Кутейкин Андрей Васильевич
Куте́йкин Андре́й Васи́льевич (1984 йылдың 30 сентябре, Вольск[d], Һарытау өлкәһе) — Рәсәй хоккейсыһы, һаҡсы. «Салауат Юлаев» (2011) һәм СКА (2015) составында ике тапҡыр Гагарин кубогын яулаусы[1].
Биографияһы
Андрей Васильевич Кутейкин 1984 йылдың 30 сентябрендә Һарытау өлкәһенең Вольск ҡалаһында тыуа. Хоккей менән тыуған ҡалаһында шөғөлләнә башлай.
Спорт карьераһы
Профессиональ карьераһында беренсе клубы Һарытауҙың "Кристалл"ы була. 2004—2013 йылдарҙа, бер нисә тапҡыр килешеүҙе оҙайтып[2][3], Өфө ҡалаһының «Салауат Юлаев» командаһы уйынсыһы була. Тәүге миҙгелдә клуб өсөн 15 уйын үткәрә һәм ете мәрәй йыя (ике гол индерә һәм биш һөҙөмтәле пас бирә). Киләһе миҙгелдән төп составта нығына.
2006/2007 йылдар миҙгелен дә хоккейсы ышаныслы үткәрә, ә бер йылдан һуң карьераһында беренсе тапҡыр Рәсәй чемпионы титулын яулай. Үҙенең ышаныслы уйыны арҡаһында 2008 йылда донъя чемпионатында ҡатнашыуға төп дәғүәселәрҙең береһе булараҡ ҡарала[4]. Әммә турнирҙа еңгән команданың төп составына инә алмай[5].
2012/2013 йылдар миҙгелендә Санкт-Петербургтың СКА хоккей клубы менән килешеү төҙөүе тураһында хәбәр ителә[6].
2013/2014 йылдар миҙгеленең регуляр чемпионатында боҙҙа 30 уйын үткәрә, биш мәрәй (1+4) йыя, плей-оффта бер һөҙөмтәһеҙ уйын үткәрә. 2014/2015 йылдар миҙгелендә дөйөм алғанда 68 уйын үткәрә, регуляр чемпионатта 11 шайба индерә һәм 13 һөҙөмтәле пас бирә, ә плей-оффта бер гол индерә һәм ике пас бирә. 2015/2016 йылдар миҙгелендә СКА өсөн 38 матчта уйнай, бөтәһе алты шайба индерә һәм һигеҙ һөҙөмтәле пас бирә.
2016/2017 йылдар миҙгелен башта Омскиҙың "Авангард"ында (20 уйын, бер шайба һәм биш пас), ә һуңынан Мәскәүҙең «Динамо»һында үткәрә: даими чемпионатта 22 уйында дүрт шайба индерә, биш һөҙөмтәле пас бирә, плей-оффта уның иҫәбендә — 10 уйында өс гол һәм бер пас[7][8].
2017/2018 йылдар миҙгелендә Мәскәүҙең «Динамо» клубы өсөн 50 матчта уйнай, уларҙа 15 мәрәй йыя (5+10).
2018/2019 йылдар миҙгеле алдынан Мәскәүҙең «Спартак» клубына күсә. 2019/2020 йылдар миҙгелендә команда капитаны була[9]. 2021 йылдың 30 апрелендә контракт мөҙҙәте тамамланыуға бәйле "Спартак"тан китә[10].
2023 йылдың 14 июлендә «Спартак» клубында хоккейсының үҫеш буйынса тренер булып эшкә алыныуын хәбәр итәләр[11].
Уйын сифаттары
Шайбаны урта зонанан ташлау оҫтаһы булараҡ билдәле — голдарҙы бер нисә тапҡыр шулай индерә. 2000 йылдарҙа «Авангард»ҡа һәм МВД хоккей клубына алыҫтан гол индерә. 2010/2011 йылдар миҙгелендә үҙ зонаһынан «Авангард» ҡапҡаһына шайба индерә. 2016/2017 йылдар миҙгеле плей-оффында Мәскәүҙең «Динамо»һы составында өс шайбаны ла үтә алыҫтан ташлап индерә: береһен — Түбәнге Новгородтың «Торпедо»һы ҡапҡаһына һәм икәүһен рәттән ике матчта — СКА ҡапҡаһына. 2018 йылдың 22 октябрендә "Спартак"тың уйын майҙансығынан ташлап үҙенең элекке клубы «Динамо»ға гол индерә. 2020 йылдың 1 октябрендә шулай уҡ үҙ зонаһынан ташлап ЦСКА голкиперы Александр Шарыченковтың ҡапҡаһына шайба индерә.
Һаҡсы 2017 йылда үҙенең алыҫ аранан индергән голдарын шулай аңлата[12]:
«Ысынында төрлөсә була. Даланһыҙ ҙа булмай. Әммә мин һәр ваҡыт ҡапҡаға төбәп ташларға тырышам. Шайбаны йә ҡапҡасының аяҡ араһына, йә сәкәне аҫтына йүнәлтәм. Шуға күрә бында күп нәмәнең тура килеүенән тора»
Ҡаҙаныштары
Командала
Гагарин кубогы еңеүсеһе (2): 2010/2011, 2014/2015.
