Костюк Платон Григорьевич

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
укр. Платон Григорович Костюк
Кемдә уҡыған Даниил Семёнович Воронцов[d]
Гражданлығы
Һөнәр төрө физиолог, биофизик
Уҡыусылар Олег Александрович Крышталь[d], Ярослав Михайлович Шуба[d] и Галина Григорьевна Скибо[d]
Заты ир-ат
Уҡыу йорто
Вафат булған урыны
Тыуған урыны
Ғилми етәксе Даниил Семёнович Воронцов[d]
Ойошма ағзаһы Украинаның Милли фәндәр академияһы, Рәсәй Фәндәр академияһы, СССР Фәндәр академияһы[d], Леопольд Академияһы и Европа академияһы[d][2]
Вафат булған көнө 10 май 2010({{padleft:2010|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:10|2|0}}) (85 йәш)
Эш урыны
Ғилми дәрәжә биология фәндәре докторы[d]
Тыуған көнө 20 август 1924({{padleft:1924|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:20|2|0}})[1]
Ерләнгән урыны
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Эшмәкәрлек төрө Физиология и биофизика
Аспиранттар йәки докторанттар Олег Александрович Крышталь[d], Галина Григорьевна Скибо[d] и Ярослав Михайлович Шуба[d]
Рәсем
Һуғыш/алыш
Логотип РУВИКИ.Медиа Медиафайлы на РУВИКИ.Медиа

Костюк Плато́н Григо́рьевич (укр. Платон Григорович Костюк; 20 август 1924 йыл, Киев — 10 май 2010 йыл, шунда уҡ) — СССР һәм Украина ғалимы һәм дәүләт эшмәкәре.

УССР Фәндәр академияһы академигы (1969), Украина Медицина фәндәре академияһы академигы (1994), 1991 йылдан СССР Фәндәр академияһы академигы), Леопольдина (1966[3]), Европа академияһы (1989), Чехословакия Фәндәр академияһы (1990), Венгрия Фәндәр академияһын (1990) академигы. Украинаның атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (2003). Украинаның фән һәм техника өлкәһендәге Дәүләт премияһы лауреаты (1976, 1992, 2003). СССР Дәүләт премияһы лауреаты (1983). Украина ССР-ы Юғары Советы депутаты (1980—1990). 1985—1990 йылдарҙа — Украин ССР-ы Юғары Советы рәйесе. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1984). Украина Геройы (2007).Украина Фәндәр академияһының А. А. Богомолец исемендәге Физология институты директоры.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Платон Григорьевич Костюк Киевта билдәле Украина психологы Григорий Силович Костюк һәм Матрена Федоровна Ляшенко ғаиләһендә тыуа.

Тарас Шевченко исемендәге Киев милли университетын (1946) һәм Киев медицина институтын (1949) тамамлай.

Фәнни эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1956 йылдан — Киев университеты ҡарамағындағы Хайуандар физиологияһы институтының бүлек мөдире. 1958 йылдан — Украина ССР-ы Фәндәр академияһының А. А. Богомольц исемендәге физиология институтында ул ойошторған нервы системаһының дөйөм физиологияһы бүлеге мөдире, ә 1966 йылдан алып был институттың директоры була. Төп хеҙмәттәре Нервы системаһы эшмәкәрлегенең күҙәнәкле механизмдарын өйрәнеүгә арналған. П. Г. Костюк СССР-ҙа тәүге тапҡыр нервы күҙәнәктәренең эшмәкәрлеген өйрәнеүҙә микроэлектрод техникаһын ҡуллана һәм ошо өлкәлә тикшеренеүселәр мәктәбен аса. 1992 йылдан — Украина Фәндәр академияһының Халыҡ-ара молекуляр физиология үҙәгенә нигеҙ һалыусы һәм уның директоры. ЮНЕСКО-ның Халыҡ-ара Молекуляр физиология үҙәге ҡарамағындағы Молекуляр һәм күҙәнәк физиологияһы кафедраһына нигеҙ һалыусы һәм уның мөдире.1993—1999 йылдарҙа — Украина Фәндәр академияһының вице-президенты. Физика-Техник Ғилми үҙәккә нигеҙ һалыусы һәм уның молекуляр физиология һәм биофизика кафедраһы мөдире (1978). Украинаның Дәүләт фундаменталь тикшеренеүҙәр фондына нигеҙ һалыусы һәм уның рәйесе (2001).

1961 йылда Костюк Нобель лауреаты, бөтә донъяға билдәле профессор Экклс лабораторияһында стажировка үтә. Шул ваҡыттан алып ул һәм институт хеҙмәткәрҙәре сит илдәргә конференцияларға ғына түгел, тәжрибә уртаҡлашыу өсөн дә даими рәүештә йөрөгән.

