Байғана

Байғана (рус. Байганино) — Рәсәй Федерацияһы Ҡурған өлкәһе Әлмән районы ауылы. Шәрип ауыл советы составына керә.

Тарих

Тәүге тапҡыр 1790 йылда телгә алына[2]. Революцияға тиклем ауыл Ырымбур губернаһы Силәбе өйәҙе Әйле улусы ҡарамағында була[2].

Революциянан һуң Башҡорт АССР-ының Ялан кантоны составына керә. 1923 йылда Урал өлкәһе Силәбе округының яңы ойошторолған Ҡатай районы составына бирелә. 1930 йылда Ҡатай районы бөтөрөлгәс, ауыл Ялан-Ҡатай районына керә. 1934 йылда Ялан-Ҡатай районы Силәбе өлкәһе составына инә. 1940 йылда ауыл яңы ойошторолған Әлмән районына керә, 1943 йылда был район Ҡурған өлкәһе составына инә.

Халыҡ һаны

1795 1834 1866 1900
— 212 234 395
Халҡы иҫәбе
2010[1]
192

2002 йылғы йән иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ярашлы ауылда башлыса башҡорттар (90 %) йәшәй[3].

Иҫкәрмәләр