Иҫәнгилдин Сөләймән Ғәбит улы
Иҫәнгилдин Сөләймән Ғәбит улы (1906 йыл — 21 август 1942 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, ҡыҙылармеец. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 294-сы кавалерия полкы ҡылыссыһы[1]. Орел өлкәһе (хәҙер Рәсәй Федерацияһының Липецк өлкәһе) Приклоновка ауылында ерләнгән[1].
Биографияһы
Сөләймән Ғәбит улы Иҫәнгилдин 1906 йылда Башҡортостандың Баймаҡ районы Түбә руднигы ҡасабаһында[1] тыуған. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, Башҡорт АССР-ының Баймаҡ районы хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армияға саҡырыла. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы 294-се кавалерия полкында ҡылыссы булып хеҙмәт итә. Хәрби званиеһы рядовой[1]. 1942 йылдың 21 авгусында яуҙа алған йәрәхәттәрҙән госпиталдә һәләк була[2]. Орел өлкәһе Долгоруков районы Приклоновка ауылында ерләнә[1]. Долгоруков раонында хәҙерге көндә 25 туғандар ҡәберлеге, шул иҫәптән Приклоновка ауылында ла бар[3].
Ҡатыны Иҫәнгилдина Йыһан Түбә руднигы ҡасабаһында Совет урамы, 21 йорт адресы буйынса йәшәгән[2].
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 4 5 ИСЯНГИЛЬДИН Сулейман Габитович. Шаймуратовцы
- ↑ 1 2 Чтобы помнили 2021 йылдың 13 июнь көнөндә архивланған.
- ↑ Долгоруковский район
Һылтанмалар
- ИСЯНГИЛЬДИН Сулейман Габитович. Шаймуратовцы (рус.) (Тикшерелеү көнө: 8 июль 2021)
- Исянгильдин Сулейман Габитович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 8 июль 2021)
- Чтобы помнили 2021 йылдың 13 июнь көнөндә архивланған.