Иҫке Русса (курорт)

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Иҫке Русса
Административ-территориаль берәмек Иҫке Русса
Урынлашыу
Дәүләт
Адрес Минеральная ул., 62
Нигеҙләү датаһы 1828
Входит в состав списка памятников культурного наследия Культурное наследие России/Новгородская область/Старая Русса[d]
Мираҫ статусы Төбәк әһәмиәтендәге Рәсәй мәҙәни мираҫ объекты[d]
Рәсем
Логотип РУВИКИ.Медиа Медиафайлы на РУВИКИ.Медиа

Курорт «Иҫке Русса» — Новгород өлкәһенең Иҫке Русса ҡалаһында урынлашҡан курорт. Курортҡа нигеҙ 1828 йылдарҙа һалына һәм ул Үҙәк Рәсәйҙең боронғо курорттарының береһе һанала.

Тарих[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Курорт төҙөү[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫке Русса — боронғо рус ҡалаларының береһе. Ҡала бай тоҙ кәсептәре арҡаһында барлыҡҡа килгән һәм үҫешкән. XV—XVI быуаттарҙа ул ҡалаға бай табыш килтергән. Ҡаҙна тоҙ ҡайнатыу һәм пошлиналарҙан йылына — 58 000 тиклем килем алған. 1771 йылда Екатерина II бойороғо буйынса бында ҡаҙна заводы төҙөлә. Әммә тоҙ сығанаҡтарында тупланған аш тоҙоноң концентрацияһы аҙ булғанлыҡтан, уны етештереүҙе завод XIX быуат уртаһында туҡтата, сөнки конкуренцияны күтәрә алмай. Бар завод мөлкәте ҡуртымға тапшырыла һәм тоҙло һыу Санкт-Петербургҡа дауалау ихтыяждары өсөн оҙатыла. Иҫке Русса шифаханаһының шифалы һыуын тотоноуҙы бында Кавказда шифалы һыуҙар асып килгән табип Ф. П. Гааз башлап ебәрә. Ул бында хәрби табип булараҡ 1812 йылда Ватан һуғышы башланғас килә. 1815 П. Ф. Гааз[1] «Иҫке Русса минераль һыуҙарының тарҡалыуы менән шөғөлләнә», фәнни үҙенсәлектәрен асыҡлай, уларҙы дауалауҙа ҡулланыу юлдарын тикшерә, әммә уның һөҙөмтәләре оҙаҡ ваҡыт «буҫтау аҫтында ята». Ф. П. Гааз Мәскәүгә кире ҡайтып китә һәм 1828 йылға тиклем «Төрмә бағыусылыҡ комитетының» баш табибы булып эшләй. 1824 йылда, таш тоҙ, Иҫке Руссаның минераль һыуҙары менән тау инженеры И. П. Чайковский (композитор П. И. Чайковскийҙың атаһы) ҡыҙыҡһына. Журналдарҙа баҫылған мәҡәләһендә ул бындағы тоҙламаның бик һәйбәт булыуы тураһында яҙа. 1828 йылда ҡалаға лейб-медик Г. Рауха килә, ул Иҫке Руссалағы хәрби госпиталдәрҙе тикшерә. Ул ҡала халҡынан шифалы ләм тураһында белә һәм Ф. П. Гааз докладын иҫенә төшөрә, сығанаҡтарҙы өйрәнергә кәрәк, сөнки уларҙың кеше дауаларға файҙаһы ҙур буласаҡ тигән һығымтаға килә. Новгород губернаторы Сумароков, хәрби министр Чернышев һәм штаб начальнигы генерал-адъютант Г. А. Клейнмихель ярҙамы менән Г. Раух император Николай I курорт төҙөргә рөхсәт ала. 1828 йылда ул эш башлай. Беренсе сиратта ташландыҡ Петропавловский монастыры территорияһында булған емерек ҡаралтыларҙы таҙарта. 1830 йылда императорға башҡарылған эштәр тураһында тураһында ентекле белешмә бирелә. 1830 йылдың 26 авгусында батша тарафынан «Иҫке Русса минераль һыуҙары» проекты раҫлана. Был ваҡытта ҡалала холера эпидемияһы тоҡанып китә, ә һуңынан — хәрби күскенселәр ихтилалы килеп сыға (1831). 1834 йылда— Ф. П. Гааз докладынан ун туғыҙ йыл үткәс кенә — курорт төҙөү башлана. Монастырь торған тоҙло күл эргәһендә беренсе юғары класлы һигеҙ ванна һәм түбән класлы 20 ванна өсөн бина төҙөлә. Яңы курорт халыҡ араһында ҙур популярлыҡ менән файҙаланмай, уның беренсе пациентары яраларҙан дауаланған һалдаттар була. «Хәрби-Медицина журналы» нда 1837 йылда курорт эше тураһында табип М. П. Ламовскийҙың (1790—1844) һәм кесе дауалаусы А. Е Воскресенскийҙың дауалауҙы күҙәтеү тураһындағы мәҡәләләре баҫтырыла[2]. Уларҙы Иҫке Русса курорты хәрби госпиталенең беренсе табиптары булған тип иҫәпләргә мөмкин. Курорт яйлап үҫә бара. 1837 йылда унда икенсе бина барлыҡҡа килә, бинала юғары синыф кешеләре өсөн терракота ванналы 12 кабина булдырыла. 1839 йылда бер йәй эсендә 1070 кеше ҡабул ителә. 1854 йылда хәрби удел ведомствоһынан курорт император фамилияһы милкенә тапшырыла. 1858 йылда ай ярым буйы курорттың баш табибы кәңәше буйынса бында Николай Добролюбов дауалана (башта золотуханан, артабан- туберкүлездан). 19-сы быуатта был курортта Рәсәйҙең бик күп күренекле кешеләре дауалана.

