Шәрип (Ҡурған өлкәһе)
Шәрип (рус. Шарипово) — Рәсәй Федерацияһы Ҡурған өлкәһе Әлмән районы ауылы. Шәрип ауыл советы составына керә.
Тарих
Файл:Башкиры Курганской области. Род Ялан-Катай.jpg
Ялан-ҡатай ырыуы вәкилдәре, Шәрип ауылы. 1950-се йылдар
Тәүге тапҡыр 1795 йылда телгә алына[2]. Революцияға тиклем Шәрип ауылы Ырымбур губернаһы Силәбе өйәҙе Ялан-Ҡатай улусы ҡарамағында була[2].
Революциянан һуң Башҡорт АССР-ының Ялан кантоны составына керә. 1923 йылда Урал өлкәһе Силәбе округының яңы ойошторолған Ҡатай районы составына бирелә. 1930 йылда Ҡатай районы бөтөрөлгәс, ауыл Ялан-Ҡатай районына керә. 1934 йылда Ялан-Ҡатай районы Силәбе өлкәһе составына инә. 1940 йылда ауыл яңы ойошторолған Әлмән районына керә, 1943 йылда был район Ҡурған өлкәһе составына инә.
Халыҡ һаны
| 1795 | 1834 | 1866 | 1900 |
|---|---|---|---|
| 74 | 220 | 282 | 387 |
| 1926 | 2010[1] |
|---|---|
| 466 | ↘371 |
2002 йылғы йән иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ярашлы ауылда башлыса башҡорттар (83 %) йәшәй[3].
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения Курганской области. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 июнь 2014. Архивировано 21 июнь 2014 года.
- ↑ 1 2 Урал аръяғы Ырымбур губернаһы башҡорттары // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Мурзабулатов М. В., Шитова С. Н., Юсупов Р. М. Зауральские башкиры // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: Башҡорт энциклопедияһы (ғилми-нәшриәт комплексы), 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-306-8.