Ибраһимов Шамил Шамил улы

Ибраһимов Шамил Шамил улы (15 июль 1922 йыл — 20 апрель 1993 йыл) — хор дирижёры, композитор, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1972), Башҡортостан Республикаһының Композиторҙар берлеге ағзаһы (1958). Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы.

Биографияһы

Шамил Шамил улы Ибраһимов 1922 йылдың 15 июлендә Башҡорт АССР-ының Өфө кантоны Шишмә ҡасабаһында (хәҙер Башҡортостан Республикаһының Шишмә районы) тыуа. Хәҙер был ҡасаба Башҡортостан Республикаһы Шишмә районының үҙәге булып тора.

Музыкаль һәләте кескәйҙән асыла. 1941 йылда ул П. И. Чайковский исемендәге Мәскәү консерваторияһы Башҡорт студияһының композитор бүлексәһен тамамлай. Мәшһүр музыкант Генрих Ильич Литинский класында уҡый. Шамиль Ибраһимов Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша. Һуғыштан һуң музыкаль белем алыуын дауам итә.

Ибраһимов 1952 йылда П. И. Чайковский исемендәге Мәскәү консерваторияһының хорға дирижерлыҡ итеү факультетын тамамлай һәм Өфөлә эш башлай.

Өфөлә ул ике профессиональ башҡорт хорына — Республика радиокомитеты хорына һәм Башҡорт дәүләт филармонияһы хорына етәкселек итә, бер үк ваҡытта Өфө музыка училищеһында уҡыта һәм унда хор класының етәксеһе була.

1958 йылда Шамил Ибраһимов Башҡортостан Республикаһының Композиторҙар берлегенә ағза булып инә.

1972 йылда уға «Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре» тигән исем бирелә.

Билдәле башҡорт композиторы, хор дирижер, педагог Шамил Ибраһимов 1993 йылдың 20 апрелендә 71-се йәшендә Өфөлә вафат була.

Ижады

Шамил Ибраһимов 50-нән ашыу вокал-хор әҫәре ижад итә, шул иҫәптән Яҡуп Ҡолмой шиғырҙарына «Дан һиңә, Башҡортостан!» (1961), «Тыныслыҡты яуланыҡ!», «Һалдат тураһында поэма», Шәриф Бикҡол шиғырына «Илем, илкәйем» кантата һәм хор поэмаларын, хор миниатюралары ижад итә. «Дилә» (Ҡадир Даян шиғыры), «Уралым» (Яҡуп Ҡолмой шиғыры) кеүек лирик миниатюралары әһәмиәтле күренеш була. «Беҙҙең ауыл ҡыҙҙары», «Иркен Ағиҙел буйҙары» һ.б. шаян йырҙары популярлыҡ яулай. Башҡорт халыҡ йырҙары «Алты егет», «Ике йәш йөрәк», «Ҡолой кантон», «Сыбай ҡашҡа» һәм башҡаларҙы юғары профессоналлек менән хорға һала [1] 2021 йылдың 15 ғинуар көнөндә архивланған..

Ул етәкселек иткән хор коллективтары 1955 йылда Мәскәүҙә башҡорт әҙәбиәте һәм сәнғәте декадаһында ҙур уңыш менән сығыш яһай. Элгәрге профессионалдар тәжрибәһенә һәм халыҡ музыка традицияларына таянып, Шамил Ибраһимов башҡорт профессиональ хор музыкаһын тағы ла юғарыраҡ кимәлгә күтәреүгә үҙ өлөшөн индерә. Ул күп классик башҡорт хор әҫәрҙәренең авторы була. Улар һәүәҫкәр һәм профессиональ хор коллективтарының репертуарына инә.

Хәтер

1994 йылда хор дирижерҙарының Шамил Ибраһимов исемендәге Асыҡ республика конкурсы булдырыла.

«Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы фондында Шамил Ибраһимов етәкселегендәге хорҙар башҡарыуында башҡорт композиторҙары әҫәрҙәренең 70-тән ашыу яҙмаһы һаҡлана.

Һылтанмалар

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

Бикмухаметов Ш. Шамиль Ибрагимов: очерк жизни и творчества. Уфа, 1992.