Иғтисам Әмирханов

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Иғтисам Әмирханов
Тыуған ваҡыты 1786({{padleft:1786|4|0}})
Тыуған урыны Ырымбур губернаһы, Дыуанай улусы, Яңы Ҡалмаш ауылы
Үлгән ваҡыты билдәһеҙ
Вафат урыны билдәһеҙ
Хеҙмәт иткән урыны Рәсәй империяһы Рәсәй империяһы
Хеҙмәт итеү йылдары Рәсәй флагы
Хәрби звание Зауряд-есаул
Хәрби алыш/һуғыш 1812 йылғы Ватан һуғышы,
Рус армияһының сит илгә походтары (1813—1814)

Иғтисам Әмирханов (1786—?) — хәрби эшмәкәр. 1812 йылғы Ватан һуғышында һәм Рус армияһының сит илгә 1813—1814 йылдарҙағы походтарында ҡатнашыусы.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иғтисам Әмирханов Ырымбур губернаһы Дыуанай улусы (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Саҡмағош районы) Яңы Ҡалмаш ауылында йәшәгән. Зауряд-есаул булып хеҙмәт итә[1].

1812 йылғы Ватан һуғышы башланғас, 1814 йылдың аҙағына тиклем 4-се Башҡорт атлы полкы составында француздарға ҡаршы алыштарҙа ҡатнаша. 4-се Башҡорт атлы полкы 12-се, 8-се, 5-се һәм 4-се кантон башҡорттарынан ойошторола һәм 1812 йылдың 25 июлендә Түбәнге Новгородҡа бара. 3 ноябрҙә полк Волконскийҙың отряды менән бергә Витгенштейн корпусына керә, 14-16 ноябрендә Березина буйындағы алыштарҙа ҡатнаша. Рус армияһының сит илгә походтары барышында Лейпциг һәм Дрезден янындағы алыштарҙа ҡатнаша. 1813 йылдың декабрендә Богемия армияһының Төп фатиры ҡарамағында хеҙмәт итә. 1814 йылдың 19 мартында союздаш ғәскәрҙәре составында 4-се Башҡорт атлы полкы Парижға инә[2].

Бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • «1812 йылғы һуғыш иҫтәлегенә» көмөш миҙалы кавалеры

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Асфатуллин С. Г. Северные амуры в Отечественной войне 1812 года. — Уфа: Уфимский полиграфкомбинат, 2000. — 160 с. — ISBN 5-85051-181-4.
  • Вклад Башкирии в победу России в Отечественной войне 1812 года. Сборник документов и материалов / сост. Р. Н. Рахимов [и др.]. — Уфа: Китап, 2012. — 488 с. — ISBN 978-5-295-05476-1.
  • Усманов А. Н. Башкирский народ в Отечественной войне 1812 года. — Уфа: Башкнигоиздат, 1964. — 136 с.