Исламов Дамир Нәзир улы
Дамир Нәзир улы Исламов (рус. Исламов Дамир Назирович; 1996 йылдың 13 октябре, Лениногорск, Татарстан Республикаһы — 2022 йылдың 7 марты, Золотое[d], Горская городская община[d]) — Рәсәй хәрби хеҙмәткәре, өлкән лейтенант. Рәсәйҙең Украиналағы махсус хәрби операцияһында ҡатнашыусы, Рәсәй Федерацияһы Геройы (2022, үлгәндән һуң).
Биографияһы
Дамир Нәзир улы Исламов 1996 йылдың 13 октябрендә Татарстан Республикаһы.Лениногорск ҡалаһында күп балалы ғаиләлә тыуған. 2014 йылда Лениногорск № 6 урта мәктәбен тамамлағас, Ҡазан юғары танк команда училищеһына уҡырға инә, 2018 йылда уны тамамлай.
Ростов өлкәһендә урынлашҡан Көньяҡ хәрби округы частарының береһендә хеҙмәт итә.
2022 йылда 24 февралдә Рәсәйҙең Украиналағы махсус операцияһында ҡатнаша. 2022 йылдың 7 мартында Т-72Б1 бронетанк төркөмө составында Украинаның Северодонецк районы Золотое ҡалаһы янындағы нығытылған районға һөжүм итеүҙә ҡатнаша. Исламов экипажы дүрт танкыны ҡыйрата, оҙайлы ут нөктәһен емерә, украин хәрбиҙәренең «10-ға яҡын кешеһен» юҡ итә. Алыш ваҡытында танк "молотов коктейлы менән яна, ләкин экипаж утты һүндерә һәм кире позицияға ҡайта. Һөҙөмтәлә Рәсәй танкыһын бишенсе украин танкыһы ҡыйрата, ә Ғилемханов, Исламов һәм Цевун һәләк була[1].
Өлкән лейтенанттың кәүҙәһе, һуғыш яланынан эвакуациялана. Дамир Исламовтың мәйете тыуған иленә, Лениногорск ҡалаһына, килтерелә. Ҡала Мәҙәниәт һарайында уның менән тантаналы хушлашыу үткәрелә. Хушлашыу тантанаһында Үҙәк хәрби округ командующийы вазифаһын башҡарыусы генерал-майор Рөстәм Миннекаев, Татарстан Республикаһы Дәүләт Советы рәйесе Фәрит Мөхәмәтшин , Татарстан Республикаһы буйынса баш федераль инспектор Виктор Демидов, Татарстан Республикаһының хәрби комиссары Сергей Погодин, Лениногорск муниципаль округы начальнигы Риғәт Хөсәйенов, Ҡазан юғары танк команда училищеһы начальнигы урынбаҫары Вячеслав Епифантсев ҡатнаша. Үҙәк хәрби округтың кадрҙар бүлеге начальнигы урынбаҫары Алексей Белоконь Рәсәй Федерацияһы Президентының Дамир Исламовҡа Рәсәй Геройы исемен биреү тураһындағы Указын уҡып ишеттерә һәм мәрхүмдең әсәһе Сажиҙә Вәлиәхмәтоваға юғары дәүләт наградаһын тапшыра. Һәләк булған танкистты ерләүҙе шәхсән Әлмәт һәм Бөгөлмә епископы Мефодий башҡара[2].
Хәрби бурысын үтәгәндә күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн Рәсәй Федерацияһы Президентының 2022 йылдың 25 мартындағы указы менән өлкән лейтенант Исламов Дамир Нәзир улына Рәсәй Федерацияһы Геройы исеме бирелә (үлгәндән һуң).
2022 йылдың 29 мартында Лениногорск ҡалаһында ерләнгән[3].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Рәсәй Федерацияһы Геройы (2022);
- «Алтын йондоҙ» миҙалы менән (үлгәндән һуң, 2022 йылдың 25 мартында, 151-се Президент указы менән) хәрби бурысын үтәгәндә күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн.
Хәтер
- 2022 йылдың апрелендә Ҡазан танк мәктәбе эргәһендәге бина фасадында Дамир Исламов иҫтәлегенә фреска (рәссам Азат Вәлиев тарафынан) барлыҡҡа килә[4];
- 2022 йылдың сентябрендә Ҡазан юғары танк команда мәктәбен тамамлаусылар мемориалында Геройға бюст ҡуйыла[5][6];
- 2022 йылдың 13 октябрендә Лениногорск 6-сы урта мәктәбе биләмәһендә Геройға бюст ҡуйыла, бюст Ҡазан танк мәктәбе заказы буйынса төҙөлә;
- 2022 йылдың декабрендә Лениногорск ҡалаһында Дамир Исламов йәшәгән йорт стенаһында мемориаль таҡтаташ асылды.
- 2024 йылдың ғинуарында Рәсәй почтаһы Рәсәй Геройы Дамир Исламов һүрәте төшөрөлгән марканы индерҙе.
- 2025 йылдың 27 сентябрендә Луганск Халыҡ Республикаһының Золоте ҡалаһында Дамир Исламовтың бюсы асылды. Тантанала Башҡортостан Премьер-министры урынбаҫары Ринат Садыҡов, БР ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры Фәнил Әғлиуллин, Рәсәй Геройы Рәсим Баҡсиков, Лениногорск районы башлығы Марат Ғирфанов ҡатнашты[7].
Иҫкәрмәләр
- ↑ Герои России. Исламов Дамир Назирович
- ↑ Лениногорский муниципиальный район и город Лениногорск / В Лениногорске простились со старшим лейтенантом Дамиром Исламовым(недоступная ссылка)
- ↑ Сегодня во Дворце культуры Лениногорска состоялась церемония прощания с Дамиром Исламовым. Лениногорские вести,29.03.2022 г.
- ↑ Елена Саляхова. Автор мурала о Дамире Исламове о его подвиге на Украине: «Такие за спинами не прячутся». Татар-информ (11 апрель 2022). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 сентябрь 2025. Архивировано 12 ноябрь 2022 года.
- ↑ Елена Саляхова. В Казанском танковом училище появился бюст с Героем России Дамиром Исламовым. Татар-информ (29 август 2022). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 август 2025. Архивировано 6 сентябрь 2022 года.
- ↑ Казан танк училищесында Россия Герое Дамир Исламов истәлегенә бюст ачтылар. Татар-информ (10 сентябрь 2022). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 август 2025. Архивировано 12 сентябрь 2022 года.
- ↑ В ЛНР открыли бюст Героя России из Татарстана Дамира Исламова. Бизнес Онлайн (27 сентябрь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 сентябрь 2025.