Кирәев Шаймөхәмәт Шаһийыһан улы
Гражданлығы | |
---|---|
Заты | ир-ат |
Тыуған көнө | 5 июнь 1922 |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Вафат булған көнө | 26 февраль 1993 (70 йәш) |
Тыуған урыны | |
Вафат булған урыны |
Кирәев Шәймөхәмәт Шаһийыһан улы 5 июнь 1922 йыл — 26 февраль 1993 йыл) — урман хужалығы хеҙмәткәре. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1971). Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. КПСС-тың Силәбе өлкә комитеты ағзаһы (1971). Өпәле леспромхозының Почет китабына индерелгән (1966)[1][2].
Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Кирәев Шәймөхәмәт Шаһийыһан улы 1922 йылдың 5 июнендә Ҡаракөсөк ауылында тыуған (хәҙер — Башҡортостан Республикаһы Саҡмағош районының Үрнәк ауылы).
Белеме — тулы булмаған урта.
1938 йылда Саҡмағош районының Куйбышев исемендәге совхозда тракторсы булып хеҙмәт юлын башлай.
1941—1945 йылдарҙа Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша. Курск дуғаһында һуғыша, Львов, Брно, Будапешт ҡалаларын азат итеүҙә ҡатнаша, Берлинға тиклем барып етә. Бөйөк Ватан һуғышы барышында күрһәткән батырлыҡтары өсөн «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (1943), «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы (1945), I дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1985) менән бүләкләнгән.
1946—1952 йылдарҙа СССР Дәүләт именлеге министрлығында эшләй[1]. Мәскәү ҡалаһында юл хәрәкәтен көйләүсе, 82-милиция бүлеге милиционеры булып хеҙмәт итә[2] .
1952 йылдан алып — «Челябметаллургстрой» тресының «Прокатстрой» төҙөлөш идаралығы бригадиры, һуңынан йөк ташыусы, ағас ҡырҡыусы, ботаҡ киҫеүсе, артабан Силәбе өлкәһе Өпәле леспромхозының «Красный стан» участкаһы бригадиры булып эшләй. Хеҙмәттәге уңыштары өсөн «Хеҙмәт Ҡыҙыл байраҡ» ордены (1966), Ленин ордены (1971) менән бүләкләнә.
Өпәле леспромхозының Ш. Ш. Кирәев етәкләгән бригадаһы һигеҙенсе биш йыллыҡ (1966—1970) һөҙөмтәләре буйынса леспромхоздың социалистик ярышының авангардында бара һәм иң яҡшы бригада тип таныла. Ул етәкләгән бригада алдынғы тәжрибә мәктәбе булып тора һәм «Дисциплина — бөтә эштең дә төп күсәре, дуҫлыҡ — хеҙмәт ярҙамсыһы» девизы аҫтында эшләй, девиз һөҙөмтәһе булып производство йөкләмәләрен арттырып үтәү тора.
1971 йылдың 7 майындағы СССР Юғары Советы Президиумы Указына ярашлы биш йыллыҡ планды утәү барышында урман һәм ағас эшкәртеү сәнәғәтен үҫтереүҙә күрһәткән уңыштары өсөн Кирәев Шәймөхәмәт Шаһийыһан улына Социалистик Хеҙмәт Геройы исеме бирелә.
Ш. Ш. Кирәев Силәбе өлкәһенең урман комплексын үҫтереүҙә эшләү менән бер рәттән Үрге Өпәле ҡалаһының һәм Силәбе өлкәһенең йәмәғәт эштәрендә лә әүҙем ҡатнаша. КПСС-тың Силәбе өлкә комитеты ағзаһы (1971) була.
1982 йылда пенсияға сыға.
Өпәле леспромхозының Почет китабына индерелгән (1966). 1993 йылдың 26 февралендә Силәбе өлкәһенең Үрге Өпәле ҡалаһында вафат була.
Бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Социалистик Хеҙмәт Геройы (1971)
- Ленин ордены (1971),
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1966),
- I дәрәжә Ватан һуғышы (6.11.1985) ордены[3],
- «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (1943)
- «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы (1945)
- «За доблестный труд. В ознаменование 100-летия со дня рождения В. И. Ленина» (1970)
- Коммунистик хеҙмәт ударнигы (1969)
- 9-сы бишйыллыҡ ударнигы (1975)
- Социолистик ярыш еңеүсеһе (1975, 1976)
Иҫкәрмә[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ 1,0 1,1 Кирәев Шаймөхәмәт Шаһийыһан улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ 2,0 2,1 Силәбе өлкәһе порталында шәхси бите
- ↑ Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Герои труда: Справочник о Героях Социалистического Труда и кавалерах ордена Трудовой Славы трех степеней из Башкортостана / сост. Р. А. Валишин [и др.]. — Уфа : Китап, 2011. — 432 с. — ISBN 978-5-295-05228-6.
- Башкирская энциклопедия / Гл. ред. М. А. Ильгамов. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 2007. − Т. 3: З-К. — 672 с. ISBN 978-5-88185-064-7
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Кирәев Шаймөхәмәт Шаһийыһан улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Силәбе өлкәһе порталында шәхси бите
- 5 июндә тыуғандар
- 1922 йылда тыуғандар
- Социалистик Хеҙмәт Геройҙары
- Ленин ордены кавалерҙары
- 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалерҙары
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалерҙары
- 26 февралдә вафат булғандар
- 1993 йылда вафат булғандар
- Бәләбәй өйәҙендә тыуғандар
- Үрге Өпәйлелә вафат булғандар
- Саҡмағош районында тыуғандар