Зөлҡәрнәев Нурфәйез Абдулла улы
Зөлҡәрнәев Нурфәйез Абдулла улы (1910 йыл — вафат булған ваҡыты билдәһеҙ) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, гвардия рядовой[1]. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 60-cы гвардия кавалерия полкы ҡылыссыһы[2].
Биографияһы
Нурфәйез Абдулла улы Зөлҡәрнәйев 1910 йылда Ырымбур губернаһы Орск өйәҙе (хәҙер Башҡортостандың Баймаҡ районы) 1-се Этҡол ауылында тыуған[2]. 1942 йылда Башҡорт АССР-ының Баймаҡ районы хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армияға саҡырыла. Бөйөк Ватан һуғышында 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 60-сы гвардия кавалерия полкы ҡылыссыһы булып хеҙмәт итә. 1943 йылдың 23 февралендә дошман тылындағы оҙайлы рейдтан һуң фронт һыҙығы аша сыҡҡан саҡта Украина ССР-ы Ворошиловоград өлкәһе (хәҙер Луганск өлкәһе) Чернухино станцияһы тирәһендә хәбәрһеҙ юғала[2][3]. Әсәһе — Мәҙинә Зөлҡәрнәева[3], туғандары тураһында мәғлүмәттәр күрһәтелмәгән[1].
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 Чтобы помнили 2021 йылдың 13 июнь көнөндә архивланған.
- ↑ 1 2 3 ЗУЛЬКАРНАЕВ Нурфаиз Абдуллович. Шаймуратовцы
- ↑ 1 2 Донесения о потерях
Һылтанмалар
- ЗУЛЬКАРНАЕВ Нурфаиз Абдуллович. Шаймуратовцы (рус.) (Тикшерелеү көнө: 7 июль 2021)
- Зулкарнаев Нурфаиз Абдуллович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 7 июль 2021)
- Чтобы помнили 2021 йылдың 13 июнь көнөндә архивланған.