Подъясово

Подъясово (Бүҙейәс[2]; рус. Подъясово) — Рәсәй Федерацияһы Ҡурған өлкәһе Әлмән районы ауылы. Тәңрекүл ауыл советы составына керә.

Тарих

Революциянан һуң Башҡорт АССР-ының Ялан кантоны составына керә. 1923 йылда Урал өлкәһе Силәбе округының яңы ойошторолған Ҡатай районы составына бирелә. 1930 йылда Ҡатай районы бөтөрөлгәс, ауыл Ялан-Ҡатай районына керә. 1934 йылда Ялан-Ҡатай районы Силәбе өлкәһе составына инә. 1940 йылда ауыл яңы ойошторолған Әлмән районына керә, 1943 йылда был район Ҡурған өлкәһе составына инә.

Халыҡ һаны

Халҡы иҫәбе
2010[3]2012[4]2013[5]2014[1]
174↗182↘179↘162

2002 йылғы йән иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ярашлы ауылда башлыса башҡорттар (93%) йәшәй[6].

Иҫкәрмәләр

  1. ↑ 1 2 Отчёт Главы Танрыкуловского сельсовета за 2013 год
  2. ↑ Камалов А. А., Камалова Ф. У. Атайсал. — Уфа: Башкирское издательство «Китап», 2001. — С. 343. — 544 с. — ISBN 5-295-02882-8.
  3. ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения Курганской области. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 июнь 2014. Архивировано 21 июнь 2014 года.
  4. ↑ Отчёт Главы Танрыкуловского сельсовета за 2011 год
  5. ↑ Отчёт Главы Танрыкуловского сельсовета за 2012 год
  6. ↑ Мурзабулатов М. В., Шитова С. Н., Юсупов Р. М. Зауральские башкиры // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: Башҡорт энциклопедияһы (ғилми-нәшриәт комплексы), 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-306-8.