Поляна (Ҡурған өлкәһе)

Поляна (рус. Поляна) — Рәсәй Федерацияһы Ҡурған өлкәһе Әлмән районы ауылы. Шәрип ауыл советы составына керә.

Тарих

Революциянан һуң Башҡорт АССР-ының Ялан кантоны составына керә. 1923 йылда Урал өлкәһе Силәбе округының яңы ойошторолған Ҡатай районы составына бирелә. 1930 йылда Ҡатай районы бөтөрөлгәс, ауыл Ялан-Ҡатай районына керә. 1934 йылда Ялан-Ҡатай районы Силәбе өлкәһе составына инә. 1940 йылда ауыл яңы ойошторолған Әлмән районына керә, 1943 йылда был район Ҡурған өлкәһе составына инә.

Халыҡ һаны

Халҡы иҫәбе
2010[1]
185

2002 йылғы йән иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ярашлы ауылда башлыса башҡорттар (60 %) йәшәй[2].

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения Курганской области. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 июнь 2014. Архивировано 21 июнь 2014 года.
  2. Мурзабулатов М. В., Шитова С. Н., Юсупов Р. М. Зауральские башкиры // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: Башҡорт энциклопедияһы (ғилми-нәшриәт комплексы), 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-306-8.