Йәндүрин Салауат Дияс улы
Салауат Дияс улы Йәндүрин (рус. Салават Диясович Яндурин; 1979 йылдың 28 авгусы, Өфө) — юрист, дәүләт органдары хеҙмәткәре. 2023 йылдан Башҡортостан Республикаһы Башлығы хакимиәтенең закондар сығарыу эшмәкәрлеге мәсьәләләре буйынса бүлек мөдире[1]. Рәсәй Федерацияһы Юстиция министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы начальнигы (2017—2022). Рәсәй Федерацияһының 3-сө класлы дәүләт советнигы.
Биографияһы
Йәндүрин Салауат Дияс улы 1979 йылдың 28 авгусында[2] Башҡорт АССР-ының (хәҙер Башҡортостан Республикаһы) Өфө ҡалаһында күп балалы ғаиләлә игеҙәктәрҙең береһе булып тыуа.
Баш ҡаланың Фатима Мостафина исемендәге 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһын тамамлағандан һуң, Башҡорт дәүләт университетының юридик факультетында юғары һөнәри белем ала (2001).
2000—2001 йылдарҙа — «Неделя» нәшриәт йорто яуаплылығы сикләнгән ширҡәте юрисы.
2001—2002 йылдарҙа — Рәсәй Федерацияһы Юстиция министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса Баш идаралығының беренсе категориялы (рус.)баш. белгесе булып эшләй[3].
2002—2003 йылдарҙа — Рәсәй Федерацияһы Юстиция министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығының әйҙәүсе белгесе.
2003—2005 йылдарҙа — Рәсәй Федерацияһы Юстиция министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығының федераль регистрҙы (рус.)баш. алып барыу буйынса бүлек мөдире.
2005—2008 йылдарҙа — Рәсәй Федерацияһы Юстиция министрлығының Волга буйы федераль округы буйынса идаралығының Башҡортостан Республикаһында федераль регистрҙы алып барыу һәм Рәсәй Федерацияһы субъекттары ҡануниәте бүлеге начальнигы[3].
2008—2009 йылдарҙа — Рәсәй Федерацияһы Юстиция министрлығының Башҡортостан Республикаһында Рәсәй Федерацияһы субъекттары ҡануниәте, федераль регистрҙы алып барыу һәм муниципаль берәмектәрҙең уставтарын теркәү бүлеге начальнигы.
2009 йылдан Рәсәй Федерацияһы Юстиция министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығының начальник урынбаҫары.
2017 — 2022 йылдарҙа — Рәсәй Федерацияһы Юстиция министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы начальнигы[2][3][4].
2023 йылдан — Башҡортостан Республикаһы Башлығы хакимиәтенең закондар сығарыу эшмәкәрлеге мәсьәләләре буйынса бүлек мөдире[1].
Дәрәжәһе
- Рәсәй Федерацияһының 3-сө класлы дәүләт советнигы.
Ғаиләһе
- Өйләнгән, ҡыҙ үҫтерә[2].
- Атаһы — Йәндүрин Дияс Хатип улы.
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 Отдел по вопросам законодательной деятельности. Яндурин Салават Диясович. Заведующий отделом. Глава Республики Башкортостан. Официальный сайт. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 февраль 2026. (рус.)
- ↑ 1 2 3 Фәйезов Әлим. Салауат Йәнтүрин Рәсәй Юстиция министрлығының Башҡортостан буйынса идаралығы начальнигы итеп тәғәйенләнде (башҡ.). ИА «Башинформ» accessdate=2026-02-17 (29 декабрь 2017). (баш.)
- ↑ 1 2 3 Виктория Чистякова. Управление Минюста РФ по Башкирии возглавил Салават Яндурин. Сетевое издание «Коммерсантъ» (29 декабрь 2017). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 февраль 2026. (рус.)
- ↑ Денис Мельников. Начальник Управления Минюста РФ по Башкирии покинет свою должность. Интернет-издание Пруфы.рф. (16 декабрь 2022). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 февраль 2026.
Һылтанмалар
- Глава Республики Башкортостан. Официальный сайт (рус.) (Тикшерелеү көнө: 17 февраль 2026)