Парамоново (Ҡурған өлкәһе)
Парамоново — Рәсәй Федерацияһы Ҡурған өлкәһе Әлмән районындағы ауылы. Парамонов ауыл биләмәһенең административ үҙәге.
Тарихы
Ауыл 1892 һәм 1901 йылдар араһында барлыҡҡа килгән, Ырымбур губернаһы Силәбе өйәҙе Ҡатай һәм артабан Заманилово улусына ҡараған. 1916 йылда бында парҙа эшләүсе тирмән теркәлгән.
Граждандар һуғышы осоронда бында аҡтар һәм ҡыҙылдар араһында ҡаты алыштар булған. Революциянан һуң Башҡортостан автономияһының (1919 йылдан һуң Башҡортостан АССР-ының) Ялан кантоны составына керә. 1922 йылдың 7 мартында Башҡортостан АССР-ының Эске эштәр халыҡ комиссариатының ҡарарына ярашлы Ялан кантонының үҙәге Тәңрекүлдән Парамоново ауылына күсерелгән.
1922 йылдың 14 июнендә Ялан кантоны бөтөрөлә, уның территорияһы Силәбе губернаһының Силәбе өйәҙе составына бирелә. 1923 йылда Урал өлкәһе Силәбе округының яңы ойошторолған Ҡатай районы ҡарамағына бирелә. 1930 йылда Ҡатай районы бөтөрөлгәс, ауыл Ялан-Ҡатай районына күсерелә. 1934 йылда Ялан-Ҡатай районы Силәбе өлкәһенә, 1940 йылда ауыл яңы ойошторолған Әлмән районына инә. 1943 йылда был район Ҡурған өлкәһе составына керә.
Халыҡ һаны
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения Курганской области. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 июнь 2014. Архивировано 21 июнь 2014 года.
- ↑ Paramonovo (ингл.). GeoNames.
- ↑ Коряков Ю. Б. База данных «Этно-языковой состав населённых пунктов России».