Кривов Тимофей Степанович

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Социалистик Хеҙмәт Геройы
Ленин ордены Ленин ордены «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында фиҙакәр хеҙмәт өсөн» миҙалы «Мәскәүҙең 800 йыллығы иҫтәлегенә» миҙалы
Һөнәр төрө сәйәсмән
Ҡәбере һүрәте
Сәйәси фирҡә ағзаһы
Заты ир-ат
Ерләнгән урыны
Тыуған көнө 21 февраль (5 март) 1886
Уҡыу йорто
Вафат булған урыны
Вафат булған көнө 16 август 1966({{padleft:1966|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:16|2|0}})[1] (80 йәш)
Тыуған урыны

Кривов Тимофей Степанович (21 февраль 1886 йыл — 16 август 1966 йыл) — СССР-ҙың дәүләт һәм партия эшмәкәре. 1905 йылдан РСДРП-КПСС ағзаһы. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966).

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Тимофей Степанович Кривов 1886 йылдың 21 февралендә (яңы стиль буйынса 5 мартында) Рәсәй империяһы Һамар губернаһы Ставрополь өйәҙе Бряндин улусы Иҫке Еремкино ауылында ярлы сыуаш крәҫтиән ғаиләһендә тыуған.

Сыуаш Ҡалмаюры ауылының сиркәү-мәхәллә мәктәбендә[2] уҡый, шунан һуң 12 йәшенән урындағы уҡытыусылар советы тарафынан Борковка ауылының уҡытыусыһы итеп һайлана[3]. Бер йыл уҡытҡандан һуң, 1899 йылда Ленин Владимир Ильичтың атаһы Ульянов Илья Николаевич нигеҙ һалған Симбирск уҡытыусылар мәктәбенә уҡырға инә[4]. Бер йыл уҡығандан һуң , аҡса етмәү сәбәпле, тыуған ауылына ҡайтырға мәжбүр була.

1905 йылдың 5 ғинуарынан алып РСДРП ағзаһы. Революция ваҡиғаларында, атап әйткәндә, 1905−1907 йылдарҙа Өфө һәм Златоуст ҡалаларындағы революция хәрәкәтендә әүҙем ҡатнаша, хәрби дружиналар ағзаһы була, партияның хәрби дружиналарын ойоштороусыһы була, бер нисә тапҡыр ҡулға алына[5].

Оло Мейәс экспроприацияһында ҡатнашҡандан һуң, ул 1910 йылдың ғинуарында сит илгә сыға. Илдән китер алдынан иң экспроприация ваҡытында тотолған кешеләр өсөн иң яҡшы адвокат булған А. Ф. Керенскийҙы яллай. Эмиграцияла В. И. Ленин менән осраша, Болонья ҡалаһындағы партия мәктәбендә уҡый. 1911 йыл аҙағында Рәсәйгә ҡайта һәм батша зинданына эләгә. Бөтә енәйәт суммаһы буйынса Өфөлә Хәрби-округ суды ҡарары менән үлем язаһына хөкөм ителә. Яза Наполеонды еңеүҙең 100-йыллығы хөрмәтенә ғүмерлек каторгаға хөкөм ителеү менән алмаштырыла.

1917 йылда Февраль революцияһы башланыу менән һөргөндән азат ителә һәм Өфөнөң совет һәм партия ойошмаларында төрлө вазифаларҙа эшләргә тотона. 1920 йылдан алып Тимофей Степанович — РКП(б) Урал бюроһы Үҙәк комитетының секретары. 1921 йылда ЦКК ағзалары һайланған РКП(б). Өсөнсө коминтерн съезы делегаты. 1927 йылдан алып — ЦКК президиумы ағзаһы, РСФСР РКИ халыҡ комиссары урынбаҫары һәм ЦКК партколлегияһы ағзаһы. 1934—1935 йылдарҙа — РСФСР Халыҡ комиссарҙары советы эргәһендә баш арбитр. 1936 йылдан алып СССР коммуналь предприятие эшселәре профсоюздарының Үҙәк комитетында эшләй. Сталин репрессиялары арҡаһында күпләп ҡулға алыу осоронда, 1940 йылда, уның ҡатыны, кинйә улдары Никитаның әсәһе, Шахновская Софья Васильевна «советтарға ҡаршы Троцкистар ойошмалары эшендә ҡатнашҡан» тип ҡулға алына.

1942 йылдың ғинуарынан алып Т. С. Кривов персональ пенсионер, Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында Өфөлә эвакуацияла була. 19441945 йылдарҙа Ленин музейында эшләй, В. И. Ленин исемендәге Бөтә союз пионер ойошмаһы үҙәк советының ағзаһы була. 1956 йылда «Огонек» журналында уның мемуарҙары баҫылып сыға.

Т. С. Кривов 10-12, 14-17 КПСС партияһы съездарының делегаты итеп һайлана. 19211922 һәм 19231934 йылдарҙа— ВКП(б) Үҙәк контроль комиссияһы ағзаһы. 19221923 йылдарҙа — РКП(б) Үҙәк комитеты ағзаһына кандидат була

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Социалистик Хеҙмәт Геройы
  • Ике Ленин ордены
  • «Ураҡ һәм Сүкеш» алтын миҙалы
  • «Бөйөк Ватан һуғышында маҡтаулы хеҙмәте өсөн» миҙалы
  • «Мәскәүҙең 800 йыллыҡ хөрмәтенә» миҙалы

Хәтер[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1,0 1,1 Кривов Тимофей Степанович // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохоров — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
  2. [1]
  3. [2]
  4. [3]
  5. [4]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Муратов Х. И., Липкина А. Г., «Т. С. Кривов», Уфа, 1968.
  • Кривов Т. С., «В Ленинском строю», Политиздат, 1973.
  • Узиков Ю. А. Посланцы В. И. Ленина в Башкирии. Уфа, 1984.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]