Институт базаһында, уның булышлығында, Бөйөк Британия, Германия, Италия, Франция, АҠШ, Япония һәм башҡа илдәрҙең алдынғы физиология һәм патофизиология үҙәктәре ҡатнашлығында йыл һайын бөтә донъя форумдары уҙа.

2000 йылда институт һәм Халыҡ-ара молекуляр үҙәк нигеҙендә «Молекулярные механизмы пластичности нервной системы» темаһына дәрестәр үткәрелде, уны Германиянан Нобель премияһы лауреаты Эрвин Негер асты. ЮНЕСКО-ның һәм шәхсән Эрвин Негерҙың ярҙамы арҡаһында институт Украинаның төрлө ҡалаларынан йәш белгестәрҙе алдынғы донъя ғалимдарының лекцияларына саҡырҙы.

Ғилми тикшеренеүҙәр йүнәлеше — нейрофизиология, күҙәнәк һәм молекуляр биология биофизика. Донъя фәнендә тәүге тапҡыр нервы күҙәнәгенең күҙәнәк эсе диализы методикаһын төҙөгән һәм уны ошо күҙәнәктең мембраналы һәм молекуляр механизмдарын тикшереү өсөн ҡулланған. Нервы күҙәнәктәрендә кальций иондарының гомеостазын һәм мейе патологияһы, ишемия/гипоксия, эпилепсия, шәкәр диабеты, ауыртыу синдромдары, фенилкетонурия ваҡытында уның боҙолоуын асыуға ҙур өлөш индерә[4].

Төп ғилми хеҙмәттәре:

  • «Двухнейронная рефлекторная дуга» (1959),
  • «Микроэлектродная техника» (1960),
  • «Calcium ions in nerve cell function» (1992);
  • «Calcium signaling in the nervous system» (1995),
  • «Plasticity in Nerve Cell Function» (1998);
  • «Биофизика» (2001),
  • «Ионы кальция в функции мозга. От физиологии к патологии» (укр. 2005),
  • «Над океаном времени» (2005),
  • «Внутриклеточная кальциевая сигнализация: структуры и функции» (укр. 2010).

П.Г.Костюктың күренекле эштәре:

  • Eccles JC, Kostyuk PG, Schmidt RF (1962) Central pathways responsible for depolarization of primary afferent fibres. J Physiol. 161: 237—257. PMID 13889054.
  • Araki T, Ito M, Kostyuk PG, Oscarsson O, Oshima T. (1962) Injection of alkaline cations into cat spinal motoneurones. Nature 196: 1319—1320, PMID 14013543.
  • Kostyuk PG, Krishtal OA, Pidoplichko VI (1975) Effect of internal fluoride and phosphate on membrane currents during intracellular dialysis of nerve cells. Nature 257 (5528): 691—693, PMID 1186845.
  • Kostyuk PG, Krishtal OA, Pidoplichko VI (1977) Asymmetrical displacement currents in nerve cell membrane and effect of internal fluoride. Nature 267 (5606): 70-72, PMID 859639.

Сәйәси эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Украина ССР-ы Юғары Советына һайланып ҡуйылған рәйес булараҡ, был пост почетлы, әммә етди бурыстар менән бәйле булмаған осорҙа Костюк Юғары Советтың иҫке закон буйынса һайланған һуңғы сессияһы ултырышын үткәрергә мәжбүр була. Унда Украина совет парламенты тарихында тәүге тапҡыр мөһим закондар ҡабул итеү - Украина ССР-ы Конституцияһына йылдың яңы телдәрендә үҙгәрештәр индереү һәм 1989 йылдың 27 октябрендә власты ойоштороу тураһында ирекле бәхәс йәйелдерелә.

