡорт ауылдарының иң эреләре: Тәңрекүл, Юламан, Асҡар, Зәйнәкәй (Зәйнеғәбдин), Мир (Ҡатай), Убалы, Шәрип, Искәндәр, Ҡаҙаҡҡол, Подъяс (Бүҙаяҙ), Байғәнә, Бохар (Айыу аулы), Поляна (Иҫке Юламан) һәм башҡа кесерәк ауылдар. Башҡорт Республикаһының Ялан кантоны булған саҡта Тәңрекүл (Тарғул) кантон үҙәге булып торған.
Көньяҡ-көнбайыш яғында бер нисә урыҫ ауылы ултырған: Парамон, Рыбное, Чистое. Шулай уҡ ҡайһы бер ауылдарҙа ҡаҙаҡтар (Мир һәм Ягодное) һәм сыуаштар (Аҫҡар) күпләп йәшәйҙәр.
Административ-территориаль ҡоролошо
Район составына 12 ауыл биләмәһе (ауыл советтары) керә, улар 33 ауылды берләштерә:
| № | Ауыл биләмәләре | Административ үҙәк | Тораҡ пункттар һаны | Халҡы | Майҙан, км2 |
|---|---|---|---|---|---|
| 1 | Бороздинка ауыл советы | Бороздинка | 4 | ↘614[2] | 305,60[1] |
| 2 | Иванково ауыл советы | Иванково | 3 | ↘277[2] | 236,90[1] |
| 3 | Казенное ауыл советы | Казенное | 3 | Ошибка Lua в Модуль:Statistical на строке 76: attempt to index local 'RawData' (a nil value). | 133,57[1] |
| 4 | Малышево ауыл советы | Малышево | 3 | ↘927[2] | 270,74[1] |
| 5 | Парамоново ауыл советы | Парамоново | 2 | ↘380[2] | 102,80[1] |
| 6 | Рыбное ауыл советы | Рыбное | 1 | ↘112[2] | 100,54[1] |
| 7 | Тәңрекүл ауыл советы | Тәңрекүл | 4 | ↘963[2] | 282,30[1] |
| 8 | Чистое ауыл советы | Чистое | 1 | ↘250[2] | 93,97[1] |
| 9 | Шәрип ауыл советы | Мир | 4 | ↘1397[2] | 318,80[1] |
| 10 | Әлмән ауыл советы | Әлмән | 1 | ↘3928[2] | 37,56[1] |
| 11 | Юламан ауыл советы | Юламан | 4 | ↘698[2] | 257,66[1] |
| 12 | Ягодное ауыл советы | Ягодное | 3 | ↘381[2] | 345,56[1] |
Иҡтисады
Район иҡтисады ауыл хужалығы аҙыҡ-түләге бәйле. Район иҡтисадына иң ҙур өлөш индереүсе предприятие булып Юламан ауылындағы «Зауралский» ауыл хужалығы коперативы тора. Ул иген культуралары игеүгә һәм һыйыр малдары үрсетеүгә ҡулайлашҡан.
Билдәле шәхестәре
- Манатов Шәриф Әхмәтйән улы — дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, Башҡорт милли хәрәкәте етәкселәренең береһе, Башҡортостан автономиялы республикаһын нигеҙләшеүселәрҙең береһе.
- Таған Ғәлимйән Ғирфан улы — Башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәре, этнограф, музей белгесе, иҡтисад фәндәре докторы.
- Йомаев Ямалетдин Ғималетдин улы — башҡорт шағиры һәм мәғрифәтсеһе.
- Мағазов Ғимран Сәйетйәғәфәр улы — Башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәре.
- Мағазов Сәйетгәрәй Сәйетйәғәфәр улы — Башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәре, Башҡорт хөкүмәте ағзаһы.
- Зарипов Хөсәйен Ғабдурахман улы — Дан орденының тулы кавалеры.
- Ғатауллин Ғәйнетдин Зәйнетдин улы — татар шағиры.
- Дарбаев Курман Ергали улы — Социалистик Хеҙмәт Геройы.
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 Курганская область. Общая площадь земель муниципального образования 2015 йылдың 25 июль көнөндә архивланған.
- ↑ 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16 Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2015 года. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 август 2015. Архивировано 6 август 2015 года.
- ↑ Альменевский район / Курганская областная Дума 2011 йылдың 11 ноябрь көнөндә архивланған.
- ↑ ОКТМО. 179/2016. Уральский ФО
- ↑ Всероссийская перепись населения 2002 года. Том. 1, таблица 4. Численность населения России, федеральных округов, субъектов Российской Федерации, районов, городских поселений, сельских населённых пунктов - райцентров и сельских населённых пунктов с населением 3 тысячи и более. Архивировано 3 февраль 2012 года.
- ↑ Численность постоянного населения Российской Федерации по городам, посёлкам городского типа и районам на 1 января 2009 года. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 ғинуар 2014. Архивировано 2 ғинуар 2014 года.
- ↑ 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16 17 18 19 20 21 22 Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения Курганской области. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 июнь 2014. Архивировано 21 июнь 2014 года.
- ↑ Курганская область. Оценка численности постоянного населения на 1 января 2009-2015 годов
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям. Таблица 35. Оценка численности постоянного населения на 1 января 2012 года. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 31 май 2014. Архивировано 31 май 2014 года.
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2013 года. — М.: Федеральная служба государственной статистики Росстат, 2013. — 528 с. (Табл. 33. Численность населения городских округов, муниципальных районов, городских и сельских поселений, городских населённых пунктов, сельских населённых пунктов). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 ноябрь 2013. Архивировано 16 ноябрь 2013 года.
- ↑ Таблица 33. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2014 года. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 август 2014. Архивировано 2 август 2014 года.
- ↑ Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Курганской Области - Веб-страницы - Itogi. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 март 2013. Архивировано 21 март 2013 года. 2013 йылдың 14 октябрь көнөндә архивланған.
- ↑ 1 2 3 Отчет Главы Бороздинского сельсовета о результатах его деятельности, деятельности Администрации Бороздинского сельсовета за 2013 год
- ↑ Бишнәк (Ҡурған өлкәһе) > Данные не обнаружены. Возможно, страница переименовывалась. Проверьте справочник
- ↑ 1 2 3 4 Отчёт Главы Танрыкуловского сельсовета за 2013 год
Һылтанмалар
- Әлмән районы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: Башҡорт энциклопедияһы (ғилми-нәшриәт комплексы), 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-306-8.
- Официальный сайт Альменевского района 2012 йылдың 31 декабрь көнөндә архивланған.
- Район на сайте Курганской областной Думы 2011 йылдың 11 ноябрь көнөндә архивланған.