Курочкин тауы
Урынлашыуы
Курочкин тауы Өфөнөң төньяҡ-көнсығыш өлөшөндә ята һәм Черниковка биҫтәһенән Шөғөр йылғаһы менән айырыла. Тауҙың бейеклеге 62 метрға етә.
Тарихы
XVII быуаттың башынан тау Өфө сауҙагәрҙәре Каповскийҙарҙың биләмәһе булған. Тау эргәһендәге ҡайһы бер ерҙәр революцияға тиклем шулай уҡ алпауытКурочкинға ҡараған, уның фамилияһы тауға исем биргән. Унан әллә ни алыҫ түгел Курочкин ауылы булған.
Был Һүҙбәйләнештең килеп сығышына ҡарата тағы ла бер фараз бар. Уның буйынса, топоним фин-уғыр телендәге «курык» («кугу урык») һүҙенән алынған һәм башҡорт теленә тәржемәлә «ҙур уба», «тау» имәғәнәһен бирә. Икенсе версия буйынса, атама революцияға тиклемге осорҙа ошо урында йәшәгән алпауыт Курочкин фамилияһынан алынған[2].
Тауҙа Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙәренән Черниковка госпиталендә вафат булғандарҙың ҡәберҙәре бар (61-се мәктәп)[3].
1950 йылға тиклем йылдар тауҙа ялан булған, уның тирәһендә ваҡ ҡыуаҡлыҡтар үҫкән.
1950—1954 йылдарҙа бында ҡарағай, ҡарағас, имән, ҡорос ағас һәм тирәк, шулай уҡ маньчжур сәтләүеге һәм амур бәрхәте ултыртыла.
1960 йылда тауҙы «Йәшел» тип атарға маташалар, әммә был исем халыҡ араһында таралыу тапмай.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
Иҫкәрмәләр
- ↑ Лист карты N-40-41 Уфа. Масштаб: 1 : 100 000. Состояние местности на 1982 год. Издание 1984 г.
- ↑ В Уфе в День Победы загорелась Курочкина гора — башинформ.рф — Новости новой Башкирии. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 ноябрь 2011. Архивировано 4 март 2016 года.
- ↑ Легенды Курочкиной горы: Почему могилы солдат в Уфе оказались не нужны властям | Mkset.ru. mkset.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 ғинуар 2020.
Әҙәбиәт
• Синенко С. Г. Уфа старая и новая. — Уфа: Государственное республиканское издательство «Башкортостан», 2007. — 272 с. — 3000 экз.
Һылтанмалар
• Сергей Синенко. БАШКИРИЯ. История и краеведение. Курочкина гора — Уфа от А до Я. ПОСРЕДИ РОССИИ. Информационно-аналитический журнал. 01.01.2014 (рус.) (Тикшерелеү көнө: 4 июнь 2025)