Кизляр
Кизляр | |
Флаг | Герб |
Сәғәт бүлкәте | UTC+3 |
---|---|
Почта индексы | 368830–368833 |
Административ үҙәге | Кизляр районы и Городской округ город Кизляр[d][1] |
Рәсми сайт | mo-kizlyar.ru (рус.) |
Рәсми атамаһы | рус. Кизляр |
Халыҡ һаны | |
Административ-территориаль берәмек | Городской округ город Кизляр[d][1] |
Майҙаны |
|
Нигеҙләү датаһы | 1735 |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Бында ерләнгән кешеләр категорияһы | Категория:Похороненные в Кизляре[d] |
Дәүләт | |
Туғандаш ҡала | Аҙау и Одинцово |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 1 метр |
Код КЛАДР | 0500000800000 |
Медиафайлы на РУВИКИ.Медиа |
Кизляр Рәсәй Федарицияһы Дағстан республикаһы ҡалаһы. Кизляр районының административ үҙәге. Кизляр ҡалаһы ҡала округы барлыҡҡа килтерә.
Географик урыны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Кизляр ҡалаһы Дағстан Республикаһының төньяғында, Иҫке Терек йылғаһы ярында, Чечен Республикаһы сигенән алыҫ түгел, Махачкаланан төньяҡ-көбайыштараҡ 140 км-ҙа урынлашҡан
Климат[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Кизляр климаты — ҡоро уртаса-континенталь, ҡоро субтропик (Кеппен төҙөгән климаттар классификацияһы буйынса иң һалҡын айҙағы температураһы >0) климатҡа күсеүсе.
Климат Кизляр | |||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Күрһәткестәре | Дек. | Ғин. | Март | Апра. | Май | Июнь | Июль | Авг. | Сена. | Окт. | Нояб. | Февр. | Йыл |
Уртаса температура, °C | 0,1 | 0,3 | 4,6 | 11,2 | 17,0 | 22,2 | 24,8 | 24,2 | 19,2 | 13,0 | 6,4 | 1,7 | 12,1 |
Яуым-төшөм нормаһы, мм | 21 | 20 | 20 | 20 | 38 | 36 | 22 | 25 | 31 | 27 | 26 | 25 | 311 |
Сығанағы: рәсәй гидрометүҙәге - Климат өсөн 1981-2010 йылдарҙа Кизляр |
Этимология[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Был боронғо ҡаланың исеме Терек йылғаһының ҡушылдығы, хәҙерге Таловка исеменән алынған тигән фараз бар. Төрөк теленән тәржемәһе Кизляр — ҡыҙҙар. В. А. Никонов, топонимда төркиҙең «ҡыҙыл яр» һүҙе ята һәм был ҡәлғә исеме менән бәйле, тип аңлата[3].
Терек йылғаһының түбәнге ағымы боронғо замандан башлап мөһим сауҙа юлы була һәм Көнсығыш Европа илдәрен Көнсығыш менән бәйләп тора.
Шулай уҡ тарихи монографиялар был урын тураһында һөйләп тора. «Дербенд-намэ»лә уның авторы, VII быуат хазарҙарын тасуирлағанда уларҙың ғәрәптәр менән Сурхаб ҡәлғәһендә һуғышҡан саҡта (автор яҡынса 17-18 быуаттарҙа йәшәгән) ҡәлғә Кызыл-йар тип аталған тип яҙа.
Ҡала нигеҙләнеүенең хәҙерге рәсми датаһы 1735 йыл иҫәпләнә, сөнки был йылда Кизляр рус ҡәлғәһе төҙөлә башлай, әммә бында даими торлаҡ быға тиклем 150-200 йыл элек үк булған.
XVI быуат башында бында Кизляр ауылына нигеҙ һалынғас та Урта Азиянан сыҡҡан сауҙагәр тажиктар килә. Улар үҙ биләмәһен Абсияхкент тип атаған, (фарсы һүҙенән тәржемәһе аб — һыу, сиях — ҡара, кент — ауыл, ҡала), шул уҡ ваҡытта бындағы ҡумыҡтар уны Карасув-кент (төркисә ҡара — ҡара,су — һыу, кент — тораҡ) йәки Кызлар-ҡала тип йөрөтә. Китап. А. Ибрагимова
XVI быуаттың икенсе яртыһында был ауылда, батша указына ярашлы, «Кизляр ҡарауылы» йәки «Кизлярский перевоз» заставаһы тора.
