Зәйнәкәй
Зәйнәкәй (рус. Зеникай) — Рәсәй Федерацияһының Ҡурған өлкәһе Әлмән районы ауылы. Казенное ауыл Советы керә. Ауылдың икенсе (ҡыҫҡартылмаған) атамаһы Зәйнәғәбдин
Тарих
Революциянан һуң Башҡорт АССР-ының Ялан кантоны составында була. 1923 йылда Урал өлкәһе Силәбе округының яңы ойошторолған Ҡатай районына бирелә. 1930 йылда Ҡатай районы бөтөрөлгәс, ауыл Ялан-Ҡатай районына керә. 1934 йылда Ялан-Ҡатай районы Силәбе өлкәһе составына индерелә. 1940 йылда ауыл яңы ойошторолған Әлмән районына керә, ә үҙ сиратында был район 1943 йылда Ҡурған өлкәһе составына бирелә.
Халыҡ һаны
| 1926 | 2010[1] |
|---|---|
| 188 | ↘137 |
2002 йылғы йән иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ярашлы ауылда башлыса башҡорттар (99 %) йәшәй[2].
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения Курганской области. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 июнь 2014. Архивировано 21 июнь 2014 года.
- ↑ Мурзабулатов М. В., Шитова С. Н., Юсупов Р. М. Зауральские башкиры // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: Башҡорт энциклопедияһы (ғилми-нәшриәт комплексы), 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-306-8.