Йәнгиров Йомаҙил Йәнгир улы
Гражданлығы | |
---|---|
Заты | ир-ат |
Хәрби звание | кесе лейтенант[d] |
Ғәскәр төрө | пехота[d] |
Һуғыш/алыш | |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Вафат булған урыны | |
Һөнәр төрө | яугир |
Тыуған урыны | |
Тыуған көнө | 28 февраль 1922 (102 йәш) |
Йәнгиров Йомаҙил Йәнгир улы (1922 — 19??) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Кесе лейтенант. 2-се дәрәжә Ватан һуғышы (1985) һәм 3-сө дәрәжә Дан (1944) ордендары кавалеры.
Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Йомаҙил Йәнгир улы Йәнгиров 1922 йылдың 28 февралендә БАССР-ҙың Мәсәғүт кантоны (хәҙер — Башҡортостан Республикаһы Ҡыйғы районы) Ибрай ауылында тыуған[1].
Ғаиләләрен, 1930-сы йылдарҙа кулак мөһөрө тағып, сәйәси золомға дусар итеү сәбәпле, улар йәшәү урынын алмаштыра, хәҙерге Салауат районы Ҡалмаҡҡол ауылына килеп һыйына[2].
Тирмән ете йыллыҡ мәктәбен тамамлай.
Артабан уҡырға ынтылған егеткә Магнитогорск медицина техникумында уҡыу мөмкин булмай.
1941 йылдың июлендә БАССР-ҙың Салауат районы хәрби комиссариаты тарафынан Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы сафына саҡырыла.
Хәрби хеҙмәте[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
1941 йылдың 1 авгусында хәрби хеҙмәте башлана. Кесе сержанттан кесе лейтенантҡа тиклем хәрби званиелар ала. Хеҙмәт иткән частары:
- Көньяҡ Урал хәрби округының 113-сө күнекмә бригадаһы;
- 1-се Белоруссия фронты 260-сы уҡсылар дивизияһының 1026-сы уҡсылар полкы.
Тарихи белешмә 1-се формирование 260-сы уҡсылар дивизияһының һуғыш хәрәкәттәрендә ҡатнашҡан осоро — 1941 йылдың 4 авгусынан 17 ноябренә тиклем. Дивизияла ун меңдән ашыу яугир була. Кимры, Калинин ҡалаларынан, Кузбасстан һәм Красноярск крайынан килгән көстәрҙән, Урал хәрби округының хәрби уҡыу йорттарын тамамлаусыларҙан формалаша. 1941 йылдың 2 авгусынан 50-се армия составында 260-сы дивизия Брянск фронтында Тула ҡалаһы өсөн һуғыша. Фашист командованиеһы баш ҡалабыҙ Мәскәүгә ҡаршы йүнәлткән «Тайфун» операцияһының иң ҙур дәһшәте ябырыла уларға. 1941 йылдың октябрендә дивизия дошман ҡамауында ҡала һәм тулыһынса тиерлек юҡ ителә: 260-сы дивизияның 1026-сы полкынан 290 ҡыҙылармеец ҡына тере ҡала һәм сигенә.
2-се формирование 260-сы дивизия түбәндәге хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнаша: 1942 йылдың 12 майынан — 1943 йылдың 3 мартына тиклем (1942 йылдың сентябренән Сталинград һәм Дон фронттары составында Сталинградты төньяҡ-көнбайышынан обороналай). Сталинград алышынан һуң, 260-сы дивизия Дон фронты резервына бирелә. 1943 йылдың март һуңына 260-сы дивизия Юғары Башкомандование резервы 11-се Армия составына индерелә. 1943 йылдың 12 июленән — 1944 йылдың 29 ғинуарына тиклем: 1943 йылдың июлендә Көнбайыш һәм Брянск фронттары составында Орёл, Брянск һөжүм итеү операцияларында, 1943 йылдың ноябренән Гомель-Речица һөжүм итеү операцияһында ҡатнаша. Сож йылғаһын аша сыға һәм Гомель ҡалаһын азат итә.
1944 йылдың 25 февраленән — 1945 йылдың 9 майына тиклем: 1944 йылдың февраленән 125-се уҡсылар корпусына ҡушыла һәм Украинаның Ровно өлкәһе Сарны ҡалаһы районына күсә. 260-сы дивизия 47-се армия составында «Багратион» Белоруссия һөжүм итеү операцияһында, өнбайыш Буг йылғаһын аша кисеүҙә һәм Варшава янындағы Прага ҡәлғәһен яулауҙа ҡатнаша. Почётлы «Ковель» атамаһына лайыҡ була. Артабан 260-сы дивизия частары Варшава-Познань, Көнсығыш Померания һәм Берлин һөжүм итеү операцияһында һәм Бранденбург ҡалаһын штурмлауҙа ҡатнаша, Висла йылғаһын аша сыға. 1945 йылдың 5-7 майында Эльбаға етә һәм америка ғәскәрҙәре менән осраша.
Кесе сержант Йәнгиров Йомаҙил, 1026-сы уҡсылар полкы автоматсылар ротаһы отделениеһы командиры, 1944 йылдың 18 мартында социалистик Тыуған илебеҙҙе һаҡлағанда күрһәткән ҡаһарманлығы өсөн 260-сы уҡсылар дивизияһының 64/н бойороғо менән 1944 йылдың 31 мартында III дәрәжә Дан ордены менән бүләкләнә |
Артабан СССР Эске эштәр халыҡ комиссариатының 43-сө әсирҙәр лагерын һаҡлауҙа хеҙмәт итә.
1946 йылдың 21 ғинуарында Ҡораллы Көстәр сафынан демобилизациялана[3].
1985 йылда Еңеүҙең 40 йыллығы уңайынан II дәрәжә Ватан һуғышы ордены менән бүләкләнә[4].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- III дәрәжә Дан ордены (1944)
- II дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1985)
- «Совет Заполярьеһын обороналаған өсөн» миҙалы
- «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы[3][5].
Ғаиләһе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Йомаҙил Йәнгир улы Йәнгиров күп балалы атай.
Хәтер[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Йәнгиров Йомаҙил Йәнгир улының исеме Башҡортостанда нәшер ителгән баҫмаларҙа[6] һәм БР-ҙың Салауат районының Мөрсәлим ауылында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар хөрмәтенә ҡуйылған һәйкәлдәге исемлеккә индерелгән.
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Память народа. Янгиров Юмадил Янгирович
- Память народа. Янгиров Юмадил Янгирович
- Память народа. Юбилейная награда Янгирова Ю. Я.
- Дорога памяти. Янгиров Ю. Я.
- Печатная Книга памяти. Сообщение о том, что Янгиров Ю. Я. погиб: в/ч 33858, красноармеец, стрелок, пропал без вести 24.12.1943 в Житомирской области в Коростенском районе у д. Хатиновка
[[Category::«Тышҡы һылтанмалар» ҡалыбы буш]]
- 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалерҙары
- III дәрәжә Дан ордены кавалерҙары
- «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы менән бүләкләнеүселәр
- Салауат районында вафат булғандар
- Ҡыйғы районында тыуғандар
- 28 февралдә тыуғандар
- 1922 йылда тыуғандар
- Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар