Камалетдинов Рөстәм Фәнүс улы

Камалетдинов Рөстәм Фәнүс улы (1972 йылдың 30 июне) — совет һәм Рәсәй хоккейсыһы, һаҡсы. Тренер[1].

Биографияһы

Рөстәм Фәнүс улы Камалетдинов 1972 йылдың 30 июнендә тыуа. Өфө хоккей мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе.

Спорт карьераһы

СССР беренселегендә беренсе лиганың «Салауат Юлаев» командаһында 1987/88 йылдар миҙгелендә уйнай башлай. 1992/93 —1994/94 миҙгелдәрендә клуб өсөн МХЛ-да сығыш яһай. Параллель рәүештә Өфөнөң «Авангард» һәм «Новойл» фарм-клубтары өсөн уйнай. Артабан Рәсәй чемпионаты һәм КХЛ (2008—2009), ЦСКА (1995/96, 1999/2000 — 2000/01), «Кристалл» (Электросталь, 1995/96 — 1998/99), «Салауат Юлаев» (2001/02 — 2003/04), «Химик» (Воскресенск, 2004/05, 2007/08 — 2008/09)[2], «Витязь» (Чехов, 2004/05 — 2005/06), «Дмитров» ХК (2006/07, беренсе лига), «Амур» (Хабаровск, 2006/07), СКА (Санкт-Петербург, 2007/08). Карьераһын юғары лиганың «Ермак» командаһында тамамлай (2009/10).

ЙХЛ командаһы «Русские витязи»ҙың тренеры (2016/17 — 2019/20) һәм баш тренеры (2020/21 — 2021/22)[3].

Ҡаҙаныштары

• 1990 йылда үҫмерҙәр араһында Европа чемпионатының көмөш призеры;
• 2001/02 йылдарҙа Чехияла һәм Рәсәйҙә Еврохоккейтур турнирҙары ҡатнашыусыһы.

Иҫкәрмәләр

  1. Рустем Камалетдинов. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 сентябрь 2025.
  2. Рустем Камалетдинов. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 сентябрь 2025.
  3. Благодарим Рустема Камалетдинова за работу! - Хоккейный клуб Витязь - официальный сайт - Новости. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 сентябрь 2025. Архивировано 2 октябрь 2022 года.

Тема буйынса өҫтәмә

Категориялар