Өс тапҡыр Рәсәй чемпионы (2008, 2011, 2015).- Рәсәй йыйылма командаһы уйынсыһы (2005—2008).
- Рәсәйҙең Йондоҙҙар матчы ҡатнашыусыһы (2007).
Шәхси тормошо
Өйләнгән. Ҡатынының исеме Зинаида.
Сығыштар статистикаһы
| Миҙгел | Команда | Лига | Регуляр миҙгел | Плей-офф | ||||||||||
|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
| Уйын | Г | П | Мәрәй | Штр | Уйын | Г | П | Мәрәй | Штр | |||||
| 2004/05 | Салауат Юлаев | ПХЛ | 15 | 2 | 5 | 7 | 12 | |||||||
| 2005/06 | Салауат Юлаев | ПХЛ | 49 | 9 | 13 | 22 | 74 | 6 | 1 | 4 | 5 | 10 | ||
| 2006/07 | Салауат Юлаев | ПХЛ | 42 | 6 | 12 | 18 | 96 | |||||||
| 2007/08 | Салауат Юлаев | ПХЛ | 50 | 8 | 10 | 18 | 38 | 15 | 1 | 6 | 7 | 61 | ||
| 2008/09 | Салауат Юлаев | КХЛ | 35 | 6 | 10 | 16 | 49 | 4 | 1 | 0 | 1 | 0 | ||
| 2009/10 | Салауат Юлаев | КХЛ | 24 | 2 | 7 | 9 | 16 | 5 | 0 | 1 | 1 | 6 | ||
| 2010/11 | Салауат Юлаев | КХЛ | 39 | 6 | 14 | 20 | 58 | 17 | 3 | 2 | 5 | 16 | ||
| 2011/12 | Салауат Юлаев | КХЛ | 33 | 1 | 9 | 10 | 26 | - | - | - | - | - | ||
| 2012/13 | Салауат Юлаев | КХЛ | 7 | 2 | 1 | 3 | 2 | 1 | 0 | 0 | 0 | 0 | ||
| 2013/14 | СКА | КХЛ | 30 | 1 | 4 | 5 | 12 | 1 | 0 | 0 | 0 | 0 | ||
| 2014/15 | СКА | КХЛ | 52 | 11 | 13 | 24 | 30 | 16 | 1 | 2 | 3 | 6 | ||
| 2015/16 | СКА | КХЛ | 29 | 6 | 6 | 12 | 18 | 9 | 0 | 2 | 2 | 2 | ||
| 2016/17 | Авангард | КХЛ | 20 | 1 | 5 | 6 | 6 | — | — | — | — | — | ||
| 2016/17 | Динамо М | КХЛ | 22 | 4 | 5 | 9 | 14 | 10 | 3 | 1 | 4 | 27 | ||
| 2017/18 | Динамо М | КХЛ | 50 | 5 | 10 | 15 | 41 | — | — | — | — | — | ||
| 2018/19 | Спартак | КХЛ | ||||||||||||
| Бөтәһе ПХЛ-да | 156 | 25 | 40 | 65 | 220 | 21 | 2 | 10 | 12 | 71 | ||||
| Бөтәһе КХЛ-да | 341 | 45 | 84 | 129 | 272 | 63 | 8 | 8 | 16 | 57 | ||||
Иҫкәрмәләр
- ↑ Андрей Кутейкин возвращается в «Спартак»! (14 июль 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 сентябрь 2025.
- ↑ Кутейкин остается в Уфе (10 август 2010). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 сентябрь 2025.
- ↑ ХК "СЮ" подписал новые контракты с Прошкиным, Мирновым и Кутейкиным (21 март 2012). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 сентябрь 2025.
- ↑ Андрей Кутейкин: «На маленьких площадках играть интереснее» (26 апрель 2008). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 сентябрь 2025.
- ↑ Хоккей: Быков "отцепил" от сборной Кулемина (29 апрель 2008). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 сентябрь 2025.
- ↑ Кутейкин перешел из «Салавата Юлаева» в СКА (19 июнь 2013). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 сентябрь 2025.
- ↑ «Авангард» объявил о подписании контракта с Кутейкиным на два сезона (13 май 2016). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 сентябрь 2025.
- ↑ «Динамо» обменяло Осипова в «Авангард» на Кутейкина (25 октябрь 2016). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 сентябрь 2025.
- ↑ Кутейкин будет капитаном «Спартака». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 сентябрь 2025. Архивировано 19 август 2019 года.
- ↑ Контракты игроков «Спартака». spartak.ru. «Спартак» (1 май 2021). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 сентябрь 2025. Архивировано 1 май 2021 года.
- ↑ «Спартак» назначил Кутейкина тренером по развитию игроков. Экс-защитник провел 443 матча в КХЛ (15 июль 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 сентябрь 2025.
- ↑ Игрок «Спартака» снова забивает с центра площадки. Это его фишка (22 октябрь 2018). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 сентябрь 2025. Архивировано 23 октябрь 2018 года.
Һылтанмалар
- Интервью с Андреем Кутейкиным
- Игрок «Спартака» снова забивает с центра площадки. Это его фишка — 22 октября 2018, sports.ru