Асҡар (Ҡурған өлкәһе)

Асҡар (рус. Аскарово) — Рәсәй Федерацияһы Ҡурған өлкәһе Әлмән районы ауылы. Юламан ауыл советы составына керә.

География

Ауыл Мижәкүл буйында, Әлмән районының көньяҡ-көнбайышында урынлашҡан. Бер урам — Молодёжная (Йәштәр) урамы бар.

Алыҫлыҡтар:

Тарих

Тәүге тапҡыр 1795 йылда телгә алына[1]. Революцияға тиклем Асҡар ауылы Ырымбур губернаһы Силәбе өйәҙе Әйле улусы ҡарамағында була[1].

Халыҡ һаны

1795 1834 1866 1900
47 79 367 439
Халҡы иҫәбе
1926195919701979198920022010[2]
294257276323339178116

1926 йылғы йән иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ярашлы ауылда 294 кеше теркәлгән, уларҙың барыһы ла башҡорттар.

2002 йылғы йән иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ярашлы ауылда башлыса башҡорттар (81 %) йәшәй[3].

Инфраструктура

Ауыл китапханаһы, медицина пункты һәм магазин бар. 2007 йылға ҡәҙәр ауылда башланғыс белем биреү мәктәбе була.

Билдәле кешеләре

Иҫкәрмәләр