Курорттың төп ҡапҡаһы

XIX быуат аҙағында Иҫке Русса курортында Рәсәйҙең беренсе рус ҡатын-ҡыҙ медицина фәндәре докторы диссертацияһын яҡлағандан һуң, Варвара Александровна Кашеварова-Руднева (1843—1899) эшләй. Петербург табип булып эшләү мөмкинлегенә эйә була алмағанлыҡтан, ул 1889 йылда С. П. Боткин тәҡдиме менән Иҫке Руссаға эшкә килә. Курортта ул консультациялар алып бара, урындағы дауаханала эшләй, шәхси ҡабул итеү алып бара. Ул ваҡытта Варвара Александровна бөтә Рәсәйҙә берҙән-бер ҡатын-ҡыҙ-гинеколог була. 30 апрелдә, 1898 йылда, ул йөрәк өйәнәген күтәрә алмай 57 йәшендә вафат була. Күп халыҡ алдында ул Спас-Преображенск монастыры зыяратында ерләнә (ҡәбере һаҡланмаған).

1882 йылда курортта ауырыу балалар дауалау колонияһы асыла. Уны асыу өсөн Петербург университеты профессоры Д. И. Менделеев, И. Е. Андреевский, В. И. Ламанский курортта дауаланыусыларға лекциялар уҡып аҡса йыя. Үҙ йәшәйешенең утыҙ йылы (1912 йыл) эсендә колония бер нисә мең баланың һауығыуына булышлыҡ итә. Рәсәйҙә бындай учреждение беренсе була.

Муравьев фонтаны һәм ҡунаҡхана бинаһы (XIX быуат аҙағы — XX быуат башындағы асылма)

1916 йылда курорт Иҫке Руссаның көньяҡ-көнсығыш ситендә 47 дисәтинә ер биләй, унда бик күп ағастар ултыртыла, өс дисәтинә — тоҙло күл өҫтө була, курорт биләмәһендә бейеклеге 4 сажинлы Муравьев фонтаны атылып тора. Күл тирәләй йөрөү өсөн ябыҡ галерея бара, унда — эсәр минераль һыулы ял итеү өсөн павильон эшләнгән. Шифахана биләмәһендә газлы минераль һыу һатыла. Курортта 112 ванна була, бындағы ләм Петербург, Мәскәү, Рыбинск, Кострома,Тверь, Ревельск, Бежецк, Луганск ҡалаларына оҙатыла. Ылыҫлы тоҙҙо Одесса, Рига, Невель, Бөйөк Луки. ҡалаһын аебәрәләр. Аш тоҙо иретмәһе йәки башҡа юғары концентрациялы һелте — Рязань, Витебск, Либава, Могилев ҡалаларына оҙатыла.

Революциянан һуң[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Курорт рекламаһы, 1930 йыл.

1918 йылда курорт һаулыҡ һаҡлау халыҡ комиссариаты ҡарамағына тапшырыла. 9-12 мартта 1919 йыл курортҡа һаулыҡ һаҡлау халыҡ комиссары Н. А. Семашко килә. Был йылда 1930 кеше курортта дауалана, уларҙан 120 кеше Ҡыҙыл Армияның командирҙары һәм урындағы яугирҙар, Граждандар һуғышы геройҙары һәм улар араһында Я. Ф. Фабрициус, Н. С. Григорьев була. 1921 йылда был курортта рәссам Б. М. Кустодиев дауалана. Ҡала буйлап экскурсия ваҡытында ул бик күп этюдтарын яҙа, улар нигеҙендә артабан картиналарын ижад итә. 1925 йылдан алып курорт йыл әйләнәһенә 11 ай дауамында эшләй башлай. Рәсәйҙә тәүге тапҡыр шулай курорт йыл әйләнәһендәге эшмәкәрлеккә күсә.