Костюк сессияларҙа рәйеслек итеү функцияларын ғына башҡарыусы Украина ССР-ы Юғары Советының һуңғы рәйесе була. 1989 йылда Конституцияға индерелгән үҙгәрештәргә ярашлы, 1990 йылғы һайлауҙарҙан һуң һайланған Юғары Советтың яңы рәйесе үҙ ҡулында парламент башлығы һәм дәүләт башлығы функцияларын берләштерә. Улар Украина ССР-ы Юғары Советы Президиумынан күсә.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Украина Геройы, Держава орденын тапшырып (2007 йыл, 16 май) — Украинаның фәнни потенциалын нығытыуға индергән шәхси өлөшө, нейрофизиология өлкәһендә донъя фәне ҡаҙаныштарына әйләнгән ҙур ҡаҙаныштары, күп йыллыҡ һөҙөмтәле ғилми һәм ижтимағи-сәйәси эшмәкәрлеге өсөн.[5]
  • Социалистик Хеҙмәт Геройы (1984).
  • V дәрәжә Кенәз Ярослав Мудрый ордены (1998 йылдың 26 ноябрендә) — Украина дәүләте алдында фәнде үҫтереүҙә, ватан ғилми мәктәптәре ойоштороуҙа һәм Украина Милли фәндәр академияһының 80 йыллығы айҡанлы ҙур шәхси ҡаҙаныштары өсөн[6].
  • Украина Президентының Почет билдәһе (1993 йыл, 19 август) — нейробиология фәнен үҫтереүгә һәм нейрофизиология буйынса милли ғилми мәктәп төҙөүгә шәхси өлөш индергән өсөн[7].
  • Дуҫлыҡ ордены (2010 йылдың 12 майында, Россия) — Донъя фәнен үҫтереүгә һәм Рәсәй-Украина ғилми бәйләнештәрен нығытыуға ҙур өлөш индергән[8].
  • Ике Ленин ордены (1981, 1984).
  • Ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1967, 1974).
  • «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы
  • «Намыҫлы хеҙмәт өсөн. В.И. Лениндың тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы» миҙалы.
  • Украинаның атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (2003 йыл 26 ноябрь) — ватан фәнен үҫтереүҙәге, фәнни-техник потенциалды нығытыуҙағы шәхси ҡаҙаныштары өсөн һәм Украина Милли фәндәр академияһының 85 йыллығы айҡанлы[9].
  • Фән һәм техника өлкәһендә СССР Дәүләт премияһы (1983) — «Исследование ионных механизмов возбудимости сомы нервной клетки» эштәр циклы өсөн (1969-1981).
  • Фән һәм техника өлкәһендә Украина Дәүләт премияһы (2003 йыл, 23 декабрь) — «Синоптическая передача сигналов в нервной системе: клеточные и молекулярные механизмы и пути коррекции их нарушений» эше өсөн[10].
  • 1992 йылда Украина фән һәм техника өлкәһендәге Дәүләт премияһы (1992 йыл 19 декабрь) — «Биофизика» дәреслеге өсөн (К., «высшая школа», 1988)[11].
  • Украина ССР-ының фән һәм техника өлкәһендә Дәүләт премияһы (1976).
  • И. П. Павлов исемендәге премия (1960).
  • И. М. Сеченов исемендәге премия (1977).
  • А. А. Богомолец исемендәге премия (1987).
  • Джорджтаун университетының Луиджи Гальвани исемендәге премия (АҠШ, 1992).
  • Украина Милли фәндәр академияһының В. И. Вернадский исемендәге алтын миҙал (2004).
  • Халыҡ-ара Азатлыҡ миҙалы (2006).
  • Украина өсөн Алтын миҙал, АҠШ (2007),
  • Европа тәбиғи фәндәр академияһының Леонард Эйлер миҙалы, Ганновер (2009).
  • Мәскәү Физика-техника институтының «почетлы профессоры исеме (2003)[12].
  • «Тарас Шевченко исемендәге Киев милли университетының почетлы докторы» (2009).
  • РФА-ның И.М. Сеченов исемендәге алтын миҙалы (2009).

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1,0 1,1 Костюк Платон Григорьевич // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохоров — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
  2. https://www.ae-info.org/ae/User/Kostyuk_Platon
  3. List of Members 2017 йылдың 4 октябрь көнөндә архивланған.
  4. Ігор Шаров. 100 сучасників: роздуми про Україну. — К.: АртЕк, 2004. ISBN 966-505-163-6 (укр.)
  5. Указ Президента України № 409/2007 від 16 травня 2007 року «Про присвоєння П.Костюку звання Герой України»
  6. Указ Президента України № 1313/98 від 26 листопада 1998 року "Про нагородження відзнакою Президента України «Орден князя Ярослава Мудрого»
  7. Указ Президента України № 324/93 від 19 серпня 1993 року «Про нагородження Почесною відзнакою Президента України»
  8. Указ Президента Российской Федерации от 12 мая 2010 года № 569 «О награждении государственными наградами Российской Федерации граждан Украины»(недоступная ссылка)
  9. Указ Президента України № 1358/2003 від 26 листопада 2003 року «Про відзначення державними нагородами України працівників установ Національної академії наук України»
  10. Указ Президента України № 1480/2003 від 23 грудня 2003 року «Про присудження Державних премій України в галузі науки і техніки 2003 року»
  11. Указ Президента України № 611/92 від 19 грудня 1992 року «Про присудження Державних премій України в галузі науки і техніки 1992 року»
  12. Н. Н. Кудрявцев. О деятельности института в прошедшем году и задачах на 2004 год // За науку. — 2004. — № 14(1676).

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]