Бындай сит ил илселектәре һәм сауҙа өсөн йөк тейәү пункты булған урынға төрлө милләт кешеләре яйлап күпләп килә башлай.
«Тарихи Кизляркалы»ға ярашлы, Урта Азиянан килгәндәрҙең ауылдары янына «иң тәүҙә Карабагтан әрмәндәр күсеп килә. Һуңыраҡ урыҫтар ҙа килә». Кизляр янындағы тораҡ пункттары башлыса рус казактары биләмәләре була.
1735 йылда генерал-аншеф Я. В. Левашов Кизляр ҡәлғәһенә нигеҙ һала, артабан ҡәлғә ҡала статусы ала. Рус казактары Кизляр станицаһында йәшәй. Башҡа рус булмағандар айырым кварталдарҙа йәшәгән. Улар барыһы ла Терек-Кизляр казактары тип йөрөтөлгән.
XVIII быуат буйы Кизлярға башҡа күп милләт халыҡтары килә һәм ҡала халҡы йылдам күбәйә. Хөкүмәт Рәсәй төбәген нығытыу маҡсатында бында халыҡтың күпләп килеүен тәьмин итә. Бында христиан әрмәндәр, грузиндар, суҡындырылған кабарҙылар һәм осетиндар, мосолмандарҙан : ҡумыҡтар, нуғайҙар, чечендар килә.
1800 йылдарҙа ҡалала 1622 әрмән, 673 грузин йәшәгән, был халыҡтың 73%-ын тәшкил иткән[4].
XIX быуат башында ҡала Рәсәйҙең көньяғында мөһим роль уйнай, Төньяҡ Кавказдың асылда сәйәси һәм иҡтисади үҙәге булып тора. XIX быуаттың тәүге сирегендә ҡалала 15 мең кеше йәшәгән (ғәскәрҙәрҙән һәм ҡалаға ваҡытлыса килеүселәрҙән тыш). Әстрәхән һәм Киевтан ҡала ул көньяҡта иң ҙур ҡала булып һаналған.
XVIII—XIХ быуаттың тәүге яртыһында Кизляр Рәсәй һәм Төньяҡ Кавказ халыҡтары араһында эре сауҙа үҙәге була, шулай уҡ Рәсәйҙең көнсығыш илдәре менән сауҙа итеүенең мөһим пункты булып тора. Ул Рәсәй менән Көнсығыш илдәре араһындағы тышҡы сауҙа күләме буйынса илдә беренсе урынды биләй.
Кизляр тирәһендә шарап әҙерләү һәм ебәк ағасы үҫтереү, виноград һәм башҡа ауыл хужалығы культуралрын үҫтерәләр. Виноградсылыҡ һәм шарап эшләү иҡтисадтың төп тармағы булып үҫешә. 1885 йылда Рәсәйҙә тәүге тапҡыр коньяк етештерелә.
Балыҡсылыҡ хужалыҡтың традицион тармағы булып тора.
Рәсәйҙә 1805 йылда беренсе шарап әҙерләү мәктәбе асыла. 1822 йылдан алып Кизляр ҡалаһы Кавказ өлкәһе составында тора. 1860 йылдан алып — Кизлярский округы үҙәге.
1867 йылдың 9 декабрендә Кизляр Ставрополь губернаһының Терек өлкәһенә ҡарай[5].
Граждандар һуғышының герой-ҡалаһы булып тора. 1922 йылда Дағстан АССР-ының составына индерелә.
1944 йылдан алып — Кизляр ҡалаһы Грозный өлкәһе составында, 1957 йылда яңынан Дағстанға тапшырыла.
Рәсәйҙәге Беренсе Чечен һуғышы ваҡытында ҡалала теракттар үтә (1996 йылдың ғинуарында).
2015 йылдың 3 октябрендә ҡала үҙенең 280 йыллығын билдәләй[6].
Ҡалала урыҫ һәм Терек казактарының һаны 83,0%-тан 40,49 процентҡа тиклем кәмегән[7][8].