Яйлап курорт үҫә бара. 1940 йылда ете йоҡо корпусы була. 11 мең кеше шифаханала дауаланыу үтә, амбулаторияла — 8800 кеше дауалана. Һуғыш алдынан стационар урындар һаны 1100 урын тәшкил итә. Иң яҡшы ҡорамалдар менән һыу һәм ләм менән дауалау хеҙмәте эшләй, ярҙамсы дауалау-диагностик лабораториялар һәм кабинеттар, яҡшы бальнео-гидроминераль хужалыҡ эшләй. Курорт тирәләй матур парк урынлашҡан.

Һуғыш йылдарында[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

23 июнь, 1941 йылда һуғыштың икенсе көнөндә курорт базаһында 20-17 эвакогоспитале йәйелдерелә. Уның начальнигы итеп Виноградов Василий Константинович (курорттың баш табибы) тәғәйенләнә. Комиссары Лохов Иван Степанович (курорт директоры 1937 йылдан алып) була.

1941 йылдың 5 июлендә беренсе фашист бомбалары шифаханаға төшә. Яҡынлашып килгән фронт шарттарында курорт бюроһы мөдире Мария Исаевна Ицкевич санаторий ауырыуҙарын эвакуациялау менән шөғөлләнә.

1941 йылдың июлендә курорттың үҙәк корпусында Ленинград өлкә комитеты секретары М. Н. Никитин партизандар командирҙарын ҡабул итә, үс алыусыларҙың беренсе бригадаһын формалаштыра.

31 июль — август 21 Иҫке Русса ҡалаһы өсөн ҡаты һуғыш бара. 21 август төнөндә курорт районынан һәм аэродромдҡаланың һуңғы һаҡсы яугирҙары — 202 мотоуҡсылар дивизияһы китә. Оккупация йылдарында курорттың барлыҡ биналар емерелә, парктың байтаҡ өлөшөндәге ағастар ҡырҡыла, һыу сығанҡтары тирәһендәге бөтә ҡоролмалар, эсәр һыу бюветы емерелә, курорт ҡорамалдары ҙур зыян күрә. Һыу ятҡылыҡтары һәм шишмәләр кибә. Паркта СС офицерҙарының зыяраты ойошторола.

1944 йылдың 18 февралендә Иҫке Русса немец ғәскәрҙәренән азат ителә. Эвакуации курорт директоры И. С. Лохов ҡайта. Шифахана территорияһында масштаблы тергеҙеү эштәре башлана.

1946 йылдың 25 декабрендә шифахана тәүге ауырыуҙарҙы ҡабул итә, унда 50 койка йәйелдерелә, 5 ванна һәм ләм аппликациялары өсөн 5 кушетка ҡуйыла.

50-90-сы йылдар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Эсәр һыу галереяһы

Курортта яңынан торлаҡ корпустары, һыу һәм ләм дауаханаһы төҙөлә, яңы коммуникациялар һалыу, бальнео-ләм ҡорамалдары тулыһынса алмаштырыла, яңы скважиналар быраулана, ике яңы эсәр дауалау һыу төрө табыла.

  • 1978 йылда — 150 йыллыҡ юбилейы хөрмәтенә һаулыҡ һаҡлау һәм үҫтереүҙәге уңыштары өсөн курорт «Почёт Билдәһе» ордены менән бүләкләнә. Был саҡта курортта бер юлы 1150 кеше дауалана ала.

Хәҙерге йылдар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1994 йылдың мартында «Иҫке Русса» курорты Ябыҡ типтағы акционерҙар йәмғиәте тип атала. . 2008 йылда курорт 180 йыллыҡ юбилейын билдәләй.

Һыу һәм ләм дауаханаһы һәм ләмде тондороу биналары
Эсәр һыу галереяһына һыу тапшырыусы бювет.
Муравьев фонтаны

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Воскресенский А. Е."Краткие медико-топографические сведения о Старорусских соляных источниках", «Военно-Медицинский Журнал», т. XXIX, вып. 2. СПб, 1837, с. 163—196
  2. «Наблюдения о врачебном свойстве Старорусских соляных источников»"ВМЖ",1837,ч. XXX,№ 3,с.426-436.

Ҡулланылған әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Вязинин И. Н. Старая Русса в истории России. — Новгород. Из-во «Кириллица», 1994.
  2. Вязинин И. Н., Харлова М. М. Курорт «Старая Русса». — Лениздат, 1973.
  3. Дементьев К. И., Дементьева М. А. Печатное слово о Старой Руссе. — Новгород, 1990.
  4. Коровина В. Я. Прогулки по курорту «Старая Русса». — Из-во «Алаборг», СПб, 2008.
  5. Курорт «Старая Русса» 1828—1953 года./ Сборник научно-практических работ под редакцией Л. Г. Дробышевского. — Из-во газеты «Новгородская правда», 1955.
  6. Черемская Ю., Райков Г. Прогулки по Старой Руссе. — Из-во «Алаборг», СПб, 2007.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]