Рәхимов Рәмил Нәсибулла улы

Рәмил Нәсибулла улы Рәхимов (рус. Рамиль Насибуллович Рахимов; 1962 йылдың 7 ғинуары, Стәрлетамаҡ, Башҡорт АССР-ы)— тарихсы-ғалим, йәмәғәтсе. 1989 йылдан (өҙөклөк менән) Башҡорт дәүләт университеты, 2022 йылдан — Өфө фән һәм технологиялар университеты уҡытыусыһы, Рәсәй тарихы, тарихнамә һәм сығанаҡтарҙы өйрәнеү кафедраһы мөдире. 2025 йылдың 29 ноябренән — Башҡортостан Республикаһы Йәмәғәт палатаһы рәйесе вазифаһын башҡарыусы[1]. Тарих фәндәре кандидаты (1993), доцент. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре (2020). Салауат Юлаев ордены кавалеры (2024).

Биографияһы

Рәхимов Рәмил Нәсибулла улы 1962 йылдың 7 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Стәрлетамаҡ ҡалаһында тыуған[2].

1983—1988 йылдарҙа Октябрҙең 40 йыллығы исемендәге Башҡорт дәүләт университетының тарих факультетында уҡый.

1988 йылда Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтында уҡыта башлай.

1989 йылдан Башҡорт дәүләт университетының тарих факультеты ассистенты, өлкән уҡытыусыһы, доценты.

1993 йылда Башҡорт дәүләт университетында «XVII быуат — XIX быуаттың 60 йылдарына тиклем Башҡортостан типтәрҙәре (социаль-иҡтисади үҫеш)» тигән темаға «тарих фәндәре кандидаты» ғилми дәрәжәһенә диссертация яҡлай.

Бер үк ваҡытта 2013 йылдан Стратегик тикшеренеүҙәр институтының ғилми хеҙмәткәре.

2022 йылдан — Өфө фән һәм технологиялар университеты уҡытыусыһы, Рәсәй тарихы, тарихнамә һәм сығанаҡтарҙы өйрәнеү кафедраһы мөдире[3].

2024 йылдың 22 ғинуарында ғалим Салауат Юлаев ордены менән бүләкләнә[4][5].

Фәнни эшмәкәрлеге

Ғилми тикшеренеүҙәре Рәсәй һәм Башҡортстандың хәрби тарихына, айырым алғанда, башҡорттарҙың сик буйы һыҙаты хеҙмәтенә, башҡорт ғәскәрҙәренең, типтәр полктарының эшмәкәрлегенә, 1812 йылғы Ватан һуғышында башҡорттарҙың ҡатнашыуына, 1813—1814 йылдарҙағы походтарға бағышланған. Бынан тыш генеалогия, нумизматика мәсьәләләре менән дә шөғөлләнә.

Ғилми хеҙмәттәре

170-тән артыҡ фәнни хеҙмәт, шул иҫәптән 6 монография авторы.

  • Американский фронтир и Оренбургская пограничная линия: новый подход к истории юго-востока России // История Отечества на рубеже веков: опыт, проблемы, пути, решения. Ч. 1. Оренбург, 2001;
  • Документы об участии башкирских полков в шведской и польской войнах в 1790—1792 гг. // Уникальные источники по истории Башкортостана. Уфа, 2001;

Йәмәғәт эшмәкәрлеге

  • Рәсәй Федерацияһы Йәмәғәт палатаһы ағзаһы[6];
  • Башҡортостан Республикаһы Йәмәғәт палатаһы рәйесе урынбаҫары, 2025 йылдың 29 октябренән — рәйес вазифаһын башҡарыусы[1][7].
  • 1994 йылдан Башҡортостан Республикаһы Президенты (артабан Башҡортостан Республикаһы Башлығы) ҡарамағындағы Дәүләт символикаһы буйынса комиссия ағзаһы;
  • 2000 йылдан Рәсәй тарихсы-архивсылар йәмғиәтенең Башҡортостан бүлексәһе рәйесе урынбаҫары.
  • 2002 йылдан «Өфө пехота полкы» хәрби‑тарихи клуб рәйесе.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре (2020).
  • Салауат Юлаев ордены (2024).

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 Структура Общественной палаты Республики Башкортостан VII состава. Рахимов Рамиль Насибуллович. Исполняющий обязанности председателя, член Общественной палаты Российской Федерации. Общественная палата Республики Башкортостан. Официальный сайт. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 31 октябрь 2025.
  2. Рахимов Рамиль Насибуллович. Региональный интерактивный энциклопедический портал «Башкортостан» (1 октябрь 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 31 октябрь 2025.
  3. Кафедра истории России, историографии и источниковедения. Уфимский университет науки и технологий. Институт истории и государственного управления. Официальный сайт. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 31 октябрь 2025.
  4. Глава Башкортостана вручил Рамилю Рахимову орден Салавата Юлаева. Общественная палата Республики Башкортостан (22 ғинуар 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 31 октябрь 2025. (рус.)
  5. Глава Башкирии поддержал предложение по сохранению памяти Мидхата Шакирова. ИА «Башинформ» (22 ғинуар 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 31 октябрь 2025. (рус.)
  6. Члены Общественной палаты. Рахимов Рамиль Насибуллович. Общественная палата Российской Федерации. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 31 октябрь 2025. (рус.)
  7. Альфия Аглиуллина. Рамиль Рахимов назначен и.о. председателя Общественной палаты Башкирии. ИА «Башинформ» (30 октябрь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 31 октябрь 2025. (рус.)

Һылтанмалар