Иҡтисад[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Крестовоздвиженский ҡатын-ҡыҙҙар монастыры
- Коньяк заводы:
- Электромеханика, электроаппарат заводы.
- Ауыл хужалығы продукцияһын эшкәртеү.
- Концерны «КЭМЗ»[11]
Транспорт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Тимер юлдар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Кизляр Дағстандың тимер юл үҙәге булып тора. «Кизляр» станцияһы илгә йөк ебәреү урыны.
Станция аша Мәскәү — Махачкала, Төмән — Махачкала, Мәскәү — Баку, Волгоград — Грозный. маршруттары буйынса пассажирҙар поездары йөрөй.2005 йылға тиклем Мәскәү — Кизляр пассажир поезы ла йөрөгән була.
Ҡалала күп төрлө йәмәғәт транспорты, маршрут таксийы (12 маршрут[12]) йөрөй[13].
Мәҙәниәте, иҫтәлекле урындары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- П. И. Багратион исемендәге ҡала тыуған яҡты өйрәнеү музейы
- Архитектура һәйкәле: ҡала идаралығының элекке бинаһы (хәҙерге музей), элекке дворян йыйылышы бинаһы (XIX б.).
- Ҡала эргәһендә — «Кострома ҡаласығы» II—III бб. б. э.
- Ҡаласыҡ «Трехстенный ҡаласығы» XVI быуат (Крайновка һәм Александрийск станицалары араһында).
Уҡыу йорттары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Дағстан дәүләт университеты (филиал)
- Санкт-петербург дәүләт иҡтисад университеты (филиал)
- Дағстан дәүләт техник университеты (филиал)
- Кизляр медицина училищеһы
- Дағстан электр-механик колледжы
- Дағстан профессиональ-педагогия колледжы.
- Республика полипрофессиональ колледжы
Туғанлашҡан ҡалалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Топографик картаһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Лист карты K-38-10 Кизляр. Масштаб: 1 : 100 000. Указать дату выпуска/состояния местности.
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ 1,0 1,1 ОКТМО (урыҫ)
- ↑ https://rosstat.gov.ru/storage/mediabank/tab-5_VPN-2020.xlsx
- ↑ Ҡаты а. в. «төньяҡ кавказда Поспеловтың һүҙлек». 1, 2. Краснодар китап нәшриәте, 2006
- ↑ М. Самсонадзе //грузия һатыусы: беренсе өлөшөндә xix в. / / Мецниереб, 1990—102 стр(132)
- ↑ Хроника административ-территориаль үҙгәрештәр, әлеге ваҡытта менән ҡағыла 1785 йылда Ставрополье 2018 йылдың 18 июль көнөндә архивланған.
- ↑ 280 билдәләне Кизляр йәшлек юбилейы
- ↑ 2010 йыл иҫәбе. Дагстат. Йәғни 3 2017 йылдың 11 октябрь көнөндә архивланған.
- ↑ Дағстан халҡы Этносостав. 2002
- ↑ ГУП «завод коньячный Кизлярский»
- ↑ Шарап-коньячный заводы «Кизляр»
- ↑ Концерны «КЭМЗА»
- ↑ http://mo-kizlyar.ru/dokumenty/inaya-informatsiya.html?download=180:pasporta-marshrutnogo-transporta&start=80 2019 йылдың 7 март көнөндә архивланған.
- ↑ http://mo-kizlyar.ru/informatsiya/novosti/3938-vlasti-kizlyara-vpervye-za-dolgie-gody-zapustili-tri-avtobusa.html 2017 йылдың 14 май көнөндә архивланған.
Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Гарунова Н. Н. Кизляр в XVIII — первой половине XIX века: проблемы политического, социально-экономического и культурного развития. — Махачкала: ДНЦ РАН, 2004. 168 с.
- Васильев Д. С. Очерки истории низовьев Терека. — Махачкала: Дагкнигиздат, 1986. 88 с.
- Селиванов А. Ф. Кизляр // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Сайт муниципалитета Республики Дагестан «город Кизляр» 2015 йылдың 3 июль көнөндә архивланған.
- Кизляр в энциклопедии «Мой город»
- Список памятников культурного наследия Кизляра в Викигиде
- Управление культуры города Кизляра