Күскилдин Рәйес Әхмәтша улы
Рәйес Әхмәтша улы Кускилдин (рус. Кускильдин Раис Ахметшеевич; 1954 йылдың 12 декабре, Баҡраҡ, Башҡорт АССР-ы) — совет һәм Рәсәй инженер-механигы, ғалим, йәмәғәтсе. 1997 йылдан «Газ-Сервис» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директор урынбаҫары — баш инженеры. Башҡортостан Республикаһының 4-се саҡырылыш (2008—2013) Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Техник фәндәр докторы (2006)[1].
Биографияһы
Күскилдин Рәйес Әхмәтша улы 1954 йылдың 12 декабрендә Башҡорт АССР-ының Ғафури районы Баҡраҡ ауылында Бөйөк Ватан һуғышы ветеранының күп балалы ғаиләһендә тыуған.
Тәүге һөнәри белемде 1971—1973 йылдарҙа Өфө ҡалаһындағы 11-се техник училищеһендә ала, шул уҡ ваҡытта Яңы Өфө нефть эшкәртеү заводында оператор ярҙамсыһы булып эшләй. 1973—1975 йылдарҙа саҡырыу буйынса Совет Армияһы сафында хәрби хеҙмәттә була. Армиянан ҡайтҡас, Яңы Өфө нефть эшкәртеү заводында оператор булып хеҙмәтен дауам итә.
1976 йылда Өфө нефть институтына (хәҙер Өфө дәүләт нефть техник университеты) уҡырға инә. Бында ул башта әҙерлек бүлегендә уҡый, һуңынан торба үткәргестәр факультеты студенты була. 1982 йылда «газ үткәргестәрҙе, газ һаҡлағыстарҙы һәм нефть базаларын проектлау һәм файҙаланыу» һөнәре буйынса юғары белем ала.
Хеҙмәт юлын артабан ул газ тармағында дауам итә. 1982—1984 йылдарҙа «Башгаз» производство берекмәһенең «Стәрлетамаҡгаз» идаралығында мастер һәм хеҙмәт етәксеһе булып эшләй. 1984—1994 йылдарҙа шул уҡ берекмәнең «Дыуангаз» идаралығында (1991 йылдан — «Газ-Сервис» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең район үҙәге Мәсәғүттәге бүлендек предприятиеһы) баш инженер вазифаһын башҡара.
1994—1996 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Дәүләт контроль комитетының Мәсәғүт төбәк идаралығын етәкләй. 1996—1997 йылдарҙа «Газ-Сервис» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең филиалы — «Үҙәкгаз» предприятиеһында баш инженер булып эшләй.
1997 йылдан алып «Газ-Сервис» асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә генераль директор урынбаҫары — баш инженер вазифаһын башҡара[2].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Салауат Юлаев ордены (2009),
- Рәсәй Федерацияһы газ сәнәғәтенең почётлы хеҙмәткәре (2005),
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған нефтсеһе (2001)[2],
- Ғафури районының почётлы гражданы (2013)[3].
Ғаиләһе
- Рәйес Әхмәтша улы Кускилдин өйләнгән. Бер улы, ике ҡыҙы бар[2].
Төп хеҙмәттәре
- «Промышленная безопасность: опыт, проблемы и перспективы эксплуатации нефтегазопроводов» (2005)
- «Опыт сокращения технологических потерь газа и повышения уровня безопасности при эксплуатации опасных производственных объектов ПАО „Газпром газораспределение Уфа“» (2018)
- «Реконструкция изношенных распределительных газопроводов путём применения бестраншейных технологий как способ повышения безопасности газораспределительных систем» (2018)
Иҫкәрмәләр
- ↑ Кускильдин Раис Ахметшеевич. Зилимкарановская сельская модельная библиотека МБУ «Отдел культуры» МР Гафурийский район РБ (5 август 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 апрель 2026.
- ↑ 1 2 3 Кускильдин Раис Ахметшеевич – биография. Портал Випперсон (8 декабрь 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 апрель 2026.
- ↑ Кускильдин Раис Ахметшеевич. Муниципальный район Гафурийский район Республики Башкортостан. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 апрель 2026.