Кирәев Рөстәм Солтангәрәй улы

Рөстәм Солтангәрәй улы Кирәев (рус. Рустям Султангареевич Кираев; 1960 йылдың 28 июне, Раевка, Башҡорт АССР-ы) — СССР-ҙың һәм Рәсәйҙең агроном-ғалимы, юғары мәктәп һәм фән өлкәһе хеҙмәткәре. 2024 йылдан Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәгенең Башҡортостан ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институты директоры[1]. Ауыл хужалығы фәндәре докторы (2002), профессор (2003). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (2015).

Биографияһы

Кирәев Рөстәм Солтангәрәй улы 1960 йылдың 28 июнендә Башҡорт АССР-ының Әлшәй районы Раевка эшселәр ҡасабаһында (хәҙер Башҡортостан Республикаһының Раевка ауылы) тыуған[2].

1982 йылда Башҡорт дәүләт ауыл хужалығы институтын тамамлай. Диплом алғандан һуң Әлшәй районының «Яңы Раевка» совхозында агроном булып хеҙмәт эшмәкәрлеген башлай[3].

1986 йылдан — Башҡортостан ауыл хужалығы институты һәм Башҡорт дәүләт аграр университеты уҡытыусыһы. 1999—2001 йылдарҙа өлкән ғилми хеҙмәткәр, 2002 йылдан —ғилми‑тикшеренеү бүлеге начальнигы, 2004 йылдан — уҡыу‑уҡытыу эштәре буйынса проректор, 2005 йылдан — агрономия факультеты деканы.

2012 йылдан — «Россельхозцентр» федераль дәүләт бюджет учреждениеһының Башҡортостан Республикаһы буйынса филиалы етәксеһе.

2020 йылдан — Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәгенең Башҡортостан ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институты директоры.

2021 йылдан — Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәгенең «Өфө тәжрибә станцияһы» директорының фән буйынса урынбаҫары.

2024 йылдың 25 ғинуарынан — яңынан Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәгенең Башҡортостан ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институты директоры[3].

Фәнни эшмәкәрлеге

Кирәев Рөстәм Солтангәрәй улының фәнни тикшеренеүҙәре һөрөнтө ерҙәрҙең уңдырышлылығын һәм Башҡортостан Республикаһының барлыҡ ауыл хужалығы зоналарында ла агрофитоценоздарҙың (рус.)баш. продуктлылығын көйләүгә арналған. Уның тарафынан көлһыуланған, йыуылған ҡара тупраҡты агроэкологик баһалау ысулдары, тергеҙеү системаһы һәм уңдырышлылыҡ моделдәре эшләнгән. Ул 170‑тән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 2 уйлап табыу авторы[2].

Ҡайһы бер ғилми хеҙмәттәре

  • Регулирование плодородия чернозёмов лесостепных агроландшафтов Южного Урала. Уфа, 2003;
  • Оптимизация сельскохозяйственного землепользования в Республике Башкортостан. М., 2008 (авторҙаш);
  • Башкортостан: климат, почвы, культуры, сорта. Уфа, 2015 (авторҙаш).

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (2015).

Иҫкәрмәләр

  1. Кираев Рустям Султангареевич. Директор Башкирского НИИ сельского хозяйства УФИЦ РАН. Башкирский научно-исследовательский институт сельского хозяйства. Официальный сайт. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 апрель 2026. (рус.)
  2. 1 2 И. С. Миңлеәхмәтов. Кирәев Рөстәм Солтангәрәй улы (башҡ.). «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы (12 ноябрь 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 апрель 2026. (баш.)
  3. 1 2 Руководителем Башкирского НИИСХ УФИЦ РАН назначен Рустям Султангареевич Кираев. Федеральное государственное бюджетное научное учреждение Уфимский федеральный исследовательский центр Российской академии наук. Официальный сайт (25 ғинуар 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 апрель 2026. (рус.)